Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Фидан Ғафаров төрлө быуын вәкилдәре өсөн кумир булды – Рәсүл Ҡарабулатов
Бөгөн баш ҡаланың Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрына Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров менән бәхилләшергә меңләгән кеше килде. Йәкшәмбе Өфө дауаханаһында вафат булған яратҡан артисыбыҙҙы һуңғы юлға алҡыштар менән оҙаттылар.
Билдәле музыкант, йырсы һәм актер, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов «Башинформ» журналисына Фидан Ғафаров тураһында хәтирәләре тураһында һөйләне:
«Фидан ағай ул минең кумирым булды һәм булып ҡаласаҡ. Бәләкәй саҡтан мин уның йырлағанын яраттым, ғаиләбеҙ уны яратты, әсәйем иҫе китеп уның йырлағанын, спектаклдәрҙә уйнағанын ҡарай торғайны. Уны яратмаған кеше булмағандыр. Һәр быуындың үҙенең яратҡан артисы була, әммә быуындар алмашына килде, ә Фидан ағай һәр ваҡыт йәштәрҙең дә, өлкәндәрҙең дә, урта быуын кешеләренең дә кумиры булып ҡалды, ысынлап та ул Хоҙай тарафынан шулай итеп яратылғандыр. Уны кеше яратты, ул кешеләрҙе яратты. Яратты тип әйтергә хәҙер тел дә әйләнмәй. Бәләкәй саҡтан кумирым булған Фидан ағай менән аҙаҡтан аралашырмын тип башыма ла килтерә алмай торғайным. Ул бит ҙур шәхес. Йылдар үтте, студент йылдары үтте, «Карауанһарай» менән эшләй башланыҡ, һәм беҙ Фидан ағай менән танышып, шул ваҡыттан бирле аралаша башланыҡ. Ысын-ысынында Фидан ағай кешелекле, кеселекле кеше булды. Ул оломо йәки кесеме – һәр береһенә тигеҙ ҡараны. Тормош юлымдың уның менән бик ғорурланам һәм ул минең ғүмеремдә бер оло шәхес булып иҫтә тороп ҡаласаҡ. Ул бөйөк шәхес, актер, йырсы ине. Миңә уның менән күпме концерттарҙа сығыш яһарға, аралашырға тура килде. Уның менән Мәскәүҙә лә, Ҡазанда ла бергә сығыш яһаныҡ. Шунда күрҙем халыҡтың уны шул хәтлем ныҡ яратҡанын.
Бер ваҡыт уның менән Ҡазанға «Гәлсәр һандуғас» программаһы концерттарында ҡатнашырға барҙыҡ. Мин уны ултыртып алып барҙым, бергә ҡайттыҡ. Ул барғанда ла, ҡайтҡанда ла үҙенең тарихын, театр, ниндәй ролдәр уйнағаны, ғаиләһе тураһында һөйләне. Был яҙмышымдың бәхетле минуттары булды.
Уның менән аралашҡан ваҡытта ул миңә гел әйтә торғайны: «Рәсүл, тормошта ваҡ булма, ваҡ кешеләр күп, ә һин эре бул, кешеләрҙең ваҡлығына, уларҙың кимәленә төшмә, тип әллә нисә тапҡыр әйткәне бар. Үҙеңдең ҡәҙереңде үҙең бел, үҙеңдең йөрөгән ереңдә үҙеңде ҡәҙереңде белеп йөрө, кеше алдында үҙеңдең бәҫеңде бер ваҡытта ла төшөрмә. «Эре бул – танауыңды күтәреп йөрө» тигән һүҙ түгел, ваҡлыҡтарҙан өҫтөн бул тип әйтеүе булды».
Ул мине 45 йәшлек юбилейыма ла килеп ҡотланы. Уның кешелеклелеге шунда: минең әйткән һүҙемде йыҡмайынса килеп, туғандарым, дуҫтарым араһында бәҫемде күтәреп китте. Йырлап, ҡотлап, әсәйемде ҡосаҡлап, рәхмәт әйтте. Һәр ваҡыт үҙенең юбилейҙарына мине саҡыра торғайны. Ул ҡурайҙы яратты. «Һин уйнаһаң, ысын башҡорт ҡурайын ишетәм», – тип әйтә торғайны. Фидан ағай бигерәк «Сыбай ҡашҡа» көйөн ярата ине.
Фидан ағайҙы яңыраҡ урамда осратҡайным. Кофе тотоп, машинаһының эргәһенә китеп бара. Шунда осраштыҡ та һөйләшеп торҙоҡ. «Фидан ағай, ҡайҙа киттем?» – тип һорайым. «Хәҙер Ағиҙел буйына төшәм дә йүгерәм!», – ти. «Оло йәштәһең, йүгерә торған ваҡыт уҙған, арыйһың бит», – тием уға. «Юҡ, мин хәҙер йүгерәм дә, арып ҡайтам да, ятып йоҡлайым», – тип яуапланы ул. Ә үҙе көлә. Ул шаярып һөйләшергә ярата ине.
Фидан Ғафаров ысынлап та республикала ғына түгел, Советтар Союзы, Рәсәй кимәлендә лә күренекле актер булды, уны төрлө милли республикаларҙа яҡшы беләләр ине. Ул бөйөк шәхес булып ҡала, уны онотоу мөмкин түгел».
Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...
Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт
Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......
Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы...
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт
Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....
Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...
Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...
«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт
«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...
Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...
Тотош уҡырға 10
Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт
Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...
Тотош уҡырға 12