Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......
«Башинформ» журналистары киң мәғлүмәт саралары араһында республика конкурстарында еңеүсе булды
Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнө айҡанлы бүләкләү тантанаһы үтте
Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы журналистары бүләкләнде. Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантана «Башинформ» агентлығының конференц-холында үтте.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, партнерҙар коллегаларын һөнәри байрамы менән ҡотланы. Максим Ульчев киң мәғлүмәт сараларының 2025 йылға ҡуйылған төп бурыстарын иҫкә төшөрҙө.
— Республика Башлығы Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр киң мәғлүмәт сараларының төп бурыстарын билдәләне. Махсус операцияны мәғлүмәти яҡтан тәьмин итеү, мәғлүмәт майҙанында эшләү. Байтаҡ журналистарыбыҙ бөгөн алғы һыҙыҡта әүҙем эшләй, фронттағы хәлдәр тураһында һөйләй, яугирҙәрҙең рухын күтәрә, — тип билдәләне Максим Ульчев. — 2025 йылға бурыстар маҡсатлы, улар кимәл һәм трендтар буйынса Рәсәйҙең уртаса күрһәткестәренән юғарыраҡ. Алда көсөргәнешле эш тора. Шуға күрә бөгөн бында төрлө министрлыҡтар, ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм вәкилдәре йыйылды. Һеҙ ойошторған конкурстар журналистар өсөн бик мөһим.
Артабан журналистарға ижади конкурстарҙа еңеүселәрҙең дипломдары тапшырылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы алты конкурс йомғаҡтары буйынса бүләкләнде. Агентлыҡтың баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдиновҡа интернет селтәрендә коррупцияға ҡаршы көрәш темаһын иң яҡшы яҡтыртыу конкурсының интернет-номинацияһы наградаһы тапшырылды.
«Башинформ»дың махсус хәбәрсеһе Ксения Калинина террорға ҡаршы проблема буйынса иң яҡшы журналист эше, коррупцияға ҡаршы көрәш темаһын иң яҡшы яҡтыртыу, шулай уҡ наркоманияны иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау темаһын иң яҡшы яҡтыртыу конкурстарында беренсе урынды яуланы.
Коллективтар араһында террорға ҡаршы проблема буйынса иң яҡшы журналист эше конкурсында беренсе урынды БСТ телеканалының «Честно говоря» тапшырыуы редакцияһы алды.
Шулай уҡ программаның баш мөхәррире Эмиль Йыһангиров «Наркоманияны иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау темаһын иң яҡшы яҡтыртыу» республика конкурсының «Радио һәм телевидение» номинацияһында еңеүсе булды.
Башҡортостандың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәре үҫешен яҡтыртыу буйынса республика конкурсында «Интернет киң мәғлүмәт саралары» номинацияһында мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Ольга Мортазина еңеү яуланы.
«Башинформ»дың махсус хәбәрсеһе Галина Бахшиева «Алға» сәнәғәт-етештереү тибындағы махсус иҡтисади зона эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыу» республика конкурсында еңеүгә лайыҡ булды.
«Киң мәғлүмәт саралары сайттарында террорға ҡаршы проблема буйынса иң яҡшы эш» номинацияһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Иван Вавилов билдәләнде. «Про деньги — просто» республика конкурсы лауреаттары дипломдарын штаттан тыш дизайнер Валерия Любина һәм мәғлүмәт агентлығының контент-үҙәге мөхәррире Арина Алекперова алды.
Шулай уҡ республика журналистарына күп йыллыҡ хеҙмәттәре өсөн юғары наградалар тапшырылды. Мәғлүмәт агентлығының мәҙәниәт буйынса күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһы, үҫтереү бүлеге белгесе Гөлдәр Хужабиргәнова һәм башҡорт телендәге контент бүлеге тәржемәсеһе Альмира Дәүләтбаева Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының почет грамоталары менән бүләкләнде.
Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...
Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт
Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......
Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы...
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт
Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....
Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...
Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...
«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт
«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...
Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...
Тотош уҡырға 10
Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт
Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...
Тотош уҡырға 12