Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төрмәлә лә ял бирәләр...
Төрмәлә лә ял бирәләр... Һәр бала әсә ҡосағында тәрбиәләнергә тейеш булһа ла, үкенескә ҡаршы, тормошта һәр ваҡыт беҙ теләгәнсә килеп сыҡмай. Берәүҙәрҙе яҙмыш кескәйҙән ғәзиз кешеһенән айырһа, сабыйын шешәгә алмаштырыусылар ҙа юҡ түгел. Әсәһенең төрмәнән тиҙерәк азат ителеүен зарығып көткән балалар ҙа бихисап.
Тап шундайҙарҙың хоҡуғын яҡлау ниәтенән ил Хөкүмәте хөкөм ителгән әсәләргә яза сараһын бер аҙ йомшартмаҡсы. Тиҙҙән уларға балаларын ҡайтып күреү өсөн йылына дүрт тапҡыр отпуск рөхсәт ителәсәк.
Әлбиттә, был бәхет 14 йәшкә тиклемге сабыйы булған ҡатын­дарға ғына бирелә, ял ваҡыты 15 көн. Яңғыҙы бала тәрбиәләгән атайҙар ҙа ошондай уҡ хоҡуҡҡа эйә буласаҡ. Йәнә уларға сабый­ҙары менән осрашыу өсөн ял көн­дәрендә лә ваҡыт биреләсәк, хатта колониянан алыҫҡараҡ китергә лә ярай. Тағы бер яңылыҡ: үҙен өлгөлө яҡтан күрһәткәндәр хөкөм ваҡыты бөтөүгә ярты йыл ғына ҡалһа, колонияға яҡын ҡасабала йәки ҡалала ғаиләһе менән йәшәй ала, әммә был осраҡта ла ул күҙәтеү аҫтында була.
Рәсәй Хөкүмәте тарафынан тәҡдим ителгән проект Дәүләт Думаһының беренсе уҡыуында ҡабул ителгән дә инде. Әлбиттә, бындай хоҡуҡ менән бөтәһе лә файҙалана алмаясаҡ. Мәҫәлән, бәлиғ булмаған балаларға ҡарата енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеп язаға тарттырылғандар.
“Проект Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хуплаған Бала хоҡуҡ­тары тураһындағы Конвенция талаптарын иҫәпкә алып башҡарыла. Уға ярашлы, дәүләт әсә менән сабый араһындағы үҙ-ара бәйлә­неште булдырыуҙы ойошторорға яуаплы”, – ти был хаҡта Дәүләт Думаһының комитет ағзаһы Рәхим Азимов.
Әйткәндәй, бөгөн колонияларҙа 40 меңдән ашыу ҡатын иҫәпләнә. Бер йыл эсендә тотҡондар һаны өс меңгә кәмегән.
Сабый өс йәш тулғанға ҡәҙәр әсә­һе менән бергә булырға хоҡуҡ­лы. Әле ҡатын-ҡыҙ колонияларында 13 балалар йорто бар, уларҙа 577 ҡыҙ һәм малай йәшәй. Әгәр ба­ла өс йәштән үтһә, уға ғәзиз ке­ше­һе менән айырылышырға тура килә.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 630

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 449

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 747

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 3 233

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 2 162

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 248

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 590

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 437

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 419

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 613

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 308

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 542