Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Дуҫлыҡ нигеҙе – ихтирам
Дуҫлыҡ нигеҙе – ихтирам Аҙ һанлы халыҡтар үҙ телен, йолаларын, ауыҙ-тел ижадын нисек һаҡлап ҡала ала? Был һорау күптәргә тынғылыҡ бирмәй. Айырыуса илһөйәрҙәргә. Ошо көндәрҙә баш ҡалала үткән “Фин-уғыр халыҡтарының ассоциацияһы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте Советы Президиумы ултырышында ғалимдар, власть даирәләрендә эшләгән вазифалы кешеләр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ошо һорауҙарға яуап эҙләне.
Күләмле сараның Башҡортостанда ойошторолоуы юҡҡа түгел. Республикалағы мари халҡы диаспораһы илдә иң ҙуры һанала. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғ­лү­мәттәре буйынса, төбәктә 100 меңдән ашыу ошо милләт вәкиле йәшәй. Удмурт һәм мордва халыҡ­тары­ның да милли-мәҙәни үҙәктәре һөҙөмтәле эшләп килә.
Ил Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен һәм телдәр күп төрлөлөгөн һаҡлау, үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Петр Тултаев үҙ сығышын Башҡортостандағы ыңғай эш һөҙөмтәһен барлауҙан башланы:
– Башҡортостан – милләт-ара берҙәмлек миҫалы. Күп халыҡтар көн иткән республика быуаттар дауамында толерантлығы менән абруй ҡаҙанған. Ул милли сәйәсәт өлкәһендә башҡаларға үрнәк булып тора. Минең икенсе тыуған яғым ошонда булыуы менән ғорурланам. Ҡатыным – Өфөнөкө. Шуға Башҡортостанға килергә яратам, – тине ул.
Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, мәҙәниәт һәм мәғариф министрҙарының урынбаҫарҙары Валентина Латипова һәм Венера Вәлиева, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, республиканың фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Юлия Герасимова сығыш яһаны.
Борис Мелкоедовтың сығышынан һуң, Башҡортостан­да фин-уғыр телдәрендә сыҡҡан гәзиттәрҙең өлгөләрен Интернет киңлектәрендә лә булдырыу мәсьәләһе күтәрелде. Был йәһәттән Нефтекама ҡалаһында мари телендә сыҡҡан “Чолман” республика баҫмаһын миҫалға килтерергә була. Мариҙар күпләп төпләнгән Ҡалтасы, Мишкә, Тәтешле райондарында нәшер ителгән баҫмаларҙың да, тиражы әллә ни ҙур булмаһа ла, даими уҡыусылары етерлек.
Венера Вәлиева мәғариф өлкәһендәге хәл менән таныштырғас, уҡытыу программаларын әҙерләүҙә тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлектәре лә ҡаралды. Был йәһәттән Башҡортостанда проблема юҡ, китап-әсбаптар етерлек кимәлдә. Мәктәптәрҙә удмурт, мари, мордва телдәрен туған тел булараҡ өйрәнеү мөмкинлеге бар, бының өсөн айырым бүлмәләр бүленгән, улар тулыһынса уҡытыу-методик ҡулланмалар менән тәьмин ителгән. Әйтәйек, мари телен туған тел булараҡ биш меңдән ашыу уҡыусы өйрәнә, был йүнәлештә йөҙҙән ашыу уҡытыусы эшләй. Һөнәри кадрҙар Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы, Стәрлетамаҡ һәм Благовещен ҡалаларында урынлашҡан күп профилле колледждарҙа әҙерләнә. “Уҡытыусыларҙың тәжрибә кимәле нисек һуң?” тигән һорау яңғыраны ултырышта. Ҡыҙыҡһынған шәхестең тел төбөндә шикләнеүгә лә урын бар ине. Әммә белгестәрҙең юғары кимәлдәге әҙерлеге тураһында уҡыусыларҙың уңыштары үҙҙәре үк һөйләй. Күптән түгел Мари Илендә үткән олимпиадала Башҡортостандан өс бала призлы урын яулап ҡайтҡан. Әйткәндәй, Н.П Ога­рев исе­мендәге Мари Иле университетының филология факультеты деканы, профессор Юрий Мишанин үҙ сығышында Башҡортостан студенттарын маҡтап телгә алып, теләге булған абитуриенттарҙы ташлама менән ҡабул итергә әҙер булыуҙарын хәбәр итте.
Иң ҡыҙыу бәхәс, әлбиттә, балаларға үҙ телендә белем биреү мәсьәләһенә бәйле булды, сөнки йыйыл­ғандарҙың барыһы ла ябай ғына бер төшөнсәне яҡшы аңлай: әгәр бала туған телендә һөйләшеп үҫә икән, тимәк, был телдең киләсәге бар. Республикала, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, был йәһәттән эш көйләнгән. Ыңғай һөҙөмтәләр бихисап. Оҙаҡ йылдар Башҡортостандағы Мари Иленең тулы хоҡуҡлы вәкиле, мари милли-мәҙәни үҙәге вазифаһын етәкләгән Павел Бикмурзин:
– Рөстәм Хәмитов Мишкә районы үҙәге Мишкә ауы­лындағы элекке кинотеатр бинаһын Мари мәҙәни үҙәгенә биреү тураһында ҡарар сығарҙы. Ул “Баш­ҡорт­остандың 100 йыллығына – 100 объект” исемлегенә инде һәм ошо арала төҙөкләндерелә башлаясаҡ. Шулай уҡ быйыл 1-се Бөтә Рәсәй мари съезының 100 йыллығы уңайынан Бөрө ҡалаһында ҙур байрам үтәсәк, ғилми-ғәмәли конференция ойоштороласаҡ. Ҡалтасы районында мари бейеүҙәре фестиваленә әҙерлек башланған. Йыл һайын үткәрелеп килгән был фестивалдең һуңғыһында мари халыҡ “арҡан” бейеүе, 2300 метрға һуҙылып, “Донъяла иң оҙон көнсығыш-мари бейеүе” номинацияһында донъя рекорды ҡуйҙы. Халыҡ-ара рекордтар һәм ҡаҙаныштар агентлығы президенты район хакимиәте башлығына тантаналы шарттарҙа рекордтың раҫланыуы тураһында сертификат тапшырҙы, – тип ғорурланып һөйләне.
Артабан сарала ҡатнашыусылар Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үткән “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты. Һуңынан сара Ҡырмыҫҡалы районының Илтерәк ауылындағы мәҙәни үҙәктә дауам итте. Бында мари мәғрифәтсеһе, фольклорсы, эрзя телендә әлифба төҙөгән А. Юровтың йорт-музейы эшләп килә.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 7

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 12


Комментарий өҫтәргә