Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......
Өфөлә Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов тураһында спектаклдең премьераһы булды


Өфөлә X «Театр яҙы» республика конкурс-фестивале бара. Ошо көндәрҙә уның сиктәрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының «ҠанАтлы генерал» спектакле күрһәтелде.
Биографик спектаклдә генерал-майор, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың тормош һәм хәрби юлы сағылдырыла. Спектакль аншлаг менән үтте, залда мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре, данлыҡлы генералдың туғандары, Әбйәлил районынан яҡташтары бар ине.
Спектаклде Хәмит Ирғәлиндең повесы буйынса Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының баш режиссеры Денис Нурғәлин ҡуйған. Әйткәндәй, ул үҙе генерал Миңлеғәле Шайморатов ролен башҡара. Тамашанан һуң театр тәнҡитселәре Галина Вербицкая, Айһылыу Сәғитова, Лариса Каневская, Глеб Ситковский һәм Нияз Иғламов составындағы эксперт советы фекер алышыу ойошторҙо.
Спектаклдең йөкмәткеһе пьесаның төп геройы тормошонан ваҡиғалар менән байытылған – аслыҡ йылдарына тура килгән бала саҡ, Урта Азия тарафтарында йөрөү, Ҡазанда уҡыу, хәләл ефете Сәйҙә менән танышыу, хәрби үткәне, Днепр аша сығыу, легендар Семен Буденный менән аралашыу. Башҡорт халҡының данлы улы, һуғыш йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының беренсе полкы командиры булған Таһир Күсимов тамашасылар алдына ябай ауыл көтөүсеһенән генерал дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән сағыу шәхес булып килеп баҫты.
Спектаклдә оло йәштәге генерал ғүмеренең һуңғы көнөндә – 1986 йылдың 10 майында хәтирәләр ебен һүтә. Таһир Күсимов ролен – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин, уның ҡатыны Сәйҙә ролен Башҡортостандың халыҡ артисы Айгөл Хәкимова башҡара. Сюжет ир менән ҡатындың хәтирәләренә ҡоролған.
Йәш Таһир Күсимов образын – актер Нәфис Сәйетов, бәләкәй Таһирҙы Айгиз Әбдрәшитов уйнай. Әлеге ваҡытта уның атаһы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Спектаклдән һуң малайҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәхмәт хаты менән бүләкләнеләр.
Сюжет нигеҙендә Мостай Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһынан өҙөк тә бар. Спектакль халыҡ йырына әүерелгән Күсимов тураһындағы билдәле йырҙан башлана. Сәхнә әҫәрен музыкаль яҡтан композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев биҙәгән, хореограф – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллин, ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов.
Спектаклдең премьераһы 2025 йылдың майында Сибайҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекты сиктәрендә уҙҙы.
Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...
Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт
Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......
Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы...
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт
Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....
Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...
Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...
«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт
«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...
Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...
Тотош уҡырға 10
Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт
Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...
Тотош уҡырға 12