Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » “Ҡош юлы” һеҙгә юллана
Йәштәр ауазы “имән ишектәргә” барып бәрелмәһен.

“Ҡош юлы” фестивале проекттарының береһе юҡҡа ғына “Төнгө ултырыш” тип аталмағандыр. Алдынғы ҡарашлы, рухлы, талантлы башҡорт йәштәрен берләштергән сараның тәүге күсмә сығышы Учалынан башланды.

“Ҡош юлы” фестивале юғарынан күрһәтмә буйынса түгел, йәштәрҙең үҙ башланғысы менән һәм халыҡтан йыйылған аҡсаға йыл һайын ниндәйҙер бер районда йәй айында уҙғарыла. Мәҫәлән, былтыр ул арабыҙҙан бик иртә киткән талантлы шағир Рәйес Түләктең яҡты иҫтәлегенә арналып, Әбйәлил районының Иҙәш йылғаһы буйында ойошторолдо.

Әммә фестивалдәрҙә генә осрашмай йәштәр. Һуңғы арала улар даими аралашып тороу, ижад емештәре менән уртаҡлашыу, фекер алышыу маҡсатында, үҙҙәре әйтмешләй, “Ҡош юлы”ның ҡышҡы варианттарын да уйлап сығара. Интернет селтәрендә иркен аралашҡан һәр кем йыш ҡына Өфөлә “фатирник”тарҙың ойошторолоуы тураһында хәбәрҙарҙыр.

Советтар осоронда бындай төр аралашыу бик популяр була. Сәхнәлә түгел, йорттарҙа йыйылышып, музыканттар, шағирҙар “ирекле микрофон” аша мини-концерттар ҡуя, күңелендә яралған ижадын фекерҙәштәренә еткерә.

Икенсе йыл “Ҡош юлы” хәрәкәтенә уҡыусы балаларҙың йәлеп ителеүе лә маҡтауға лайыҡ. Проект әллә күпме балаларға ҡанат ҡуя, уларҙа өмөт уята, яңы исемдәр аса.

“Төнгө ултырыш” – ул йыр-моң менән бергә шиғри һүҙ үрелеп барған тамаша. Учалылағы концертта ла бард, рок йырҙары менән бергә нәфис һүҙ ҙә яңғыраны. Тамашаның беренсе өлөшө патриотик рухта ҡоролдо. Учалы ҡыҙҙары Альбина Шәмсетдинованың “Башҡорт улына” йыры күңелдәрҙә дәрт, милләтебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятһа, Миңзәлә Яхинаның “Салауатым” йыры бөгөнгө ысынбарлыҡты асып һалды, уйлыларҙы уйландырҙы. Ә Лидиә Таңатова ижадында милли тамырҙарыбыҙ, йолаларыбыҙ сағылды.

“Йөрәк һүҙе” проекты призеры Фәнил Бүләковтың тетрәндергес шиғырҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ша­ғирҙың:
Ерһеҙ Муса тоҡомонан түгел,
Башҡорт тамырҙары – Уралда.
Халҡым киләсәген уйлай-уйлай,
Мең хәсрәтем йәнгә урала.
Мең уйҙарым тыныслыҡты урлай,
Башҡорттарым бик йыш бер ҡатлы.
Заманаһы шулай... Ялағайҙар
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мең хаҡлы, –
тигән һүҙҙәре милләтебеҙҙең бөгөнгө хәлен һүрәтләгәндәй булды.

Сараның артабанғы өлөшөн мөхәббәт, ғаилә ҡиммәттәре, тормош асылы тураһындағы шиғырҙар һәм йырҙар дауам итте.

Республика йәштәре араһында киң билдәле “Дан” төркөмө етәксеһе, һуңғы йылдарҙа “Ҡош юлы” фестивален ойоштороуҙы үҙ иңдәренә алған Тимур Йосоповтың, былтыр уҙғарылған “Урал батыр” рок фестивалендә “Хан Соло” төркөмөн төҙөп сығыш яһаған, ололарҙы ла, кеселәрҙе лә әсир иткән моңло тауышлы Тимур Ямаловтың, үҙенә генә хас стилдә йырлаған Ришат Сөләймәновтың сығыштарын зал бигерәк тә илһамланып тыңланы.

Концерттың бер яҡшы үҙенсәлеген айырым билдәләп үтер кәрәк: унда Өфө йәштәре генә түгел, урында йәшәп ижад итеүселәр ҙә йәлеп ителде.
Нур Кәримов етәкләгән “Эксперимент” төркөмө, былтырғы “Ҡош юлы” фести­валендә гран-при яулаған Сәғиҙулла Лоҡманов, Таһир Мирсәйетов, Руслан Шакировтың гитарала уйнап йырлауын яҡташтары бик йылы ҡабул итте.

Баш ҡаланан килгән йәш шағирәләр менән бергә Учалы яҙыусылар ойошмаһы йәштәре лә сәхнәнән үҙҙәренең ижадын тәҡдим итте. Әйткәндәй, гитара моңо аҫтында шиғырҙар бөтөнләй икенсе төрлө яңғырағандай тойолдо – йөрәктең иң нескә ҡылдарын тирбәлтте.
Скрипкала оҫта уйнаған Резана Аҡтаеваның да сығышын учалылар дәррәү алҡыштарға күмде.

...Тамаша бер тынала гөрләп үтте. Йөрәктәр бергә тибеп, хистәр тулҡынында йәнәш йөҙҙө. Бер генә нәмә күңелде ҡырҙы: зал тулы түгел ине. Әлбиттә, рок, бард йырҙарын, шиғри сығыштарҙы һәр кем күңеле менән ҡабул итә алмай, бигерәк тә Учалы тамашасыһына был бөтөнләй яңы йүнәлеш. Әммә залда йәш быуындың аҙ булыуы борсолдорҙо. Был бит улар өсөн, был тамаша йәштәр стилендә!

Бөгөнгө ҡатмарлы, болғауыр, рухи ҡиммәттәр аҡса, матди байлыҡ менән алмашынған, эскелек, суицид, наркомания сәскә атҡан заманда тиҫтерҙәренең сығышы уларҙы, һис шикһеҙ, уйландырыр, тормошҡа икенсерәк ҡарарға этәргес булыр ине – быға иманым камил.
Һәр хәлдә, концерт тамамланғас та, тамашасылар артистарҙы алҡышлап оҙаҡ ебәрмәне, сәхнәгә күтәрелеп танышып-аралашты, фотоға төштө. “Йәштәр ойошмаһын тергеҙәйек, тупланайыҡ, берләшәйек” тигән тәҡдимдәр ҙә яңғыраны күҙҙәрендә осҡон ҡабынған егет-ҡыҙҙарҙың.
Әйткәндәй, “Төнгө ултырыш”тың Учалыла үтеүен ишетеп, хатта күрше Силәбе өлкәһенән дә өс машинала йәштәр килгәйне.

Ойоштороусылар белдереүенсә, “Ҡош юлы” тиҙҙән Баймаҡ, Сибай һәм башҡа яҡтарға ла йүнәләсәк. Ҡаршы алығыҙ, милләттәштәр! Йәштәр ауазы тамашала яңғыраған йырҙағыса “имән ишектәргә” барып бәрелмәһен.


Автор: Р. РӘМИЛЕВА Район: Учалы ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 12


Комментарий өҫтәргә