Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешеләрҙең үпкәләгәнен нисек белергә?
Кешеләрҙең хис-тойғоһон йондоҙнамәһе әйтә. Бары тик эргәгеҙҙәгеләрҙең, яҡындарығыҙҙың ниндәй билдә аҫтында тыуғанын белегеҙ. Ғәҙәттә, кемдер беҙ теләгәнсә яуап ҡайтармаһа, үпкәләйбеҙ. Ҡайһы берәүһе урынлы булһа ла, араһында юҡ-барға ла моңаябыҙ. Психологтар әйтеүенсә, ғәҙәттә, кешеләр үҙҙәренә иғтибарҙы йүнәлтеү өсөн үсегә икән. Был үҙенә күрә психиканы һаҡлауҙың бер төрө.
Ҡуҙы. Улар тиҙ генә үпкәләй. Ҡыҙығы шунда, ғәфү үтенмәһәгеҙ ҙә, кисерә беләләр. Яҡшы кешенең асыуы сәй таҫтамалы кипкәнсе, тигән кеүек, тиҙ рәнйейҙәр, тиҙ яҙылып китәләр. Үс һаҡламайҙар.
Буғаларҙы асыуландырмау хәйерле. Юғиһә һеҙҙе шунда уҡ “мөгөҙө” менән һөҙөп ташлаясаҡ. Башта үсегеп йөрөр, шунан “Кешене нисек еңел генә рәнйетергә була” тигән темаға оҙаҡ ҡына монолог уҡыр. Уның ошо һүҙҙәрен тыңлап ултырыуҙан башҡа әмәлегеҙ ҡалмаҫ. Үпкәһен оҙаҡ ҡына иҫендә һаҡлаясаҡ, өҫтәүенә һәр саҡ ошо турала иҫегеҙгә төшөрөп торасаҡ. Һәм көндәрҙең береһендә янартау кеүек өҫтөгөҙгә атыласаҡ, был саҡта инде ҡасып ҡотолоп булмаясаҡ. Шуға ла Буғаларҙы артыҡ асыуландырмау кәңәш ителә.
Игеҙәктәр. Улар менән нисек бәхәскә ингәнегеҙҙе үҙегеҙ ҙә аңламай ҡаласаҡһығыҙ. Быны үҙҙәре лә һиҙмәй. Өҫтәүенә, улар тиҙ янъял сығарып, ауыр һүҙҙәр әйтәсәк, ә артынса асыуланғанын онотоп китәсәк.
Ҡыҫала. Бөтә нәмәне лә йөрәктәренә яҡын ҡабул итәләр. Ҡон ҡайтарыуҙы ғәҙел һанайҙар. Үтә һиҙгерҙәр. Шуға ла һеҙҙең ысын күңелдән кисереү һорап үтенеүегеҙҙе аңлаясаҡ һәм кисерәсәктәр.
Арыҫлан. Үҙҙәрен дөрөҫ баһа­ла­маған саҡта үпкәләй. Улар бөтә кешенең иғтибар үҙәгендә булырға ярата. Рән­йегәндәрен кешегә әйтеп белдерәләр. Һеҙҙән үс алып, халыҡ араһында мәсхәрәләүҙәре лә ғәжәп түгел. Уларҙың ҡулында хакимлыҡ бар икәнен онот­мағыҙ. Гел маҡтап тороғоҙ. Шул саҡта барыһы ла урынына ултырыр һәм һеҙҙе лә ҡурсыуҙары аҫтына алыуҙары мөмкин.
Ҡыҙ. Һеҙ Ҡыҙҙы рәнйеттегеҙме? Рәнйеткән булһағыҙ, васыят яҙа тороғоҙ! Уларҙы ысынында үпкәләтеүе бик ҡыйын. Үс һаҡлауҙы кәрәкле һана­майҙар, кәрәкмәгән нәмәләрҙе күңеленә яҡын алмайҙар. Рәнйештәрен, берҙән, онотоуҙары ла ихтимал. Тик һеҙҙе ҡара исемлеккә индереүҙәре бик мөмкин. Унда инде үс алыуҙары ла бар. Нимә эшләһәләр ҙә, барыһы ла улар ҡулында!
Үлсәү. Улар, ғөмүмән, ҡон ҡайтарыуҙың нимә икәнен белмәй. Ысынында балалар кеүек үсегеп, янъял ҡуптарыуҙары бар. Йәнә һәр ваҡыт үҙҙәрен рәнйетеп йөрөгән кешенең нервыһына тейә алалар. Насар ҡылыҡтарығыҙҙы ҡабат-ҡабат иҫегеҙгә төшөрәсәктәр. Арағыҙҙа булған аңлашылмаусылыҡты башҡаларға еткерергә лә күп һорамаҫтар. Әгәр былар барыһы ла булмаһын тиһәгеҙ, кисереүҙе һорағыҙ. Улар асыуланышып йөрөүҙе оҡшатмай, шуға ла ғәфү итәсәк.
