Кешеләрҙең үпкәләгәнен нисек белергә?22.11.2016
Кешеләрҙең хис-тойғоһон йондоҙнамәһе әйтә. Бары тик эргәгеҙҙәгеләрҙең, яҡындарығыҙҙың ниндәй билдә аҫтында тыуғанын белегеҙ. Ғәҙәттә, кемдер беҙ теләгәнсә яуап ҡайтармаһа, үпкәләйбеҙ. Ҡайһы берәүһе урынлы булһа ла, араһында юҡ-барға ла моңаябыҙ. Психологтар әйтеүенсә, ғәҙәттә, кешеләр үҙҙәренә иғтибарҙы йүнәлтеү өсөн үсегә икән. Был үҙенә күрә психиканы һаҡлауҙың бер төрө.
Ҡуҙы. Улар тиҙ генә үпкәләй. Ҡыҙығы шунда, ғәфү үтенмәһәгеҙ ҙә, кисерә беләләр. Яҡшы кешенең асыуы сәй таҫтамалы кипкәнсе, тигән кеүек, тиҙ рәнйейҙәр, тиҙ яҙылып китәләр. Үс һаҡламайҙар.
Буғаларҙы асыуландырмау хәйерле. Юғиһә һеҙҙе шунда уҡ “мөгөҙө” менән һөҙөп ташлаясаҡ. Башта үсегеп йөрөр, шунан “Кешене нисек еңел генә рәнйетергә була” тигән темаға оҙаҡ ҡына монолог уҡыр. Уның ошо һүҙҙәрен тыңлап ултырыуҙан башҡа әмәлегеҙ ҡалмаҫ. Үпкәһен оҙаҡ ҡына иҫендә һаҡлаясаҡ, өҫтәүенә һәр саҡ ошо турала иҫегеҙгә төшөрөп торасаҡ. Һәм көндәрҙең береһендә янартау кеүек өҫтөгөҙгә атыласаҡ, был саҡта инде ҡасып ҡотолоп булмаясаҡ. Шуға ла Буғаларҙы артыҡ асыуландырмау кәңәш ителә.
Игеҙәктәр. Улар менән нисек бәхәскә ингәнегеҙҙе үҙегеҙ ҙә аңламай ҡаласаҡһығыҙ. Быны үҙҙәре лә һиҙмәй. Өҫтәүенә, улар тиҙ янъял сығарып, ауыр һүҙҙәр әйтәсәк, ә артынса асыуланғанын онотоп китәсәк.
Ҡыҫала. Бөтә нәмәне лә йөрәктәренә яҡын ҡабул итәләр. Ҡон ҡайтарыуҙы ғәҙел һанайҙар. Үтә һиҙгерҙәр. Шуға ла һеҙҙең ысын күңелдән кисереү һорап үтенеүегеҙҙе аңлаясаҡ һәм кисерәсәктәр.
Арыҫлан. Үҙҙәрен дөрөҫ баһаламаған саҡта үпкәләй. Улар бөтә кешенең иғтибар үҙәгендә булырға ярата. Рәнйегәндәрен кешегә әйтеп белдерәләр. Һеҙҙән үс алып, халыҡ араһында мәсхәрәләүҙәре лә ғәжәп түгел. Уларҙың ҡулында хакимлыҡ бар икәнен онотмағыҙ. Гел маҡтап тороғоҙ. Шул саҡта барыһы ла урынына ултырыр һәм һеҙҙе лә ҡурсыуҙары аҫтына алыуҙары мөмкин.
Ҡыҙ. Һеҙ Ҡыҙҙы рәнйеттегеҙме? Рәнйеткән булһағыҙ, васыят яҙа тороғоҙ! Уларҙы ысынында үпкәләтеүе бик ҡыйын. Үс һаҡлауҙы кәрәкле һанамайҙар, кәрәкмәгән нәмәләрҙе күңеленә яҡын алмайҙар. Рәнйештәрен, берҙән, онотоуҙары ла ихтимал. Тик һеҙҙе ҡара исемлеккә индереүҙәре бик мөмкин. Унда инде үс алыуҙары ла бар. Нимә эшләһәләр ҙә, барыһы ла улар ҡулында!
