Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Фәнни терминологияны тәртипкә килтерәйек
Республиканың дәүләт статусына эйә башҡорт телен ҡулланыу даирәһе артмауы эсте бошора. Ғалимдарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ, башҡа өлкәлә танылған милләттәштәребеҙ ябай халыҡҡа, йәштәргә был йәһәттән өлгө күрһәтәме?

Белеүебеҙсә, әҙиптәрҙән, филологтарҙан башҡа ғалимдарыбыҙ башҡорт телендә сығыш яһамай. Баҙнат итеп тотонған хәлдә лә, уларҙы тыңларлыҡ түгел — төрлөсә һупалайҙар.
Матбуғатта башҡортса сығыш яһаған фән эшмәкәрҙәре лә аҙ. Сәбәбе аңлашыла: телебеҙҙе ҡулланыу даирәһе киң түгел, ғалимдар башҡорт телендә ғилми терминологияны белмәй. Профессорҙар Рафаэль Аҙнағолов менән Зиннур Нурғәлиндән башҡа матбуғатта тел хаҡында даими сығыш яһаусы бармы?
Филологтарға килгәндә, һүҙ юҡ, яҡшы хеҙмәттәр яҙып, нәшерләп торалар. Әйтәйек, заманында ғалим Зиннур Ураҡсин төҙөгән урыҫса-башҡортса фәнни, ижтимағи, сәйәси һәм техник терминдар һүҙлеге бик һәйбәт әсбап булды. "Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге" донъя күргәнгә лә һигеҙ йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы. Бына шулай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы терминдарҙы эшкәртеп өлгөрмәйбеҙ.
Минеңсә, Европа телдәренән, урыҫсанан ингән хәҙерге заман феномендарын сағылдырған фәнни терминологияны тәртипкә килтерергә ваҡыт. Мәҫәлән, "этническая идентичность" тигән төшөнсәне "этник тиңлек" йәки "милли тиңлек" тип тәржемә итергә тәҡдимем бар. Уны башҡорт ғалимдарының ҡайһы берҙәре "этник берҙәйлек", бәғзеләре "милли беришлек" тип атай. Барлыҡ һүҙлектәрҙе ҡарап, тикшереп сыҡтым: башҡорт телендә әлегә тиклем "идентичность" тигән төшөнсә фәнни рәүештә ҡулланылмаған. Шуның өсөн дә уның аңлатмаһы юҡ.
Башҡорт телендә "берҙәйлек", "беришлек", "тиңлек" һүҙҙәре — синонимдар. Әммә уларҙың мәғәнәһе хәҙерге күренештәрҙең барыһы өсөн дә берҙәй тап килмәй. Мәҫәлән, "берҙәйлек" урыҫса "тождественность" булһа (одно и то же), "беришлек" "равноценность", "однородность" тигән мәғәнәне бирә. "Тиңлек" иһә "идентичность" тигәнде аңлата. Шулай булғас, мин тәҡдим иткәнсә тәржемә ителергә тейеш түгелме икән? Нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле ғалимдар?


Автор: Рияз МӘСӘЛИМ. Бөрө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 12


  1. Батырхан бабайың
    Батырхан бабайың от 22.02.2013, 01:51
    Рияз әфәнде, төрлө баҫмалағы яҙмаларығыҙҙан күренеүенсә, һеҙ битараф кеше түгел.Һеҙҙең кеүектәр күберәк булһын ине.Мин дә үрҙә әйтелгән һүҙҙәрҙе тәржемә итеү яҡлы.Ата-бабаларыбыҙ ҙа бүтән телдән ингән һүҙҙәрҙе үҙ теленә(баш.теленә) яраҡлаштырып,тәржемә иткән бит."Компьютер", "принтер" кеүек һүҙҙәрҙе лә тәржемә итер кәрәктер ул,тим.Телгә көндә тигәндәй яңы һүҙ керә.Тәржемә итмәһәк, башҡорт теле эсперанто теленә әйләнмәҫме?

Комментарий өҫтәргә