Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Башҡортостан делегацияһы Ҡурған өлкәһе һабантуйында ҡатнашты

Ҡурған өлкәһенең Әлмән округында «Һабантуй 2026» байрамы уҙҙы. Унда Башҡортостандан, Татарстандан һәм Ҡурган өлкәһенән ҡунаҡтар йыйылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы

Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһын сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Константин Климин етәкләне. Константин Дмитриевич Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе һәм байрамда ҡатнашыусыларға йылы теләктәрен еткерҙе.

«Һабантуй һәр саҡ тыуған ергә һөйөү һәм эшһөйәрлек билдәһе булды. Элек-электән беҙ барыбыҙ ҙа көҙгө көнө мул уңыш алыу өсөн ерҙә эшләнек, – тине Ҡурған өлкәһе вице-губернаторы Андрей Алексеев. – Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында байрам айырыуса оло әһәмиәткә эйә. Ниндәй милләттән булһаң да, иң мөһиме – дөйөм һөҙөмтә өсөн иңгә-иң терәп эшләү. Башҡортостан һәм Татарстан республикаларынан килгән ҡунаҡтарға был көндө беҙҙең менән бергә булғандары өсөн рәхмәт белдерәм».

Сараны ойоштороусылар ҡунаҡтар өсөн сағыу программа әҙерләгән: концерттар, йәрминкә, уйын майҙансыҡтары, милли кейемдәр, ихаталар конкурсы һәм башҡалар. Байрам ҡунаҡтары тематик ихаталарҙа милли ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар менән танышты, боронғо рецептар буйынса бешерелгән ризыҡтарҙан ауыҙ итте, сувенирҙар һатып алды. Балалар өсөн уйын майҙансыҡтары эшләне. Өлкәндәр спорт ярыштарын күҙәтә алды. Байрамда ат сабышы, гер спорты, армрестлинг һәм милли көрәш күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Милли кейемдәрҙә конкурс-дефиле булды. Байрам ҡунаҡтары өсөн милли аш-һыу күргәҙмәһе лә ойошторолдо.

Төп сәхнәлә Ҡурған өлкәһенең муниципаль округтарынан, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларынан ҡунаҡтар йыйылды. Республикабыҙҙан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендәге «Далан» фольклор-эстрада төркөмө сығыш яһаны. Башҡортостандың халыҡ артистары Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина һәм Ишморат Илбәков (ҡурай), Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Венера Юлгилдина, Рәмил Мостафин (бейеү), халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Нәғим Ғәйетбаев (баян), Венер Сәйфетдинов (ҡурай), Буранбай Туҡтағоловтың сығыштары өлкә һабантуйы ҡунаҡтарының күңеленә хуш килде.

«Далан» төркөмө күптәрҙең яратҡан йырын башҡарҙы. Әлмән ауылының гимны уның музыкаль визит карточкаһына әүерелде. Авторы – Артур Туҡтағолов, ул йыл һайын тиерлек ошо төбәккә концерттар менән килә.

Байрам Ҡурған өлкәһендә Урал аръяғы башҡорттарының телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм милли үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү менән шөғөлләнгән Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге булышлығында уҙҙы. Тарихи-мәҙәни үҙәк башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә һәм үҫтереүгә, шулай уҡ дәүләт милли сәйәсәтен үҫтереү сиктәрендә саралар ойоштора.



Автор: Ләйлә Аралбаева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 12