Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телеңә ҡарап телеңде ихтирам итерҙәр
Телеңә ҡарап телеңде ихтирам итерҙәрҠалалағы милли мәктәптәрҙең береһендә эшләгән башҡорт теле уҡытыусыһының һөйләгәндәренән: “Бер йыл X класҡа бөтөн кешенең иғтибарын йәлеп итерлек егет килде. Ғорур ҡиәфәтле, яҡшы уҡый, шәп спортсы. Үҙе бер нисә музыка ҡоралында уйнай, оҫта бейей. Етди ҙә, шаян да. Иң ныҡ ғәжәпләндергәне – бөтөн кеше менән башҡортса һөйләшә. Һөҙөмтәлә, ошо уҡыусыма эйәреп, класташтары ла үҙ-ара туған телендә аралаша башланы, бер нисәүһе ойошоп, милли ансамбль төҙөнө. Мәктәптә башҡалар ҙа башҡортса һөйләшеүҙе модаға индереп алды, хатта бығаса минең фәнгә илтифат күрһәтмәгән һауалы ҡыҙҙар ҙа тырышып уҡый башланы...”
Ҡалала башҡорт телен өйрәтеү ҡыйын тигән һүҙҙәрҙе күп ишетергә тура килә. Ошо темаға бағышлап, йәмәғәтселек вәкилдәре менән берлектә үткәрелгән ҡайһы бер “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә, ҙур кәңәшмәләрҙә йыш ҡына ығы-зығы барлыҡҡа килеүе мәсьәләне тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрә кеүек. Ғәмәли эштән күберәк һүҙ һөйләүҙән, кемдәндер ғәйеп эҙләүҙән, тиҙ арала яҡшы һөҙөмтә көтөүҙәндер был. Өҫтәүенә һөйләшеү барышында ҡуйылған бурыстар йыш ҡына әлеге сара тамамланыу менән онотола, шуға ла киләһе осрашыуҙа шул уҡ мәсьәләләр, ҡапыл иҫкә төшкәндәй, йәнә ҡалҡып сыға. Күпме ваҡыт әрәмгә китә тигән һүҙ.
Бындай күренештәрҙән айырмалы, ысын күңелдән ихлас тырышҡан, аныҡ һөҙөмтәгә ынтылған туған тел уҡытыусылары барыбер сараһын таба. Тап шундай рухлы, эшһөйәр, хеҙмәтен намыҫлы башҡарған педагогтар тотоп киләлер ҙә милли мәғарифты. Уларҙың, шулай уҡ ата-әсәләрҙең, уҡыусыларҙың әйтеүенсә, бөгөн башҡорт телен уҡытыуҙа иң ҙур проблема – дәреслектәрҙең ҡатмарлы булыуы. Был мәсьәлә, әлбиттә, үрҙә телгә алынған кәңәшмәләрҙә лә элек-электән тикшерелә килә, тик алға китеш бигүк һиҙелмәй. Шулай ҙа әҙерҙе көтөп ултырмаған уҡытыусылар яйын таба. Мәҫәлән, хәҙер күптәрҙең үҙ программаһын төҙөп, шуға ярашлы дәрес үткәреүе мәғлүм.
“Әсбаптарҙы нисек кенә еңелләштерергә тырышмаһындар, йөкмәтке барыбер шул килеш ҡала, – тигәйне бер уҡытыусы. – Тарихи романдарҙан ҡатмарлы өлөштәр, оҙон-оҙон шиғырҙар, һөйләм киҫәктәрен табыуы, ауыр булған бормалы-бормалы ҡушма һөйләмдәр... Күнегеүҙәрҙең күбеһе ниндәйҙер әҫәрҙән алына. Был мотлаҡмы икән һуң? Китапты төҙөгән белгестәр үҙҙәре йәки уҡытыусыларға мөрәжәғәт итеп, ябайыраҡ текст яҙа алмаймы? Шул уҡ ваҡытта әҙәбиәт дәресендә романдарҙы бер нисә көнгә һуҙып өйрәнеү дөрөҫмө? Эйе, йәш быуын тарихыбыҙҙы, әҙиптәребеҙҙең ижадын белеп үҫергә тейеш. Тик дәрестә бындай әҫәрҙәрҙән ҡыҫҡараҡ, тулы вариант менән танышыуға ҡыҙыҡһындырырлыҡ өлөш кенә өйрәнелһен ине. Классикаға әүерелгәндәрҙе бит беҙ былай ҙа кластан тыш мотлаҡ уҡыла торғандар исемлегенә индергәнбеҙ, балалар уларҙы айырым ваҡытта үҙаллы өйрәнеп, аҙаҡ һорауҙарға яуап бирә йәки йөкмәткеһе буйынса инша яҙа”.
