Һәр бала әсә ҡосағында тәрбиәләнергә тейеш булһа ла, үкенескә ҡаршы, тормошта һәр ваҡыт беҙ теләгәнсә килеп сыҡмай. Берәүҙәрҙе яҙмыш кескәйҙән ғәзиз кешеһенән айырһа, сабыйын шешәгә алмаштырыусылар ҙа юҡ түгел. Әсәһенең төрмәнән тиҙерәк азат ителеүен зарығып көткән балалар ҙа бихисап.Тап шундайҙарҙың хоҡуғын яҡлау ниәтенән ил Хөкүмәте хөкөм ителгән әсәләргә яза сараһын бер аҙ йомшартмаҡсы. Тиҙҙән уларға балаларын ҡайтып күреү өсөн йылына дүрт тапҡыр отпуск рөхсәт ителәсәк.
Әлбиттә, был бәхет 14 йәшкә тиклемге сабыйы булған ҡатындарға ғына бирелә, ял ваҡыты 15 көн. Яңғыҙы бала тәрбиәләгән атайҙар ҙа ошондай уҡ хоҡуҡҡа эйә буласаҡ. Йәнә уларға сабыйҙары менән осрашыу өсөн ял көндәрендә лә ваҡыт биреләсәк, хатта колониянан алыҫҡараҡ китергә лә ярай. Тағы бер яңылыҡ: үҙен өлгөлө яҡтан күрһәткәндәр хөкөм ваҡыты бөтөүгә ярты йыл ғына ҡалһа, колонияға яҡын ҡасабала йәки ҡалала ғаиләһе менән йәшәй ала, әммә был осраҡта ла ул күҙәтеү аҫтында була.
Рәсәй Хөкүмәте тарафынан тәҡдим ителгән проект Дәүләт Думаһының беренсе уҡыуында ҡабул ителгән дә инде. Әлбиттә, бындай хоҡуҡ менән бөтәһе лә файҙалана алмаясаҡ. Мәҫәлән, бәлиғ булмаған балаларға ҡарата енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеп язаға тарттырылғандар.
“Проект Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хуплаған Бала хоҡуҡтары тураһындағы Конвенция талаптарын иҫәпкә алып башҡарыла. Уға ярашлы, дәүләт әсә менән сабый араһындағы үҙ-ара бәйләнеште булдырыуҙы ойошторорға яуаплы”, – ти был хаҡта Дәүләт Думаһының комитет ағзаһы Рәхим Азимов.
Әйткәндәй, бөгөн колонияларҙа 40 меңдән ашыу ҡатын иҫәпләнә. Бер йыл эсендә тотҡондар һаны өс меңгә кәмегән.
Сабый өс йәш тулғанға ҡәҙәр әсәһе менән бергә булырға хоҡуҡлы. Әле ҡатын-ҡыҙ колонияларында 13 балалар йорто бар, уларҙа 577 ҡыҙ һәм малай йәшәй. Әгәр бала өс йәштән үтһә, уға ғәзиз кешеһе менән айырылышырға тура килә.