Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Республикабыҙҙа Ғәди Арыҫлановтың 100 йыллығына журналистар конкурсы башланды
Башҡортостанда журналистарҙан «Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына» Ғәди Арыҫланов исемендәге премияға эштәр ҡабул ителә башланы. Конкурс Рәсәйҙең билдәле журналисы, «Стәрлетамаҡ эшсеһе» ҡала гәзитенең элекке баш мөхәррире, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Курск дуғаһынан алып Берлинғаса барып еткән яҡташыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлана.
«Беҙҙең конкурс 9 майҙа илебеҙ 80-се тапҡыр билдәләгән Ватан геройҙарының еңеүенә арнала, — тип хәбәр иттеләр республиканың Яҙыусылар союзынан. — Шәп мөхәррир һәм журналист, фронт яҙмалары авторы Ғәди Арыҫланов иҫтәлегенә һәләтле ойоштороусы, автор һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы гражданы исемендәге премия булдырҙыҡ».
Конкурс Башҡортостандың Журналистар союзы һәм Ғәди Мөхәмәт улының ғаиләһе булышлығында ойошторола. Арыҫланов исемендәге премияға Рәсәйҙең киң мәғлүмәт саралары — федераль һәм төбәк гәзиттәре, телерадиокомпаниялар, ижади берекмәләр, мәғлүмәт агентлыҡтары, редакциялар, нәшриәттәр вәкилдәре, яҙыусылар, блогерҙар, гәзит-журналдарҙың штаттан тыш һәм штаттағы авторҙары, студенттар, музейҙарҙың һәм башҡа ойошмаларҙың матбуғат хеҙмәте вәкилдәре дәғүә итергә мөмкин.
Еңеүселәр түбәндәге номинацияларҙа билдәләнә:
Фронтовик журналистың ҡыҙы – Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы Әлфирә Арыҫланова әлеге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәй. Ул конкурста ҡатнашыусыларға үҙенең теләктәрен еткерҙе.
«Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы – донъя, ил, республика, ҡала, һәр кемдең байрамы. Ошо көн яҡынайған һайын, беҙ йәнә аяҡ күк йөҙө булһын тип теләйбеҙ. Хәҡиҡәтте эҙләп атайҙарыбыҙға мөрәжәғәт итәбеҙ, уларҙан ҡыйыулыҡ, аҡыллылыҡҡа өйрәнәбеҙ, терәк эҙләйбеҙ. Шуға күрә фекер тәрәнлеге, ихласлыҡ, профессиональ сифат материалдарҙы һайлап алғанда төп талап булып тора», — тип билдәләне Әлфирә Арыҫланова.
Материалдар премияны ойоштороу комитетының электрон почтаһына 2025 йылдың 9 майына тиклем ебәрергә кәрәк: journalist-rb@yandex.ru (Башҡортостандың Журналистар союзы) һәм alfira.arslanova@gmail.com.Һөҙөмтәләр 2025 йылдың 10 июненә тиклем билдәле була. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Республика матбуғаты көнөндә – 2025 йылдың 14 июнендә үткәрелә. Конкурстың шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – беркетелгән файлда.

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...
Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт
Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......
Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы...
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт
Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....
Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...
Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...
«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт
«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...
Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...
Тотош уҡырға 10
Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт
Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...
Тотош уҡырға 12