Саян. Саянды рәнйетһәгеҙ, хатта васыят та яҙып өлгөрмәйәсәкһегеҙ. Беренсенән, һеҙҙе ғәфү итмәйәсәк. Икенсенән, үс алыуы шул хәтлем буласаҡ, яҡты донъяға тыуғанығыҙға үкенерһегеҙ! Улар үтә һиҙгер. Асыҡ күңелле булғанлыҡтан, юҡ-барға ла тиҙ рәнйейҙәр. Үҙен кәмһеткән кешеләргә ҡул күтәреүҙәре лә ғәжәп түгел. Тик иң яҡын кешеләрен генә ғәфү итәсәктәр.
Уҡсы. Улар үс һаҡламай һәм шуға ла бик үпкәләп бармай. Дуҫлыҡ өсөн йәндәрен бирәләр. Тик уларҙы рәнйетһәгеҙ, янъял сығарасаҡтарын көтөгөҙ. Уның ҡарауы, кисерә белеү ғәҙәттәре бар. Дуҫлашҡығыҙ килһә, уҡсылар көткән холоҡ-фиғел күрһәтегеҙ.
Ылаҡ. Уларҙы үпкәләтеү ҡыйын. Ғәҙәттә, Ылаҡтарға дөрөҫөн әйтеү оҡшамай. Шуға ла ул алдындағы йәшәргә ҡамасаулаған нәмәләрен алып ташлауҙы хуп күрә. Әгәр дөрөҫлөктө әйтеп, күңелен төшөргән булһағыҙ, тик ярҙам итеү маҡсатынан әйткәнегеҙҙе аңлатырға тырышығыҙ. Улар һеҙҙең эскерһеҙ әйткәнегеҙҙе, иртәме-һуңмы, баһалаясаҡ һәм кисерәсәк.
Һыуғояр. Фекерҙәренең насарлығын әйтеп, уларҙы үпкәләтергә була. Һис бер янъял күтәрмәй ташлап китәсәктәр. Артына боролоп та ҡарамаясаҡтар. Һеҙҙе “аҡылға бер сама әҙәм” тип һығымта яһап, ихтирам итмәйәсәктәр. Был кешеләрҙең фекере һеҙҙең уйығыҙ еткеһеҙ булһа ла, улар һәр ваҡыт көс түгеп, уй-ниәтен тормошҡа ашырасаҡ. Шуға ла эргәләрендә ҡалғығыҙ килһә, фекерҙәрен инҡар итмәүегеҙ яҡшыраҡ.
Балыҡ. Уны, ысынлап та, рәнйеттегеҙме? Йөҙөнә ҡарағыҙсы, уның һеҙҙе аңларға тырышҡанын тойорһоғоҙ. Эскерһеҙ Балыҡтар һеҙҙе һәр саҡ кисерәсәк. Шуның менән бергә уйланып-ҡайғырып йөрөүҙән йөҙгә һыр төшәсәген яҡшы аңлайҙар. Һеҙҙе ғәфү иткәндән һуң үҙен фәрештәләй тоясаҡтар. Әйткәндәй, Балыҡтар ныҡ рәнйеһә, иҫегеҙҙә мәңге ҡалырлыҡ итеп үс алыуы бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 630

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 448

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 746

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 3 233

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 2 162

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 248

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 589

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 436

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 419

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 613

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 308

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 542