Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Башҡортостанда үҙ теләге менән һуғышҡа киткән батыр ҡыҙ тураһында спектакль сәхнәләштерелде
22 майҙа Салауат башҡорт драма театры 92-се миҙгелен Сәрүәр Суринаның пьесаһы буйынса «Зәйтүнә» спектакленең премьераһы менән тамамлай. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рафаэль Ғәйнуллин, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.
Реаль хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән спектакль Миәкә районы ҡыҙы Зәйтүнә Әлбаеваның батырлығы хаҡында һөйләй. Яҡташыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы осоронда үҙ теләге менән Сталинград фронтына юллана. 1942 йылдың 9 авгусында Зәйтүнә Ҡалмыҡ АССР-ы Садовое ауылы эргәһендәге Песчанка ҡалҡыулығына хәрби дежурға баҫа. Шул көндә ауылға немецтарҙың моторизацияланған разведка отряды бәреп инә. Актриса булырға хыялланған сибек ҡыҙ винтовка һәм 30 патрон тотоп, яҡшы ҡоралланған фашистарға ҡаршы тора. Ул бер аҙым да артҡа сигенмәй. Гитлерсыларҙың береһе уға арттан яҡынлаша һәм автомат менән атып үлтерә. 20 йәшлек Зәйтүнә Әлбаеваның «Ҡыҙҙар, бәхил булығыҙ, Тыуған ил өсөн үләм!» тигән һуңғы һүҙҙәре уның батырлығы һәм илгә тоғролоғо символына әүерелә.
Был тарихты режиссер Рафаэль Ғәйнуллинға Сибай башҡорт дәүләт драма театрының баш рәссамы Валерий Яшкулов һөйләп бирә.
— Валерий Борисович 20 йәшлек яҡташыбыҙ Зәйтүнә Әлбаева тураһында ғәжәйеп тарих менән уртаҡлашты, – тине режиссер. – Был миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, шуға беҙ уның буйынса спектакль ҡуйырға булдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл Валерий Борисович арабыҙҙан китте, әммә ул постановка эскиздарын эшләргә өлгөрҙө. Һуғыш сыҡмаһа, театр курсы студенты Зәйтүнә бөйөк актриса булыр ине.
Былтыр ноябрҙә театр етәкселеге билдәле драматург Сәрүәр Суринаға ошо хаҡта пьеса яҙыуҙы һорап мөрәжәғәт итте.
Архив материалдары, тыуған илендә эҙләнеү эштәре һәм туғандарының тырышлығы менән Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы Әлбаеваның исеме билдәле булды. Әле тормош иптәше менән Германияла йәшәгән туғаны Зәйтүнә Аретҡолованың ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә батыр яҡташыбыҙҙың ерләнгән урынын табыуға һәм исемен тыуған иленә ҡайтарыуға өлгәшелә.
Премьераға Зәйтүнә Әлбаеваның туғандары һәм «Миәкә хәтере» эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Вильсур Нафиҡов килә, ул республика һәм Ҡалмыҡстан архивтары менән бергә героиняның һөлдәһен эҙләү менән шөғөлләнде. Театр фойеһында Стәрлетамаҡтың «Ҡара генерал» эҙәрмәндәр отрядының күргәҙмәһе асыла.


Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...
Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт
Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......
Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы...
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт
Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....
Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...
Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...
«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт
«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...
Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...
Тотош уҡырға 10
Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт
Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...
Тотош уҡырға 12