Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Телебеҙҙе кем боҙа? Үҙебеҙ!
Һөйөнөр урынға...

Гәзиттә быға тиклем яҙған мәҡәләләрем баҫма теленең, халыҡтыҡынан айырылып, тәржемә һыҙатын ала, киң таралған һүҙҙәребеҙҙең төшөп ҡала барыуы һәм башҡалар тураһында барҙы. Ысынлап та, матбуғатта баҫылған хәбәрҙәр, мәғлүмәт кем өсөн? Әлбиттә, халыҡ өсөн. Тимәк, уныңса яҙһаҡ, һөйләһәк кенә, гәзит-журнал ҡыуанып уҡылыр, сығыштар рәхәтләнеп тыңланылыр. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына быларҙың киреһе килеп сыға: һөйөнөр урынға көйөнәһең, ҡайғыраһың, аптыранаһың. Халҡына хеҙмәт итергә тейешле кеше ниңә шулай яҙа, һөйләй һуң? Уның телде боҙорға ниндәй хаҡы бар?

Мәҫәлән, баҫмаларҙан күренеүенсә, күп нәмә үҙ хужаһын таба башланы. Әйтәйек, льготаға эйә булыусылар, путевкаға эйә булыусылар, шәхси хужалыҡҡа эйә булыусылар. Эш былай дауам итһә, “аҡса алырға китте” урынына “аҡсаға эйә булырға китте” тип һөйләй башламабыҙ тимә. Башҡорт бит ябай ғына итеп, льготаһы булғандар, путевкаһы булғандар йәки путевка алғандар, шәхси хужалығы булғандар, ти ҙә ҡуя. Баҫмаларҙан бер миҫал килтерәйем: "Маршрут Рәсәйҙең хәрби данға эйә ҡалалары буйлап үтә". Был һөйләмде башҡортса дөрөҫ яҙыр өсөн артыҡ көс түгергә кәрәкмәйҙер ул: "Маршрут Рәсәйҙең хәрби даны булған ҡалалары буйлап үтә".
Яҙғандарыбыҙҙы фәнни стилгә ҡорорға тырышып, тура тәржемә менән мауыҡһаҡ, гәзит уҡыусыларыбыҙҙы юғалтыуыбыҙ ҙа бар бит әле.

Ҡояш тәмле буламы?

Телевизорҙа балаларҙы һөнәргә өйрәткән тапшырыуҙарҙы яратып ҡарайбыҙ. Әммә йәш быуынды эште башҡарыу үҙенсәлектәренә генә түгел, һөйләү оҫталығына ла төшөндөрөү мөһимлеген онотмаһаҡ ине. Алып барыусыларҙың теле шыма, матур, хатаһыҙ булырға тейеш. Шуға ла тапшырыуҙарҙа осраған түбәндәге һөйләмдәр башҡаса ҡабатланмаһын ине: 1. Кескәй генә ваҡыт эсендә тәмлекәс әҙерләнек (дөрөҫө — әҙ генә). 2. Ҡамырҙы ныҡ нәҙек итмәгеҙ (дөрөҫө — йоҡа). 3. Хәҙер йомортҡа ярҙамында тәмлекәс әҙерләйбеҙ (дөрөҫө — йомортҡа менән).
Сулпан Иманғоловтың балалар өсөн "Тәмле ҡояш” исемле матур китабы донъя күргән. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш. Тик бәләкәстәр өсөн яҙылған китаптың исеме һағайта: ниңә ҡояш тәмле һуң ул? Тимәк, тәмен татып, ашап була, тигән һығымта яһарға мөмкин. Билдәле булыуынса, тәмле тигән һүҙ ризыҡ исемдәре һәм еҫ һүҙе менән генә йәнәш килә ала: тәмле аш, тәмле сәй, тәмле еҫ.

