Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә

Фото: Фәнүр Шәйхисламовтың сәхифәһе | Вк

Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов «Урал батыр» эпосы көнөнөң киң билдәләнеүе тураһында һөйләне. Ошо көндәрҙә «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы амфитеатрында «Урал батыр: Быуаттар ауазы» тигән тантаналы сара уҙҙы.

Проекттың авторы һәм режиссеры – Сулпан Асҡарова. Солистар һәм коллективтарҙың, шул иҫәптән Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең, Зәйнетдиндең сағыу сығыштары кисәгә айырым бер атмосфера бүләк итте. Бөйөк эпос менән илһамланып эшләнгән «Урал батыр» кейеҙ костюмдар коллекцияһын күрһәтеү программаның ысын биҙәгенә әүерелде. Подиумда коллекция менән «Башҡортостандың этно һылыуҡайы – 2026» республика матурлыҡ һәм талант конкурсы финалсылары, моделдәр таныштырҙы.

«Бында боронғо эпоста данлаған изге урындарҙы күрергә мөмкин, — тип уртаҡлашты Фәнүр Шәйхисламов. — Музейҙа «Урал батыр» эпосын өйрәнеү өсөн яңы тематик класс асҡандар. Түңәрәк өҫтәлдә ғалимдар, рәссамдар һәм фольклорсылар ошо баһалап бөткөһөҙ мираҫты киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу тураһында фекер алышты. Байрам ҙур концерт һәм эпос буйынса театрлаштырылған композиция менән тамамланды».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров указы менән башҡорт фольклор мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу, милли үҙенсәлекте нығытыу һәм боронғо башҡорт һүҙ сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн «Урал батыр» эпосы көнө булдырылды.  1910 йылда фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған «Урал батыр» эпосында изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, батырҙың халыҡ бәхете хаҡына йәнен фиҙа ҡылыуы хаҡында һүҙ бара.

Фото: Фәнүр Шәйхисламовтың сәхифәһе | Вк

7 июндә Белорет районында башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосына арналған ҙур байрам үтте. Сараны уҙғарыу урыны осраҡлы һайланмаған. Күп кенә тикшеренеүселәр эпоста һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы тап Белорет районы менән бәйләй. Байрамда AY YOLA төркөмө, Дәүләт ҡурайсылар ансамбле һәм башҡа коллективтар ҡатнашты.



Автор: Ләйлә Аралбаева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың «Китап» нәшриәте «Ҡыҙыл майҙан» фестивале лауреаты булды

Башҡортостандың «Китап» нәшриәте «Ҡыҙыл майҙан» фестивале лауреаты булды 08.06.2026 // Мәҙәниәт

12-се «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивалендә Рәсәй Китап нәшерселәре ассоциацияһының «Йылдың иң яҡшы ......

Тотош уҡырға 0

Урал Килсенбаев «Урал батыр» эпосы буйынса челлендж башлап ебәрҙе

Урал Килсенбаев «Урал батыр» эпосы буйынса челлендж башлап ебәрҙе 05.06.2026 // Мәҙәниәт

Урал Килсенбаев «Урал батыр» эпосы буйынса челлендж башлап ебәрҙе...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда төшөрөлгән «Батырҙар ташы» фильмы халыҡ-ара фестивалдә күрһәтелде

Башҡортостанда төшөрөлгән «Батырҙар ташы» фильмы халыҡ-ара фестивалдә күрһәтелде 04.06.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда төшөрөлгән «Батырҙар ташы» фильмы халыҡ-ара фестивалдә күрһәтелде...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә башҡорт телендә аудиоәкиәттәр проекты бойомға ашырыла

Өфөлә башҡорт телендә аудиоәкиәттәр проекты бойомға ашырыла 02.06.2026 // Мәҙәниәт

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ......

Тотош уҡырға 3

Белоретта «Урал батыр» эпосы көнө байрамында AY YOLA сығыш яһай

Белоретта «Урал батыр» эпосы көнө байрамында AY YOLA сығыш яһай 01.06.2026 // Мәҙәниәт

Белоретта «Урал батыр» эпосы көнө байрамында AY YOLA сығыш яһай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә 26.05.2026 // Мәҙәниәт

6 июндә «Шүлгәнташ» музей комплексында «Урал батыр» эпосы көнөнә арналған тантаналар ойошторола. ......

Тотош уҡырға 4

Өфөгә Китап байрамына мәртәбәле ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә

Өфөгә Китап байрамына мәртәбәле ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә 25.05.2026 // Мәҙәниәт

28-30 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында, шулай уҡ республика муниципалитеттарында IV «Китап байрамы» ......

Тотош уҡырға 6

Башҡорт драма театры Грозныйҙа «Федерация» фестивалендә республика исеменән сығыш яһай

Башҡорт драма театры Грозныйҙа «Федерация» фестивалендә республика исеменән сығыш яһай 25.05.2026 // Мәҙәниәт

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем...» ......

Тотош уҡырға 3

Өфөлә күренекле педагог, профессор Миләүшә Мортазинаның 100 йәшлек юбилейын билдәләйҙәр

Өфөлә күренекле педагог, профессор Миләүшә Мортазинаның 100 йәшлек юбилейын билдәләйҙәр 22.05.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә күренекле педагог, профессор Миләүшә Мортазинаның 100 йәшлек юбилейын билдәләйҙәр...

Тотош уҡырға 11

AY YOLA төркөмө һәм йырсы Алһыу RU.TV телеканалының музыка премияһына лайыҡ булды

AY YOLA төркөмө һәм йырсы Алһыу RU.TV телеканалының музыка премияһына лайыҡ булды 22.05.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың AY YOLA төркөмө һәм йырсы Алһыу тарихта тәүге тапҡыр милли телдәге трек менән RU.TV ......

Тотош уҡырға 5

Йырсы Әлфинә Әҙеһәмова — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Йырсы Әлфинә Әҙеһәмова — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы 22.05.2026 // Мәҙәниәт

Йырсы Әлфинә Әҙеһәмова — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы...

Тотош уҡырға 4

Республикала «Китап байрамы» алдынан «Китап календары» эшләй башланы

Республикала «Китап байрамы» алдынан «Китап календары» эшләй башланы 21.05.2026 // Мәҙәниәт

Республикала «Китап байрамы» алдынан «Китап календары» эшләй башланы...

Тотош уҡырға 3