Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Йөрәгендә халҡы булмағандың...
Дәүләт менән дөйөм милек мәсьәләләрен айырып ҡарау мөмкин түгел, улар туранан-тура милләт һәм милли дәүләт нигеҙенә барып тоташа. Аныҡ үҫеш ҡанундарынан сығып ҡарағанда, туғандаш ырыу-ҡәбиләләр ойошоп, тел, мәҙәниәт, ер, хужалыҡ уртаҡлығына өлгәшеп, милли дәүләт тыуҙыра. Ошондай тотош йәшәйеш ҡанундарына яраҡлашҡан милли дәүләт тыуҙырған халыҡ ҡына артабан үҫеш мөмкинлеге ала, тулы көс менән йәшәй.


Бойондороҡло халыҡтарҙың ҙур көс, иҫәпһеҙ ҡорбан биреп алған милли дәүләте алдына беренсе сиратта дәүләт телен камиллаштырыу мәсьәләһе килеп баҫа. Ул төп билдә булып тора. Милли дәүләт юҡ икән, милли тел дәүләт теле статусында йөрөй алмаған кеүек, милли дәүләт тә тулы хоҡуҡлы булып йәшәй алмай.
Һәр беребеҙгә билдәле: 1990 йылдың 11 октябрендә республикабыҙҙың Юғары Советы Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итте һәм башҡорт милли дәүләтселегенең нигеҙле икәнен нығытты. Быға ярашлы республикала йәшәгән бөтә халыҡ суверенитеттың субъекты булып тора. Шул уҡ ваҡытта әлеге ҡиммәтле тарихи документ башҡорт халҡының үҙбилдәләнешкә айырып алғыһыҙ хоҡуғын иғлан итте. Кире осраҡта, суверенитет ҡабул итеү өсөн бер ниндәй нигеҙ ҙә булмаҫ ине. 1990 йылда ҡабул ителгән Декларация республикабыҙҙың үҫешенә, иң мөһиме — телебеҙгә дәүләт теле статусы алыуға төп этәргес көс бирҙе. Ошо Декларация менән беҙҙең милли дәүләтселек законлы рәүештә нығытылды. Шуға ла республикабыҙҙа йәшәгән ҡайһы бер халыҡ, күберәк булһа ла, дәүләт теле статусына дәғүә итә алмай, сөнки кешелектең айырым этник төркөмдәргә бүленә башлаған тәүге осоронда уҡ халыҡты бер ергә ойоштороу хеҙмәтен иң тәүҙә шул төркөмдөң теле башҡара.
Кешеләр, уртаҡ тел нигеҙендә тупланып, халыҡҡа әйләнә, һәм шул уҡ тел халыҡтың этник билдәһе булып хеҙмәт итә башлай. Халыҡ теле милли тел кимәленә күтәрелә, тимәк, милләттең этник билдәһе булып уның үҙ теле генә хеҙмәт итә ала. Һәр милләт үҙ телендә һөйләшә, аралаша, ижад итә, тел һәр милләт кешеһенең төп йәшәү рәүеше булып ҡала. Ошо хоҡуҡтар — башҡорт халҡы өсөн төп билдәләнеш. Иң мөһиме — улар Декларация менән законлаштырылды.
Ошондай хоҡуғыбыҙ, мөмкинлектәребеҙ булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәләрҙең күбеһе киләсәгебеҙҙе күҙалларға тырышмай, тар фекер йөрөтөп, балаларын туған телдә уҡытыуға бик үк ынтылып бармай. Бындай тәрбиәнең уңышлы булыу-булмауына, әлбиттә, өмөт итеү икеле. Хәҙерге заманда күп тел белеү — ул төрлө ил халыҡтары менән аралашыу ҡоралы ғына. Һәр милләттең үҙ теле үҙенә ҡиммәт, сөнки тик ул ғына кешене милләт булыу кимәленә күтәргән, һәм милли дәүләт булдырылған. Башҡорттарҙың ҡайһы берҙәре ваҡытында ситтән күсеп килгәндәр менән ныҡ аралашыу һөҙөмтәһендә башҡасараҡ һөйләшә, әммә был уның төп тамырына кәртә була алмай. Туған телен бөтөнләй хупламағандарҙы, үҙ телендә һөйләшергә теләмәгәндәрҙе башҡа милләт кешеләре лә ҡабул итмәй ул. Телдең бит кәме, артығы юҡ. Туған телен кәмһеткәндәр үҙен кәм күрә, милләтен, илен хурлай. Ундай кеше милли тойғоһон юғалтҡан бер мәхлүк булып ҡала. Милли тойғо — мәңге һүнмәҫ, һүрелмәҫ ҡиммәт. Ул төбәгебеҙҙең көнбайыш башҡорттарында айырыуса көслө. Башҡасараҡ — үҙ диалектында — һөйләшһәләр ҙә, ысын башҡорт булып йөрөүҙәренең, ҡаҡшамаҫ рухлы булыуҙарының нигеҙендә милли тойғо ята. Төрлө сәбәп менән үҙ милләтенән ситләшкәндәрҙең дә күңелендә милли тойғо, еренә, иленә булған һөйөү мәңге һаҡлана, юғалмай, кире осраҡта, уларҙың тыуған иленән дә мәхрүм ҡалыуы ихтимал.
Үҙ телеңде өйрәнеү, үҙ телеңдә һөйләшеү, уйлап фекер йөрөтөү — илеңде һөйөү, ереңде һаҡлау, үҙ милләтең менән ғорурланыу ул. Әсә бала менән бергә милләтте тыуҙыра, телде, илде булдыра. Шуға ла Әсә, Тел, Ил һүҙҙәре кеше күңелендә иң изге төшөнсә булып мәңге һаҡлана. Әгәр бөгөн башҡорт балалары үҙ телен белмәй, тарихын өйрәнмәй үҫә икән, улар тыуған ил тойғоһонан мәхрүм. Тел ҙур ижтимағи әһәмиәткә эйә. Тыуған илгә мөхәббәт, тоғролоҡ унан башлана. Шул сәбәпле һәр милләт үҙенең исеме менән йөрөтөлгән төбәктә рухи ҡиммәтенең яҙмышын хәл итеүҙе законлы талап итә ала. Ә ҡайһы бер ата-әсәләр үҙ хоҡуҡтарын файҙаланыуға битараф, иленең үҫешенә аяҡ сала, туған телен өйрәтеүҙән баш тарта икән, үҙе ултырған ботағына үҙе балта саба тигән һүҙ.
Шул уҡ ваҡытта һуңғы йылдарҙа урта быуын вәкилдәренең һәм күп йәштәрҙең балаларын туған телдә уҡытыуға, тарихыбыҙҙы өйрәнеүгә, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә иғтибар итеүе, шәжәрәләрен өйрәнеүе, аҫаба башҡортлоғон асыҡларға тырышыуы сикһеҙ ҡыуандыра.
Ата-әсәләр иң элек милләтебеҙҙең, илдең киләсәге мәнфәғәтенән сығып аныҡ һөҙөмтәгә килергә, туған телебеҙҙә уҡытыуҙы ил киләсәге, милләт яҙмышы, үҙебеҙҙең булмышты, йәшәйеште хәл итеү тип аңларға тейеш. Еребеҙҙә хужа булып йәшәү үҙебеҙҙән тора. Ә телебеҙ закон менән нығытылған. Балаларыбыҙҙы туған телебеҙҙә һөйләшеүҙән, аралашыуҙан, уҡыуҙан мәхрүм итәбеҙ икән, тимәк, илебеҙгә, телебеҙгә, милләтебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тәрбиәләйбеҙ тип әйтеүе ҡыйын. Рәми Ғарипов әйтмешләй:

Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ.
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ.
(“Туған тел” шиғырынан).




Автор: Ләлә БЕЙЕШЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте...

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты 11.09.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты...

Тотош уҡырға 0

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Республика Башлығы Указы менән булдырылған байрам йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм ......

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Акцияны Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы иғлан итте. Уның сиктәрендә 110 ҡурайсы 110 халыҡ көйөн ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат 08.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат...

Тотош уҡырға 0

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы 27.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды 24.07.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде 23.07.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс буйынса һайлап алыуҙы үткәреү осоро – 2026 йылдың 27 июленән 7 авгусына тиклем....

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты 20.07.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды 20.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды...

Тотош уҡырға 0

«AY YOLA «Урал батыр» эпосы эҙҙәре буйлап» фильмы фестивалдә иң яҡшыһы тип танылды

Комментарий өҫтәргә