Әлдә урыҫса беләбеҙ

Матбуғатта баҫылған күп кенә мәҡәләләрҙе урыҫсаға тәржемә итеп уҡымайынса аңлап етеп булмай, сөнки улар башҡортса яҙылмаған. Мәҫәлән: 1. … Рәсәйҙә тирә-яҡ мөхиткә негатив йоғонтоно күҙ уңында тотоусы тотороҡло үҫеш программаһы ҡабул ителде. 2. … льготаға эйә булыусыларҙың 71 проценты социаль хеҙмәттәр йыйылмаһынан баш тартып, уны аҡсалата алыуға өҫтөнлөк биргән. 3. Эштән арып ҡайтҡас, тиҙ генә әҙерләнә торған аш-һыуға өҫтөнлөк бирәбеҙ. 4. Һөт аҙыҡтарына, йәшелсә, емеш-еләккә өҫтөнлөк бирергә тәҡдим ителә. 5. Ә һеҙ ниндәй йырҙарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ? 6. Килеүселәрҙең өстән ике өлөшө Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылы яғынан килеүҙе өҫтөн күрә. Был һөйләмдәргә ҡарата шуны әйтер инем: башҡорт бер ваҡытта ла кемгәлер йә нимәгәлер өҫтөнлөк бирәм, өҫтөн күрәм, тип һөйләмәй. Был, әлеге лә баяғы, урыҫ телендәге отдать предпочтение тигәндең тура тәржемәһе. Дөрөҫ төшөнсәне бирер өсөн башҡорт телендә айырым һүҙҙәр йөрөй.
Тағы ла миҫал килтерәйек: 7. … дөйәғоштар кәбеҫтә, сөгөлдөр һәм кишерҙе яратып ашай, төрлө витаминлы аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Был һөйләм башҡортса түбәндәгесә булыр ине: … дөйәғоштар кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишер ярата, ә төрлө витаминлы аҙыҡты нығыраҡ яратып ашай. 8. … кешегә тәү сираттағы кәрәкле нәмәләр генә һатыла. Был һөйләмдә тәү сираттағы һүҙе бөтөнләй кәрәкмәй. Уның урынына иң һүҙен ҡуйып, иң кәрәкле нәмәләр тиһәк, башҡортса булыр ине. 9. Медицина өлкәһендә мин, нигеҙҙә, табип-педагог, табип-эксперт һәм һаулыҡ һаҡлау эштәрен ойоштороусы булараҡ хеҙмәт иттем. Урыҫ һүҙҙәре — в основном, как организатор — тура тәржемә ителгән, йәғни һөйләм башҡортса килеп сыҡмаған. Артабанғы мәғлүмәтте лә аңлауы ауыр: Ыңғай һәм кире яҡтарҙы баһалағансы, әлбиттә, ваҡыт үтәсәк, әммә, һөҙөмтә булараҡ, маҡсатҡа өлгәшәсәкһегеҙ.
Башҡорт теленә хас булмаған, тура тәржемә еле тейгән тағы ике миҫал: Ун йыл элек ғәйеп булған ҡатындарҙың береһе бәхетле осраҡ арҡаһында ғына полицияға шылтыраттырған. Улар туғандары менән күрешеү бәхетенә өлгәшкән.
Киләһе дүрт һөйләм рекламанан, телепрограмманан алынды: 1. Машинағыҙ ун йәштән дә өлкәнерәкме? 2. Яңы машина үҙен яҡшы тоя. 3. Руль үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә. 4. Йәнлектәр менән диалогтар (урыҫсаһы — диалоги о животных).
Шундай һөйләмдәр баҫмаларҙа донъя күрә, радио-телевидение аша яңғырай. Үҙ телеңде һанға һуҡмау, эшеңде хөрмәт итмәү, үҙ ҡәҙереңде үҙең ебәреү тип аңларға кәрәктер быны.

Сик буйлап ҡына йөрөмәҫкә ине

Ниндәйҙер сара, эш тураһында һүҙ барһа, журналистар, ҡәләм оҫталары һәр ваҡыт, сиктәрендә һүҙен ҡушып, конференция сиктәрендә, тапшырыу сиктәрендә ти. Ә ниңә, башҡортса фекер йөрөтөп, конференцияла, тапшырыуҙа тип әйтмәҫкә, ә уларҙың сигендә, сиктәрендә генә йөрөргә? Әллә "в рамках конференции" тигәнгә тура тәржемә яһаһаң, мәртәбәлерәк килеп сығамы икән? Урыҫтың төшөнсәһе бит сикте түгел, ә ниндәйҙер ваҡиғаны бер бөтөн итеп күреп, рамға алып, йәғни биләп ҡуйып, шуның эсендәге эш-хәлде белдерә. Беҙ иһә, шуны тура тәржемә иткән булып, сараның эсенә инеп китә алмай, сик буйлап ҡына йөрөйбөҙ кеүек.