Үлсәү. Улар, ғөмүмән, ҡон ҡайтарыуҙың нимә икәнен белмәй. Ысынында балалар кеүек үсегеп, янъял ҡуптарыуҙары бар. Йәнә һәр ваҡыт үҙҙәрен рәнйетеп йөрөгән кешенең нервыһына тейә алалар. Насар ҡылыҡтарығыҙҙы ҡабат-ҡабат иҫегеҙгә төшөрәсәктәр. Арағыҙҙа булған аңлашылмаусылыҡты башҡаларға еткерергә лә күп һорамаҫтар. Әгәр былар барыһы ла булмаһын тиһәгеҙ, кисереүҙе һорағыҙ. Улар асыуланышып йөрөүҙе оҡшатмай, шуға ла ғәфү итәсәк.
Саян. Саянды рәнйетһәгеҙ, хатта васыят та яҙып өлгөрмәйәсәкһегеҙ. Беренсенән, һеҙҙе ғәфү итмәйәсәк. Икенсенән, үс алыуы шул хәтлем буласаҡ, яҡты донъяға тыуғанығыҙға үкенерһегеҙ! Улар үтә һиҙгер. Асыҡ күңелле булғанлыҡтан, юҡ-барға ла тиҙ рәнйейҙәр. Үҙен кәмһеткән кешеләргә ҡул күтәреүҙәре лә ғәжәп түгел. Тик иң яҡын кешеләрен генә ғәфү итәсәктәр.
Уҡсы. Улар үс һаҡламай һәм шуға ла бик үпкәләп бармай. Дуҫлыҡ өсөн йәндәрен бирәләр. Тик уларҙы рәнйетһәгеҙ, янъял сығарасаҡтарын көтөгөҙ. Уның ҡарауы, кисерә белеү ғәҙәттәре бар. Дуҫлашҡығыҙ килһә, уҡсылар көткән холоҡ-фиғел күрһәтегеҙ.
Ылаҡ. Уларҙы үпкәләтеү ҡыйын. Ғәҙәттә, Ылаҡтарға дөрөҫөн әйтеү оҡшамай. Шуға ла ул алдындағы йәшәргә ҡамасаулаған нәмәләрен алып ташлауҙы хуп күрә. Әгәр дөрөҫлөктө әйтеп, күңелен төшөргән булһағыҙ, тик ярҙам итеү маҡсатынан әйткәнегеҙҙе аңлатырға тырышығыҙ. Улар һеҙҙең эскерһеҙ әйткәнегеҙҙе, иртәме-һуңмы, баһалаясаҡ һәм кисерәсәк.
Һыуғояр. Фекерҙәренең насарлығын әйтеп, уларҙы үпкәләтергә була. Һис бер янъял күтәрмәй ташлап китәсәктәр. Артына боролоп та ҡарамаясаҡтар. Һеҙҙе “аҡылға бер сама әҙәм” тип һығымта яһап, ихтирам итмәйәсәктәр. Был кешеләрҙең фекере һеҙҙең уйығыҙ еткеһеҙ булһа ла, улар һәр ваҡыт көс түгеп, уй-ниәтен тормошҡа ашырасаҡ. Шуға ла эргәләрендә ҡалғығыҙ килһә, фекерҙәрен инҡар итмәүегеҙ яҡшыраҡ.
Балыҡ. Уны, ысынлап та, рәнйеттегеҙме? Йөҙөнә ҡарағыҙсы, уның һеҙҙе аңларға тырышҡанын тойорһоғоҙ. Эскерһеҙ Балыҡтар һеҙҙе һәр саҡ кисерәсәк. Шуның менән бергә уйланып-ҡайғырып йөрөүҙән йөҙгә һыр төшәсәген яҡшы аңлайҙар. Һеҙҙе ғәфү иткәндән һуң үҙен фәрештәләй тоясаҡтар. Әйткәндәй, Балыҡтар ныҡ рәнйеһә, иҫегеҙҙә мәңге ҡалырлыҡ итеп үс алыуы бар.