Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » «Башинформ»да Башҡортотсандың иң яҡшы ауыл клубын гармун менән бүләкләнеләр!
Фото: Олег Яровиков, Эдуард Кускарбеков

«Башинформ»да Башҡортотсандың иң яҡшы ауыл клубын гармун менән бүләкләнеләр!

«Башҡортостандың иң яҡшы ауыл клубы» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы бөгөн «Башинформ» агентлығында үтте. Ярыш «Бәйләнештә» социаль селтәрендә агентлыҡтың башҡорт телендәге төркөмдәрендә үтте.


Был конкурсты Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы хуплап күтәреп алды. Ул тиҙ арала мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең иғтибарын яуланы. «Башҡортостандың иң яҡшы ауыл клубы» исеме өсөн республиканың төрлө төбәктәренән 1,5 мең клуб көс һынашты.


Еңеүселәрҙе «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Дилә Сәғитова, агентлыҡтың баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов, БР мәҙәниәт министрлығының социаль-мәҙәни эшмәкәрлек бүлеге етәксеһе Илнур Вәлиев тәбрикләне.


Руслан Шәрәфетдинов 40-тан ашыу райондан йыйылған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе: «Мәләүездә, Баймаҡта йәки Хәйбулла районында булһынмы, мәҙәниәт һәр ҡайҙа ла мөһим. Һеҙгә тоғро тамашасылар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем. Конкурста ҡатнашыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙ барығыҙ ҙа беҙҙең өсөн еңеүселәр!»

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Дилә Сәғитова конкурста ҙур маҡсаттар ҡуйылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.


«Республикабыҙҙың төп мәғлүмәт майҙансығы — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һеҙҙе сәләмләүемә шатмын. Республикабыҙҙа ижади шәхестәрҙең күп булыуын күрһәткән ғәҙәти булмаған конкурс үткәрҙек. Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса ниндәй ауыр һәм ҙур эштәр башҡараһығыҙ, был хаҡта үҙегеҙ генә беләһегеҙҙер. Беҙ, тамашасылар, һөҙөмтәне генә күрәбеҙ. Эшегеҙ өсөн рәхмәт юҡ», — тине Дилә Сәғитова.

«Башҡортостандың иң яҡшы ауыл клубы» конкурсы ике этапта үтте. Муниципаль этапта 54 ҡатнашыусы еңеү яуланы. Артабан ярыш республика кимәлендә дауам итте.


Халыҡ тауыш биреүе йомғаҡтары буйынса Шишмә районының Бүләкбаш һәм Нуриман районының Иҫке Күл ауыл мәҙәниәт йорттары икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы уларҙы аҡсалата премия, ҡурай һәм ҡумыҙ комплекты менән бүләкләне. Бүләктәрҙе республика мәҙәниәт министрлығының социаль-мәҙәни эшмәкәрлек бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев тапшырҙы.


Бүләкбаш ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Әлфирә Ишмаева мәктәптә 30 йыл рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта һәм көтмәгәндә мәҙәниәт өлкәһенә эшкә күсә.


«Бындай конкурстар бер-беребеҙ менән танышырға, аралашырға һәм фекер алышырға мөмкинлек бирә. Төрлө райондарҙан ауыл клубтары менән телефон номерҙары менән алмаштыҡ. Был бик шәп сара булды. Ябай, ихлас мөхит: сәй һәм бәлеш менән һыйланылар. 11 йыл клуб етәксеһе булып эшләйем. Быға тиклем, 30 йыл дауамында мин рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым», — тип уртаҡлашты Әлфирә Ишмаева.

Нуриман районының Иҫке Күл ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнара Ханова «Башинформ»дың конкурсы милли музыка ҡоралдары ансамблен булдырыуға илһамландырыуы хаҡында һөйләне.


«Беҙгә бүләккә ҡумыҙ һәм аҡсалата приз бирелде. Приз аҡсаһына тағы ла бер ҡурай һатып алырға уйлайбыҙ — был беҙҙең милли музыка ҡоралдары. Ауылыбыҙҙа талантлы кешеләр күп. Тиҙҙән милли музыка ҡоралдары ансамблен булдырырға ниәтләйбеҙ. Ҙур рәхмәт! Өсөнсө урын — тотош ауылыбыҙ өсөн еңеү. Еңеүебеҙ музыканттарға дәрт өҫтәр, мәҙәниәтебеҙҙе артабан үҫтерергә ярҙам итер тип ышанам», — тип уртаҡлашты Гөлнара Ханова.

Конкурстың төп призы — гармун Мәсетле районының Оло Аҡа ауыл мәҙәниәт йортона юлланды. Уны еңеүселәргә конкурстың бағыусыһы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, БР Йәмәғәт палатаһының эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина тапшырҙы.


Яңыраҡ МХО биләмәһендә госпиталдә эшләп ҡайтҡан йәмәғәт эшмәкәре ауыл клубтарының махсус операция ярҙам итеүҙәге мөһим ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды: «Республикалағы һәр клуб маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре яһай, гуманитар ярҙам йыя. Был беҙҙең яугирҙар өсөн бик мөһим. Һеҙ ҙур эш башҡараһығыҙ. Тиҙерәк еңеү яуларға насип булһын!»


Оло Аҡа ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Фәрит Ғибәҙуллин гармунды ҡулына алып, шунда уҡ башҡорт халыҡ көйҙәрен һыҙҙырып уйнап ебәрҙе.


«Башинформ» конкурсы ярҙамында гармунлы булдыҡ. Хәҙер клубтарҙа музыка ҡоралдарына ҡытлыҡ. Бөгөн был гармунды бөтә ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көтә. Ритайым буласаҡ! Һәр клубҡа ошондай еңеүҙәр теләйбеҙ, бик шатбыҙ», — тине Фәрит Ғибәҙуллин.

Тантана ҡунағы — Башҡортостандың халыҡ артисы, БР Башлығының мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса советы ағзаһы Илнур Лоҡманов ауыл мәҙәниәт эшмәкәрҙәре өсөн осрашыуҙарҙы, оҫталыҡ дәрестәрен йышыраҡ үткәрергә саҡырҙы.

«Башинформ» агентлығына беҙҙең мәҙәниәт учреждениеларын йыйып алыуы өсөн ҙур рәхмәт. Уларға иғтибар һәм эштәренә баһа биреү бик мөһим. Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театры артисы булараҡ, мин һеҙҙең өсөн оҫталыҡ дәрестәре алып барырға ризамын», —  тип тәҡдим итте Илнур Лоҡманов.


Бүләкләү тантанаһы Мәсетле районының Оло Аҡа ауыл мәҙәниәт йорто артистарының матур сығыштары менән тамамланды.



Автор: Инсаф Хужабирганов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 12


Комментарий өҫтәргә