Автор: Миңһылыу УСМАНОВА, филология фәндәре докторы, БДПУ профессоры


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Бронзанан ҡойолған Салауат Юлаев һәйкәле йылға ярында мәңге торасаҡ – Щербаков

Бронзанан ҡойолған Салауат Юлаев һәйкәле йылға ярында мәңге торасаҡ – Щербаков 05.05.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыу башланды, республикабыҙ халҡы мөһим ҡарар ......

Тотош уҡырға 4

Яҡташыбыҙ «Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы» конкурсында Гран-при яуланы

Яҡташыбыҙ «Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы» конкурсында Гран-при яуланы 04.05.2026 // Мәҙәниәт

Яҡташыбыҙ «Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы» конкурсында Гран-при яуланы...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә һүтеп алынған Салауат Юлаев һәйкәлендә яңы етешһеҙлектәр асыҡланды

Өфөлә һүтеп алынған Салауат Юлаев һәйкәлендә яңы етешһеҙлектәр асыҡланды 30.04.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың баш ҡалаһы символы – Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан Салауат Юлаев һәйкәле ярты ......

Тотош уҡырға 3

Башҡорт драма театрының МХО тураһында спектакле халыҡ-ара фестивалдең дипломына лайыҡ булды

Башҡорт драма театрының МХО тураһында спектакле халыҡ-ара фестивалдең дипломына лайыҡ булды 29.04.2026 // Мәҙәниәт

2026 йылдың 20-26 апрелендә Павел Луспекаев исемендәге Луганск академия рус драма театры ойошторған ......

Тотош уҡырға 3

Мәскәүҙә әсәйҙәр араһында «Башҡортостан ҡыҙы-2026» конкурсы уҙҙы

Мәскәүҙә әсәйҙәр араһында «Башҡортостан ҡыҙы-2026» конкурсы уҙҙы 27.04.2026 // Мәҙәниәт

Мәскәүҙә әсәйҙәр араһында «Башҡортостан ҡыҙы-2026» конкурсы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә «Берҙәмлек ауазы» шоуының хедлайнеры булып AY YOLA төркөмө сығыш яһай

Өфөлә «Берҙәмлек ауазы» шоуының хедлайнеры булып AY YOLA төркөмө сығыш яһай 24.04.2026 // Мәҙәниәт

Проекттың идеяһы президент Владимир Путин иғлан иткән Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы контексында ......

Тотош уҡырға 6

Өфөлә Чернобыль фажиғәһенең 40 йыллығына арналған күргәҙмә асыла

Өфөлә Чернобыль фажиғәһенең 40 йыллығына арналған күргәҙмә асыла 23.04.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Чернобыль фажиғәһенең 40 йыллығына арналған күргәҙмә асыла...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә «Тамыр»ҙың концерты Рәсәй халыҡтары берҙәмлегенә һәм татыу ғаиләгә арналды

Өфөлә «Тамыр»ҙың концерты Рәсәй халыҡтары берҙәмлегенә һәм татыу ғаиләгә арналды 22.04.2026 // Мәҙәниәт

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика балалары көтөп алған ваҡиға – «Тамыр» ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә «Бүреләр» төркөмөнөң Хор капеллаһы менән берлектәге тәүге концерты була

Өфөлә «Бүреләр» төркөмөнөң Хор капеллаһы менән берлектәге тәүге концерты була 22.04.2026 // Мәҙәниәт

Концертта «Бүреләр» рок-төркөмөнөң билдәле йырҙары яңғырай. 26 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге ......

Тотош уҡырға 3

Тывала башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде

Тывала башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде 21.04.2026 // Мәҙәниәт

Тывала башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 5

AY YOLA төркөмөнөң яңы клибы сыҡты

AY YOLA төркөмөнөң яңы клибы сыҡты 20.04.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмөнөң яңы клибы сыҡты...

Тотош уҡырға 9

Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайын һайланылар

Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайын һайланылар 20.04.2026 // Мәҙәниәт

Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайын һайланылар...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә