Был көндө булдырыу идеяһы менән Испания радиоһы академияһы президенты Хорхе Альварес сығыш яһай. Уның тәҡдимен ЮНЕСКО-ның генераль директоры Коитиро Мацуура ла хуплай. Шулай итеп, 2011 йылда календарҙа Бөтә донъя радио көнө барлыҡҡа килә. Ни өсөн тап ошо көндә икәнен дә аңлатып үтәйек: 1946 йылдың 13 февралендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының радиоһы тәүге тапҡыр эфир тулҡындарына сыға.
Бөтә донъя радио көнө алдынан беҙ күптән инде тыңлаусыларҙың оло һөйөүен яулаған “Ашҡаҙар” радиоһы хеҙмәткәрҙәре менән “түңәрәк өҫтәл” янында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Хөрмәтле коллегалар, бөгөн һәр берегеҙҙе радио тыңлаусылар тауышығыҙҙан таный. Ә яҙмыш һеҙҙе был өлкә менән нисек бәйләне? Радиожурналистикаға нисек аяҡ баҫтығыҙ?
Зөмәйрә САФИНА, өлкән мөхәррир, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре:
– Радиоға эшкә килеүем осраҡлы хәл түгелдер, тип уйлайым. Мин бала саҡта, ауылыбыҙға электр уты үтеү менән, радио нөктәһе асылды. Тапшырыуҙарҙы, концерттарҙы байрам көткәндәй һағынып көтөп алабыҙ. Бала аҡылым менән радионы иҫ киткес серле донъя тип ҡабул иттем, шул ҡумтаның эсендә бәләкәй генә кешеләр йәшәй һәм эшләй, тип уйлай инем. Хәҙер уйлаһаң, мөғжизә лә кеүек, әммә шул саҡта уҡ үҙемде радио эсендә һөйләп ултырам икән, тип күҙ алдына килтерә торғайным. Ошо хыял мине ғүмер буйы ташламаны.
Юғары уҡыу йортонан һуң мәктәптә эш башланым. Ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү мәшәҡәттәре менән хыялымды тормошҡа ашырыуға, бәлки, бер аҙ һуңлабыраҡ та тотонғанмындыр, тип уйлайым хәҙер.
1995 йылда “Радио-2” каналы асылды. Көн буйы башҡортса йырҙар бирәләр, тура бәйләнештә тапшырыуҙар алып баралар. Уларҙы тыңлау күңелгә әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек өҫтәй. Шул саҡта башымда “мин ошо радиола эшләргә тейешмен” тигән уй яралды һәм тәүәккәлләнем. Тормошомда яһалған был ҡырҡа аҙымым өсөн бер ҡасан да үкенмәнем, эшемде ҙур кинәнес менән башҡарҙым һәм әле лә башҡарам.
Урал НИҒМӘТУЛЛИН, баш режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре:
– Зөмәйрә кеүек мине лә радио бала саҡтан үҙенә йәлеп итте. Концерттарҙы, башҡортса тапшырыуҙарҙы көтөп ала инек. Бигерәк тә радиоспектаклдәр тыңларға яраттым. Улар һәр ваҡыт көндөҙгө 12-лә тапшырыла торғайны. Әсәйем әрләй, эш менән бул, ти, ә мин радиоалғыс янынан китмәйем, спектакль тамамланғас ҡына эшкә тотонам. Бына шундай мөғжизәле донъя тип ҡабул иттем радионы.
1995 йылда яңы асылған “Радио-2” каналында Рәмис Дәүләтбаев етәкселегендә эш башланым. Ғөмүмән, тәүлек әйләнәһенә эшләгән, башҡорт телендә тапшырыуҙар, тура бәйләнештәр, йырҙар тапшырған канал асыу Рәмис Рәжәп улының, уның фекерҙәштәренең хыялы ине, улар шуны тормошҡа ашыра алды. Бөгөн “Радио-2” нигеҙендә “Юлдаш” каналы эшләй.
Бына инде сирек быуатҡа яҡын ошо өлкәгә хеҙмәт итәм. Эшем музыка, сәнғәт донъяһына бәйле, йырсылар, композиторҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлеккә ҡоролған. Күңелемә яҡын өлкә булғас, һөнәремде яратып башҡарам.
Фәнүзә БАҺАУЕТДИНОВА, бүлек мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре:
– Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Өфөнөң 20-се башҡорт мәктәбендә эшләп йөрөгән сағымда, миңә, йәш коммунисҡа, пионерҙар һәм комсомолдар менән эшләү бурысын йөкмәттеләр. Бер саранан һуң радиола эшләүсе журналист Фәрғәт Ҡунафин интервью алды. Минең тауышыма, башҡортса төҙөк һөйләүемә иғтибар итеп, Альбина апай Зәкирова радиоға саҡырҙы һәм эшләп ҡарарға тәҡдим итте. Мәктәптән буш ваҡытымда йүгереп килеп, тапшырыуҙарҙы уҡып, яҙҙырып китәм. Шулай йылға яҡын йөрөгәс, бер көн коридорҙа Фәниә апай Хәлитова тотоп алды ла тулыһынса радиоға эшкә күсергә тәҡдим итте. Шул көндән алып өс тиҫтә йылға яҡын ваҡыт үткән дә киткән.
