Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Өфөлә «Башинформ» агентлығының «Уйна, гармун» баянсылар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде
Фото: Валерий Шахов

Өфөлә «Башинформ» агентлығының «Уйна, гармун» баянсылар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Бөгөн Өфөлә «Башинформ» агентлығының бинаһы башҡортса йыр-моңға күмелде. Бында «Уйна, гармун» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.


Ярыш «Башинформ»дың «Бәйләнештә» селтәрендәге башҡортса төркөмөндә ойошторолдо. Унда Башҡортостандың һәм Татарстандың төрлө райондарынан, шулай уҡ Һамар өлкәһенән һәм Ижевск ҡалаһынан 60-тан ашыу талантлы гармунсы һәм баянсы ҡатнашты. Иң йәш бәйгесегә 10 йәш булһа, иң олоһона 84 йәш ине. Ижади ярыш шарттары буйынса ҡатнашыусылар гармунда йә баянда уйнап видео төшөрөп ебәрҙе. Еңеүселәрҙе «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының төркөмдәренә яҙылыусылар билдәләне.


«Башинформ» агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов еңеүселәрҙе ихлас ҡотлап, конкурста республика ауылдарынан күпләп ҡатнашыуҙары ҡыуаныслы булыуын билдәләне.


«Беҙ инде икенсе тапҡыр «Уйна, гармун» конкурсын үткәрәбеҙ, залда таныш йөҙҙәрҙе, тәүге ярышта ҡатнашыусыларҙы күрәм. Бөгөнгө ҡар-буран көндә һеҙҙең бында килеп етеүегеҙ – үҙе ҙур батырлыҡ. Был конкурста еңеүселәр ҙә, еңелеүселәр ҙә юҡ, һеҙ барығыҙ ҙа беҙҙең өсөн еңеүселәр. Әгәр беҙҙең проекттарыбыҙ һеҙгә шатлыҡ бүләк итә икән, тимәк, был беҙҙең өсөн ҙур награда. Бының өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ», – тине Руслан Шәрәфетдинов.

Беренсе урынға һәм 5 мең һумлыҡ призға Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Айҙар Абдуллин лайыҡ булды. Айҙар һөнәре буйынса водитель, Өфө автотранспорт техникумын тамамлаған. Бынан һигеҙ йыл элек кинәт күреү һәләтен юғалтҡас, музыка менән шөғөлләнә башлай.


«Аҙаҡ Өфөлә водитель булып эшләнем. Тәүҙә бер күҙем насарайҙы, һуңынан бөтөнләй һуҡыр ҡалдым. Табиптар ҙа өмөтләндермәй, үкенескә күрә. Көтөлмәгән һынау мине һындырманы, йыр-моңға тотондом. Бөгөн баянда ла, гармунда ла уйнай беләм. Быйыл тәүге йырымды яҙып, Хәмит ауылынан йырсы Вилдан Зәйнишев бер нисә ауылда концерт менән сығыш яһаным. Унан алған килемде МХО яугирҙарына ебәрҙек. Миңә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт әйткем килә», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Айҙар Абдуллин.

Икенсе урын һәм 3 мең һумлыҡ аҡсалата призға Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Рәсимә Денисламова лайыҡ булды. Район мәҙәниәт һарайында ижади түңәрәктәр етәксеһе булып эшләй. «Башинформ» конкурсындағы еңеү уның өсөн тәүгеһе түгел – Рәсимә Денисламова халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе.


«Район мәҙәниәт һарайында минең һәләттәремде күреп, вокал ансамбль етәксеһе итеп эшкә саҡырҙылар. Бөгөн беҙҙең «Етегән» вокал ансамбле Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй конкурсында лауреат булды, йыш ҡына республика буйлап гастролдәргә сығабыҙ», – тип уртаҡлашты Рәсимә Денисламова.

Өсөнсө урынға һәм ике мең һумлыҡ призға Салауат ҡалаһынан Эльвира Асҡароваға лайыҡ булды. Ул да Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе.


«Мин Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт һәм сәнғәт техникумында режиссерға уҡып сыҡтым. Оҙаҡ йылдар мәҙәниәт өлкәһендә эшләнем. Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй йыр конкурсында гармун менән сығыш яһап, уйламағанда беренсе урын яуланым. Бөгөн ғаилә мәжлестәре һәм байрамдары ойошторам», – тине Эльвира.

Һәр еңеүсе «Башинформ» агентлығының матбуғат залында конкурсҡа тәҡдим иткән ижади номеры менән сығыш яһаны. Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылынан Наил Мәғәсүмов ейәне Аяз менән гармунда уйнаны.


«Аяз Фәрит Камаев исемендәге Өфө музыка мәктәбендә 3-сө класта уҡый. Уҡыу еңел бирелә. Дәрестәргә ҡыҙыҡһыныу менән йөрөй. Бөтә Рәсәй конкурстарында ла ҡатнашып өлгөрҙө. Бөгөн Аяз ҡартатаһы менән тәүге тапҡыр сәхнәлә сығыш яһаны. Бик шатландыҡ. Сөнки ҡартатаһы ейәндәрендә лә музыкаға һөйөү тәрбиәләргә тырыша. «Башинформ» агентлығына матур сара, ихлас мөхит һәм шәп кәйеф өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Ғаиләбеҙ менән рәхәтләнеп ял иттек. Һәүәҫкәр башҡарыусыларҙың оҫта сығыштарын һоҡланып күҙәттек. Улар менән бергә йырланыҡ, хатта бейергә лә төштөк. Конкурстың сәскә атыуын, тағы ла ҙурыраҡ кимәлдә үтеүен теләйбеҙ», — тине йәш баянсының әсәһе Юлиә Мәғәсүмова.



Тағы ла бер ҡатнашыусы, Өфө егете Альберт Ғәнеев төҙөлөш материалдары магазинында һатыусы булып эшләй. Баянда уйнарға ул өс йыл элек кенә өйрәнгән.


— Өс йыл элек гармун һатып алып, буш ваҡытымда уйнай башланым. Бер-ике айҙа уҡ өйрәндем, тип әйтергә мөмкин. Гармун миңә мәрхүм атайымды хәтерләтә. Мин уның көйҙәрен, йырҙарын тыңлап үҫтем. Хәҙер үҙем ғаиләм, дуҫтарым янында булғанда һәр ваҡыт ҡулыма гармун алам», – ти Альберт Ғәнеев.

Еңеүселәрҙе ҡотлау өсөн музыкант, Бөтә Рәсәй баянсылар ярыштары еңеүсеһе Илшат Абдрахманов саҡырылды. Ул сара барышында көтмәгәндә Баймаҡ районының Ишей ауылынан ауылдаштары менән осрашты. Музыканттың ауылдашы Сөләймән Ғарифуллин да конкурс лауреаттары иҫәбендә.


«Бала саҡта беҙҙең ауылда гармун моңдары яңғырап тора ине. Бөгөн дә ауылдарға гармун ҡайтһын ине, тип теләйем. Хәҙер интернетта гармунсылар-баянсылар күбәйҙе, төркөмдәр барлыҡҡа килә, конкурстар ҙа уҙғарыла. Бөгөнгө бәйгеселәрҙең күбеһе республиканың төпкөл ауылдарынан килгән. Һәм был бик ҡыуандыра, ойоштороусыларға һәм, әлбиттә, мәғлүмәт агентлығы етәксеһе Руслан Шәрәфетдиновҡа ҙур рәхмәт», — тине Илшат Абдрахманов.



Автор: Инсаф Хужабирганов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 7

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 12


Комментарий өҫтәргә