Яңыраҡ “Рәсәй-24” телеканалы күрһәткән бер сюжет беҙҙең халыҡты таң ҡалдырҙы: Италияның көньяғында кинәт яуған ҡалын ҡар бөтә тирә-йүнде баҫҡан һәм бер кеше үҙенең ҡапҡаһы алдын ... таба менән таҙарта! Хәбәрсенең: “Ни өсөн таба менән көрәйһегеҙ?” тигән һорауына ҡаршы ул, уңайһыҙланып ҡына: “Һепертке менән дә маташтырып ҡарағайным, өҫтөн генә ала ла ҡуя, аҫты ҡала”, – тине.Быйылғы ҡыш ҡарҙың күплегенә иҫең китерлек. Шуға күрәлерме, Өфөлә, мәҫәлән, ҡар таҙартылмай ятҡан өсөн коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙе һүккән кеше ишетелмәй – бындай осраҡта бер ниндәй техника ла өлгөрмәйҙер. Хәлде аңлап, байтаҡ ҡына өфөләр йорт тирәһендәге ҡарҙы көрәргә үҙҙәре сыҡты. Ҡала фатирында йәшәһәләр ҙә, итальяндарҙан айырмалы рәүештә, бөтәһенең дә ҡар көрәге бар икән. Ер ҡаҙыу менән ҡар таҙартыу көрәктәренең айырмаһын европалыларға ла төшөнәһе бар әле.
Ә бөгөнгә ошо ҡитға тотошлайы менән ҡар аҫтында интегә. Балҡан илдәрендә һауа температураһы 12 градусҡа тиклем һалҡынайҙы, Дунайҙы ҡалын боҙ ҡапланы. Париж менән Лондон араһында йөрөгән (Ла-Манш боғаҙы аҫтынан) тимер юл хәрәкәте ғәмәлдә туҡтап ҡалды, сөнки поезд өҫтө туң рельс буйлап йөрөргә ҡулайлашмаған. “Поездың ишектәре туңған һәм асылмай, бындай хәлдә уны маршрутҡа сығарырға хоҡуҡтары юҡ!” – тип нәфрәтләнә бер пассажир. Әйткәндәй, ҡар күп булыу сәбәпле, Париждағы Эйфель башняһы туристар өсөн ваҡытлыса ябылды.
Ҡар нисек ҡалын яуһа ла, Рәсәйҙә ул эш урыныңа килмәҫ өсөн сәбәп була алмай. Ә бына Францияның Кальвадос һәм Ла-Манш департаменттарында ғәҙәттән тыш хәлдең иң юғары кимәле – “ҡыҙыл тревога” иғлан ителде, тимәк, эшкә барыу ҡайғыһы юҡ. Сәбәбе шул уҡ: ҡар яуған. “Беҙҙә, Квебек провинцияһында ҡар яуыуға иғтибар ҙа итмәйҙәр, ә бында ике сантиметр ғына яуғайны, оло бәлә ҡупты”, – тип яҙа Канаданан Францияға килгән турист. Ни эшләйһең, һәр кем үҙ климатына яраҡлашҡан. Эскимостарҙа, мәҫәлән, ҡарҙың егерменән ашыу төҫөнөң атамаһы бар икән, ә африкандар өсөн ул – абстракт төшөнсә.
Европаны ҡар баҫыуын төрлө кеше төрлөсә ҡабул итә, ләкин мыҫҡыллап яҙғандар күберәк: “Ә-ә, һеҙ ҙә шулай ҡыш шарттарында йәшәп ҡарағыҙ әле...”, “Ҡар көрәүҙең нимә икәнен белерһегеҙ, юғиһә рәхәтлектән шашаһығыҙ” ... Был ҡитға кешеләренә иһә көлкө түгел, әлбиттә, яңы йылдың тәүге аҙнаһында ғына ла 20 кеше туңып үлгән. Германияла был көндәрҙә минус 26 градус булды. Рәсәйҙән килгән газды күберәк яндыраларҙыр инде.
Ә беҙҙә ҡар туҡтарға уйламай ҙа, ахырыһы. Синоптиктар алдағы көндәргә лә яуым-төшөм вәғәҙәләй. Тик Рәсәй халҡын ул ғына ҡурҡыта аламы ни...