Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Европа ла ҡар көрәргә өйрәнерме?
Европа ла ҡар көрәргә өйрәнерме? Яңыраҡ “Рәсәй-24” телеканалы күрһәткән бер сюжет беҙҙең халыҡты таң ҡалдырҙы: Италияның көньяғында кинәт яуған ҡалын ҡар бөтә тирә-йүнде баҫҡан һәм бер кеше үҙенең ҡапҡаһы алдын ... таба менән таҙарта! Хәбәрсенең: “Ни өсөн таба менән көрәйһегеҙ?” тигән һорауына ҡаршы ул, уңайһыҙланып ҡына: “Һепертке менән дә маташтырып ҡарағайным, өҫтөн генә ала ла ҡуя, аҫты ҡала”, – тине.
Быйылғы ҡыш ҡарҙың күплегенә иҫең китерлек. Шуға күрәлерме, Өфөлә, мәҫәлән, ҡар таҙартылмай ятҡан өсөн коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙе һүккән кеше ишетелмәй – бындай осраҡта бер ниндәй техника ла өлгөрмәйҙер. Хәлде аңлап, байтаҡ ҡына өфөләр йорт тирәһендәге ҡарҙы көрәргә үҙҙәре сыҡты. Ҡала фатирында йәшәһәләр ҙә, итальяндарҙан айырмалы рәүештә, бөтәһенең дә ҡар көрәге бар икән. Ер ҡаҙыу менән ҡар таҙартыу көрәктәренең айырмаһын европалыларға ла төшөнәһе бар әле.
Ә бөгөнгә ошо ҡитға тотошлайы менән ҡар аҫтында интегә. Балҡан илдәрендә һауа температураһы 12 градусҡа тиклем һалҡынайҙы, Дунайҙы ҡалын боҙ ҡапланы. Париж менән Лондон араһында йөрөгән (Ла-Манш боғаҙы аҫтынан) тимер юл хәрәкәте ғәмәлдә туҡтап ҡалды, сөнки поезд өҫтө туң рельс буйлап йөрөргә ҡулайлашмаған. “Поездың ишектәре туңған һәм асылмай, бындай хәлдә уны маршрутҡа сығарырға хоҡуҡтары юҡ!” – тип нәфрәтләнә бер пассажир. Әйткәндәй, ҡар күп булыу сәбәпле, Париждағы Эйфель башняһы туристар өсөн ваҡытлыса ябылды.
Ҡар нисек ҡалын яуһа ла, Рәсәйҙә ул эш урыныңа килмәҫ өсөн сәбәп була алмай. Ә бына Францияның Кальвадос һәм Ла-Манш департаменттарында ғәҙәттән тыш хәлдең иң юғары кимәле – “ҡыҙыл тревога” иғлан ителде, тимәк, эшкә барыу ҡайғыһы юҡ. Сәбәбе шул уҡ: ҡар яуған. “Беҙҙә, Квебек провинцияһында ҡар яуыуға иғтибар ҙа итмәйҙәр, ә бында ике сантиметр ғына яуғайны, оло бәлә ҡупты”, – тип яҙа Канаданан Францияға килгән турист. Ни эшләйһең, һәр кем үҙ климатына яраҡлашҡан. Эскимостарҙа, мәҫәлән, ҡарҙың егерменән ашыу төҫөнөң атамаһы бар икән, ә африкандар өсөн ул – абстракт төшөнсә.
Европаны ҡар баҫыуын төрлө кеше төрлөсә ҡабул итә, ләкин мыҫҡыллап яҙғандар күберәк: “Ә-ә, һеҙ ҙә шулай ҡыш шарттарында йәшәп ҡарағыҙ әле...”, “Ҡар көрәүҙең нимә икәнен белерһегеҙ, юғиһә рәхәтлектән шашаһығыҙ” ... Был ҡитға кешеләренә иһә көлкө түгел, әлбиттә, яңы йылдың тәүге аҙнаһында ғына ла 20 кеше туңып үлгән. Германияла был көндәрҙә минус 26 градус булды. Рәсәйҙән килгән газды күберәк яндыраларҙыр инде.
Ә беҙҙә ҡар туҡтарға уйламай ҙа, ахырыһы. Синоптиктар алдағы көндәргә лә яуым-төшөм вәғәҙәләй. Тик Рәсәй халҡын ул ғына ҡурҡыта аламы ни...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 630

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 449

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 747

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 3 233

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 2 162

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 248

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 590

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 436

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 419

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 613

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 308

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 542