Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Өфөлә Роберт Юлдашев беренсе «Ел музыкаһы» фестивален ойоштора
7-9 февралдә Өфөлә беренсе «Ел музыкаһы» музыка һәм бейеү фестивале үткәрелә. Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, бик күп халыҡ-ара конкурстар лауреаты Роберт Юлдашев яңы программаһы менән таныштыра. Бөгөн «Рәсәй» матбуғат үҙәгендә фестивалде ойоштороусылар ошо хаҡта ентекле мәғлүмәт менән уртаҡлашты.
— Ҡурайһыҙ байрам – аҡсаны елгә осороу ул. Концертта халыҡ уйын ҡоралдары яңғыраһа, үҙенсәлекле байрам килеп сыға, — тип белдерҙе Роберт Юлдашев. — Фестиваль күҙҙәрен йомоп, музыканттар менән бергә гүзәллек донъяһына сума алырҙай йыр-моң һөйөүселәргә оҡшар.
Өс көн дауамында Роберт Юлдашевтың һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмөнөң концерты (7 февраль), дәртле бейеү һәм музыка фестивале (8 февраль) һәм саҡырылған сәхнә йондоҙҙары менән этно-музыка фестивале (9 февраль) була. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында күрһәтмә сығыштар ғына көтөлә.
— Беҙ таланттар эҙләйбеҙ, ғаризаларҙы йәшкә ҡарамайынса ҡабул иттек. Башлыса Башҡортостандың төрлө райондарынан ҡатнашалар. Был аҙнала беҙ һайлап алыуҙы тамамлайбыҙ, — тине фестивалде ойоштороусы, концерт директоры Регина Агилова. — Фестивалдең бер үҙенсәлеге — бейеүселәр йәнле музыка аҫтында сығыш яһарға тейеш.
Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры проекты менән ауаздаш исемгә килгәндә, Роберт Юлдашев былай тине:
— «Ел музыкаһы» тигән исем – Хоҙай бүләге. 2013 йылда Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөгәндә, бер ҡалала тамашасылар ҡурайҙы, беҙҙең легендаларҙы тыңлағас, концерттан һуң яныбыҙға килде. «Был – ел музыкаһы! Күңелебеҙгә үтеп инде», тине улар һоҡланып. Уларҙың һүҙҙәренән тәнем семерҙәп китте, һәм беҙ программаны шулай тип атарға булдыҡ, — тип һөйләне Роберт Юлдашев. — Беҙҙең эшмәкәрлектә остазлыҡ бар. Беҙгә филармониянан йәш һәләтле музыканттар килеп, тәжрибә үҙләштерҙе, беҙҙең менән практика үтте. Шул рәүешле уларҙың «Ел тыуҙырған моң...» тигән программаһы барлыҡҡа килде.

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...
Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт
Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......
Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы...
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт
Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....
Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...
Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...
«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт
«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...
Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...
Тотош уҡырға 10
Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт
Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...
Тотош уҡырға 12