Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа 93 йыл

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа 93 йыл

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов үҙе хаҡында, киләсәк шағиры, тигән. Ысынлап та, бөгөн ул ижады халыҡ күңелендә йәшәүен дауам итә. Рухлы йәштәр араһында шағирҙың «Туған тел» шиғырын белмәүселәр юҡтыр. Тап бөгөн 93 йыл элек Хоҙай халҡыбыҙға оло бүләк яһай — Салауат батыр төйәгендә Рәми донъяға килә. 


Яҙыусы, педагог, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаева — Рәми Ғариповтың замандаштарының береһе. Тап улар, бер төркөм башҡорт зыялылары, бөгөн Өфөлә милләттебеҙ арҡа терәр үҙәктәрҙе, белем усаҡтарын, гәзит-журналдарҙы булдырыуға күп көс һала. 


«Ижад кешеһе ине ул. Тотош булмышы менән шағир. 8-се класта әҙәби әҫәргә тиң көндәлек яҙған яҙыусы. Кабинет, эш сәғәте, 9-ҙа эш башлау уның өсөн түгел ине. Уға ирекле ижад кәрәк ине», — тип иҫкә ала шағирҙы Мәрйәм Бураҡаева.

1966 йыл. Рәми Ғарипов Мәрйәм һәм Диҡҡәт Бураҡаевтарҙың никах туйында.

«Берҙән-бер иҫтәлек тип әйтәйем, тап ул вафат булған көндө Өфөгә килгәйнем. Һеңлем Зилә сәнғәт институтында уҡый ине. Ятаҡтағы бүлмәһенә институтта эшләп йөрөгән йәш кенә уҡытыусы илап килеп инде лә, Рәми ағай үлгән, тип хәбәр һалды. Бүлмәләгеләр ҡауғалашып китте, илаша башланылар. Бик ҡайғылы, һалҡын көн булып иҫтә ҡалды. Тәбиғәт кенә түгел, йән өшөгән көн», — тип уртаҡлашты Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡова.


Бөгөн шағирҙың бай мираҫын популярлаштырыуға балалары Гөлнара һәм Азамат Ғариповтар ҙур өлөш индерә. Әйтәйек, күптән түгел Рәми Ғариповтың ижадына арналған сайт булдырылды, Ғүмәр Хәйәмдең шағир тәржемәләгән робағиҙары донъя күрҙе. Рәмиҙең балалары ла ижад юлын һайлаған: береһе — рәссам, икенсеһе — музыкант. Атай тыныс, талапсан кеше булды, беҙгә берәй ваҡыт тауыш күтәргәнен хәтерләмәйем, тип һөйләне «Киске Өфө» гәзитенә рәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Ғарипов.


«Ҡайһы саҡта ҡаты ғына итеп бер әйтеп ҡуя ине, әлбиттә. Салауат ағайым төрлө этлеккә оҫта ине. Уға мин дә ҡушылып китәм. Ләкин язаһы ағайыма түгел, миңә эләгә. Берәй эш боҙғаныбыҙҙы белеп ҡалһа, атайым кем ғәйепле икәнен тикшереп-нитеп тормай, мөйөшкә мине баҫтыра ла ҡуя. Беҙҙең ғаиләлә «Быны мин эшләмәнем», тип аҡланып тороу йә алдашыу ғәҙәте юҡ ине. Үҙем ағайым өсөн яза үтәп торам, үҙем илайым, «Бына мин үлһәм, минең нисек ғәҙел булғанымды аңларһығыҙ, үкенерһегеҙ әле», тип уйлаған булам эстән генә.


Атайымды гел өҫтәл артында яҙышып ултырған килеш күрә инек беҙ. Уның бушты-бушҡа ауҙарып диванда ятҡанын күргәнем булманы, ятһа ла, ҡулында йә гәзит, йә журнал, йә китап булыр, янында ҡәләмдәре аунап ятыр ине. Беҙҙең өй китапханаһындағы китаптарҙың барыһы ла төҫлө ҡәләмдәр, ручкалар менән һыҙғыланып бөткән. Әле яңыраҡ Толстойҙың көндәлектәрен асһам, бер ҡағыҙ бите килеп сыҡты. Унда атайҙың ҡулдары менән: «Шағир үҙенең тормошонан иң яҡшы нәмәләрҙе ала ла, үҙенең әҫәрҙәренә һала. Шуға ла уның әҫәрҙәре матур, ә тормошо насар була», — тип яҙылған. Ысынлап та, беҙгә атай йылыһы бик етмәгәндер ҙә инде. Атай был донъянан киткәндә туғыҙынсы класта уҡый инем. Хатта бер ултырып, атай һәм ул булып һөйләшмәгәнбеҙ ҙә, тигән үкенеү йәшәй күңелдә. Йәмәғәт кешеһе булды, сәйәсәттән дә алыҫ торманы. Уның кеүек үтә ғәҙел, дөрөҫлөктө генә яҡлаусыларҙы бөгөп булмай, һындырып ҡына була торғандыр. Атайым бөтәһенә лә бер төрлө ҡараны, үҙенә лә, дуҫтарына ла талапсан, ҡаты булды, көндәлектәрендә улар адресына ла ҡаты ғына әйтелгән урындар бар», — ти Азамат Ғарипов.

Фото: «Башинформ» агентлығы архивы

Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлы һүрәтләнгән «Шағир көндәлеге» фильмын төшөрөүҙә уның ейәнсәре Ғәйшә Тимерғазина ҡатнашҡан. Ул иһә журналистика юлын һайлаған, БДУ-ла уҡыған йылдарында ҡартатаһының ижадын ғилми күҙлектән өйрәнә.


«Ҡартатайым хаҡында тотош фильм төшөрөлгән, халҡыбыҙҙың иң яратҡан шағирҙаның береһе. Һәм мин уның ейәнсәре булыуым менән бәхетлемен. Кешеләр, ҡартатайыңдың шиғырҙарын уҡыным йә уның хаҡтағы фильмды ҡараныҡ, тип килеп әйтһә, бигерәк шатланам. Унда булған ҡиммәттәр миндә лә йәшәй», — тип һөйләне бөгөн БСТ каналында эшләүсе Ғәйшә. 



Автор: Инсаф Хужабирганов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте...

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты 11.09.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты...

Тотош уҡырға 0

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Республика Башлығы Указы менән булдырылған байрам йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм ......

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Акцияны Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы иғлан итте. Уның сиктәрендә 110 ҡурайсы 110 халыҡ көйөн ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат 08.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат...

Тотош уҡырға 0

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы 27.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды 24.07.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде 23.07.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс буйынса һайлап алыуҙы үткәреү осоро – 2026 йылдың 27 июленән 7 авгусына тиклем....

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты 20.07.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды 20.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды...

Тотош уҡырға 0

«AY YOLA «Урал батыр» эпосы эҙҙәре буйлап» фильмы фестивалдә иң яҡшыһы тип танылды

Комментарий өҫтәргә