Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышева вафат

Танылған шағирә һәм журналист Таңһылыу Ҡарамышева арабыҙҙан китеп барҙы. Уға 3 мартта 78 йәш тулыр ине. Мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: Башҡортостандың Яҙыусылар союзы

«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Яҙыусылар союзы хәбәр итеүенсә, шағирә менән хушлашыу 27 февралдә көндөҙгө сәғәт 12-лә була. Адресы: Туймазы ҡалаһы, Ленин урамы, 7, Әл-Фатих мәсете.

Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева 1948 йылдың 3 мартында Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.

Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен, 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Хеҙмәт юлын «Башҡортостан ҡыҙы» журналында башлай. Артабан СССР фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып алты йыл эшләй. «Ленинсы», «Башҡортостан пионеры», «Һәнәк», «Ағиҙел» журналдарында ла эшләй. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында «Йәшлек» гәзитен ойоштороуға күп көс һала, мөхәррир урынбаҫары була. Артабан «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең яуаплы сәркәтибе вазифаһын да алып бара.

Ҡәләм оҫтаһы оҙаҡ йылдар дауамында республика матбуғатына хеҙмәт итә. 1993 йылда ул «Шоңҡар» йәштәр журналын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1994 йылдан баҫманың баш мөхәррире була.

Таңһылыу Ҡарамышеваның ижад юлы эше университетта уҡыған йылдарында башлана. Шағирәнең «Саҡыр миңә», «Ҡосағыңа ал, ғүмер», «Тиҫтерҙәр», «Гөлләмә», «Йән доғалары» һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтары донъя күрә. Уның лирик шиғырҙары йәш ҡыҙ наҙлылығы, яратҡан әсә хәстәре, ҡатын-ҡыҙ хистәренең нескәлеге менән һуғарылған.

«Шағирә ижадында үҙ еренә, тыуған Башҡортостанына дан йырлай, республика тәбиғәтенең матурлығына һоҡлана. Ҡарамышеваның күп кенә шиғырҙары башҡорт халҡының данлы үткәненә һәм милли бөйөклөктөң хәҡиҡәтен эҙләүгә арналған, - тип баһалай уның ижадын өйрәнеүселәр. - Шул уҡ ваҡытта шағирә киләһе быуындың яҙмышы, туған теле, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре өсөн айырыуса борсолоуын белдерә».

2001 йылда Таңһылыу Ҡарамышеваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.



Автор: Инсаф Хужабирганов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте...

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты 11.09.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты...

Тотош уҡырға 0

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Республика Башлығы Указы менән булдырылған байрам йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм ......

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Акцияны Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы иғлан итте. Уның сиктәрендә 110 ҡурайсы 110 халыҡ көйөн ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат 08.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат...

Тотош уҡырға 0

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы 27.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды 24.07.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде 23.07.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс буйынса һайлап алыуҙы үткәреү осоро – 2026 йылдың 27 июленән 7 авгусына тиклем....

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты 20.07.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды 20.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды...

Тотош уҡырға 0

«AY YOLA «Урал батыр» эпосы эҙҙәре буйлап» фильмы фестивалдә иң яҡшыһы тип танылды