“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһына эшкә килгәс, күптәнге хыялымды тормошҡа ашырып, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланым. Башҡортостан радиоһында, “Радио-2” каналында тәжрибә туплап, Башҡортостан телевидениеһының “Сәләм” иртәнге программаһында тәүгеләрҙән булып тура эфирҙа эшләнем. Артабан – “Юлдаш”, бөгөн “Ашҡаҙар” радиоһында хеҙмәт юлымды дауам итәм.
Зилиә ШӘЙМӘРҘӘНОВА, мөхәррир:
– Бала саҡтан артист йәки бейеүсе булырға хыялландым, телевидение дикторы булып та ҡыланып уйнай торғайным. Әммә сәнғәт юлын һайлауға әсәйем ҡаршы төштө, шуға күрә Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын һайланым. Ауыл мәктәбендә уҡытып йөрөйөм, ләкин күңел баш ҡалаға тарта. Х класта уҡыған бер туған һеңлем Эльза “Һылыуҡай” конкурсында еңгәс, “Һин сәнғәт институтына инергә тейешһең, ә мин телевидениела диктор булам” тигән ҡыйыу ҡарарымды еткерҙем дә икәүләп Өфөгә юлландыҡ.
Сәнғәт институты бинаһына инеп барғанда, Гөлли Мөбәрәкова осраны. “Һаумыһығыҙ, Гөлли Арыҫлановна!” тип иҫәнләштем. Ул беҙҙең кем, ҡайһы яҡтан булыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһынды. “Бына һылыуым институтҡа килде”, – тинем. “Ниңә үҙең дә инеп ҡарамайһың?” – тип һораны. “Юҡ, мин диктор булам!” – тип яуапланым бик ҡыйыу рәүештә. “Шулаймы ни...” – тип ихлас ғәжәпләнде актриса һәм “Толпар” телеканалына барып ҡарарға кәңәш итте. Үҙем дә көтмәгәнсә, һайлап алыуҙы уңышлы үтеп, диктор булып киттем. Артабан “Шәреҡ” радиоһында, “Радио-2”-лә алып барыусы булырға насип итте. Бөгөн Башҡортостаныбыҙҙың иң моңло радиоһы – “Ашҡаҙар”ҙа эшләүем менән бәхетлемен.
– Бынан сирек быуат самаһы элек тап һеҙ башҡорт телендә тура бәйләнештә эш башлаған радионың нигеҙендә торғанһығыҙ. Шул ваҡыттағы үҙегеҙҙе бөгөнгө образығыҙ менән сағыштырып, нимәләр әйтер инегеҙ? Шулай уҡ тыңлаусының зауығы, кимәле үҙгәрҙеме?
Фәнүзә БАҺАУЕТДИНОВА:
– Радиожурналист микрофон алдына уны меңдәрсә кеше тыңлаясағын белеп, һәр һүҙе, фекере өсөн оло яуаплылыҡ тойғоһо менән ултыра. Тапшырыуға етди әҙерләнеү, эфир мәлендә әңгәмәсеңде дөрөҫ юҫыҡҡа көйләү, уның кимәленә тура килеү мөһим. Был элек тә шулай булды, хәҙер ҙә.
Тыңлаусыларға килгәндә, үҙгәрештәр һиҙелерлек. Тәүҙә тура эфир мәлендә шылтыратыуҙар бик һирәк ине. Халыҡты нисек тә булһа йәлеп итеү маҡсатында телефон аша бушлай ҡотлауҙар ҡабул иттек. Кешеләр тура бәйләнештән ҡурҡа торғайны, ә хәҙер тыңлаусыларыбыҙ матур итеп үҙ фекерен еткерә, тапшырыу барышында төплө һорауҙар бирә.
Зөмәйрә САФИНА:
– Эйе, “Радио-2”, “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” кеүек каналдар халыҡты әңгәмәләшергә өйрәтте. Әлбиттә, беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, яңылыҡтарҙан артта ҡалмаҫҡа, көн талабына яуап биргән, тыңлаусыларыбыҙҙың зауығына тура килгән тапшырыуҙар эшләргә тырышабыҙ. Эфир – үҙе бер кайф, башҡортсалап әйткәндә, кәйеф күтәргес ул.
Урал НИҒМӘТУЛЛИН:
– Техник йәһәттән мөмкинлектәрҙең киңәйеүен, яҡшы яҡҡа үҙгәреүен билдәләр инем. Һәр тапшырыуға тотош коллективтың берҙәм хеҙмәте һалына. Хеҙмәттәштәрем – тауыш режиссерҙары Рөстәм Ҡәҙерғолов һәм Гөлйемеш Баязитова менән уртаҡ һүҙле булып эшләйбеҙ.
Зилиә ШӘЙМӘРҘӘНОВА:
– Бында эшкә килгән осоромда, телеүҙәккә инеү менән, иңемдә ҡанаттар үҫкәндәй тоя торғайным үҙемде. Әле лә яҡшы үткән тапшырыуҙан, матур ойошторолған әңгәмәләрҙән һуң күңел күтәрелә. Тыңлаусыларыбыҙ ҙа беҙгә йүнәлеш бирә, яңы ижади үрҙәргә дәртләндерә.
– Журналистың эшендә көтөлмәгән хәлдәр ҙә йыш осрай, бигерәк тә тура бәйләнештәр мәлендә...
Фәнүзә БАҺАУЕТДИНОВА:
– Эйе, ундай хәлдәр ҙә булғылай. Мин һәр тапшырыуға, кәрәк була ҡалһа тип, запас туплап өйрәнгәнмен, шулай ышаныслыраҡ. Бер мәл милли матбуғатҡа арналған тапшырыуға “Һәнәк” журналының мөхәррире булып эшләгән Рәлиф Кинйәбаевты саҡырҙым. Ул – шул тиклем теүәл кеше, бер ҡасан да һуңламай. Ә был юлы ниңәлер тотҡарлана. Тапшырыуға 20 минут самаһы ваҡыт ҡалғас, шылтыратып ғәфү үтенде, телеүҙәктән алыҫ түгел урында машинаһын төкөгәндәр икән. Полиция хеҙмәткәрҙәре килгәнсе ташлап китә алмай бит инде. Тәүҙә ҡаушабыраҡ ҡалдым, унан тиҙ генә “Һәнәк” редакцияһына шылтыратып, телефондан һөйләшергә кеше таптым. “Рәлиф Мөстәҡимович үҙе китте, беҙ нимәгә кәрәк?” – тип ризалашмай аптыраттылар. Алдан туплаған баяғы запасым һәм телефон аша бәйләнеш ярҙамында тапшырыуым имен-аман үтеп китте.
Урал НИҒМӘТУЛЛИН:
– Тура эфирҙа ҡыҙыҡ хәлдәр була инде ул. Бер мәл шулай Рамаҙан ағай Йәнбәковты саҡырҙым. Мин һорау биреп тә өлгөрә алмайым, телефон бер туҡтауһыҙ шылтырай – халыҡ Рамаҙан ағайға һорауҙарын яуҙыра, матур теләктәрен әйтә, хөрмәтен белдерә. Оло йәштәге йырсының күңеле тулып, иланы ла ебәрҙе. Һыу эсереп, тынысландырып, саҡ әңгәмәне дауам иттек.
Зөмәйрә САФИНА:
– Ә мин бер тапҡыр, сәғәт күскән мәлдә яңылышып, эшкә һуңланым. Александр Кузьменко менән иртәнге тапшырыуҙы алып бара инек. Сәғәт ете тулып килә, мин юҡ. Ни эшләргә белмәгән Саша йыйыштырыусы Айһылыу апайҙан үтенеп һорап, уны микрофон алдына баҫтырып, “Хәйерле иртә, хөрмәтле радиотыңлаусылар! Өфө ваҡыты...” тип әйттергән дә ҡалған өлөштө тулыһынса үҙе алып барырға мәжбүр булған.
Зилиә ШӘЙМӘРҘӘНОВА:
– Өфөнөң тыуған көнө алдынан мәҙәниәт министры Тәлғәт Сәғитовтан һәм композитор Заһир Исмәғилевтән ҡотлау сәләме алырға ҡуштылар.
Тәүҙә министрлыҡҡа киттем. Тәлғәт Ниғмәтулла улы менән шул тиклем ихлас әңгәмәләштек, министр кешенең ябайлығына хайран ҡалдым. Мине тиң күреп һөйләшкәнгәлер инде:
– Төшкө ял мәлендә Заһир ағайға барыу килешерме икән? – тип кәңәш һораным.
– Килешер, туғаным, ниңә килешмәһен, – тигәс, бөтөнләй батырайып:
– Әллә һеҙ миңә машинағыҙҙы биреп тораһығыҙмы? – тип әйттем дә һалдым. Ә үҙем был ваҡытта “транспорт йөрөмәгән Энгельс урамына алты килограмлыҡ репортер, бейек күтәрмәле туфли менән нисек барып етермен икән” тип баш вата инем.
– Һин бигерәк хәйләкәр булып сыҡтың бит, һеңлем, – тип көлә-көлә министр ағай водителенә мине алып барып ҡуйырға ҡушты.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, хөрмәтле коллегалар! Киләсәктә лә “Ашҡаҙар”ҙың моңло тулҡындары аша фәһемле тапшырыуҙар, йәнле тура бәйләнештәр, күңел ҡылдарын тибрәтер йырҙар менән халҡыбыҙҙы рухландырып, тормошто йәмләп эшләргә һәм ижад итергә яҙһын!