Уҡытыусылар әйтеүенсә, башҡорт теленән күнегеүҙәр ҡыҫҡа булырға, күпселекте ябай диалогтар тәшкил итергә тейеш. Инглиз телендәге кеүек. Унда текстар бер нисә һөйләмдән артмай, күберәк аралашыу алымына өҫтөнлөк бирелә. Аңлайышлы ла, ролдәргә бүлешеп уҡыған балаларға ҡыҙыҡ та. Шул уҡ ваҡытта уҡыусылар, үҙенә киләсәктә кәрәк булмаһа, инглиз телен тырышып-тырмашып өйрәнмәҫ тә ине. Ул барлыҡ тармаҡтарға тиерлек үтеп ингән, сит илдәргә сыҡҡанда ла кәрәк, өҫтәүенә тиҙҙән был предметтан БДИ тапшыра башлаясаҡтар. Ә башҡорт теле? Үҙебеҙҙең милли республикабыҙҙа ла ҡулланылыу даирәһе тар бит һаман. Эйе, башҡортса төрлө мәҙәни, әҙәби саралар күп үткәрелә хәҙер, матур-матур йолаларыбыҙ тергеҙелеп, ҙур байрамдар ойошторола һ.б.
Был саралар халҡыбыҙ, айырыуса үҫеп килгән быуын тамырҙарыбыҙҙы, асылыбыҙҙы, рухи ҡиммәттәребеҙҙе, шул иҫәптән телебеҙҙе онотмаһын тигән маҡсатты күҙ уңында тота. Тимәк, ныҡлы нигеҙ бар: йәштәр, булғанды һаҡлау ғына түгел, үҫтерергә лә кәрәклеген белеп, тағы ла киңерәк майҙан яуларға ынтылыр. Кире осраҡта телебеҙ милләт эсендә генә ҡулланылыуҙан уҙа алмаясаҡ. Ә уның республикабыҙҙың дәүләт теле тигән статусы бар!
Һәр милләттең йөҙөн ошо телдә һөйләшкән кешеләр билдәләй. Әгәр улар йәмғиәттә кире холоҡ-ғәҙәте менән таныла икән, нисек ихтирам яулай алһын? Сит милләттән булған танышымдың әйткәне онотолмай: “Бер ҡатын автобусҡа балаһын елкәһенән тотоп алып инде лә ярһып әрләргә тотондо. Башҡорт. Ҡысҡыра торғас, баланы һуғып ебәрҙе. Автобустағылар йәмһеҙ күренештән, ҡолаҡты ярған тауыштан ни әйтергә белмәй шымып ҡалды. Ә мин ирекһеҙҙән: “Балаларыма мәктәптә ошо телде мотлаҡ рәүештә өйрәтәләр бит әле”, – тип уйлап ҡуйҙым. Беләм, һәр милләттә лә төрлө кешеләр бар. Шулай ҙа, бер ҡалаҡ дегет тотош мискәнең балын боҙа тигәндәй, айырым кешегә ҡарап дөйөм халыҡҡа баһа биреп ҡуйған осраҡтар ҙа була шул”.
Милләттең көсө – дуҫлыҡ-татыулыҡта, бер-береңә, башҡа халыҡ вәкилдәренә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәттә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байтаҡ урында бының киреһен күрергә тура килә. Мәҫәлән, хәҙер киң аралашыу майҙаны булған социаль селтәрҙәрҙә. Бер-береңә, төбәгеңә ҡара яғыу, иреш-талаш сығарырға ынтылыу, ҡан-ҡәрҙәшеңде яманлаған яҙмаларҙы, “оҡшай” тип сәхифәңә шылдырып алыу – быларға ҡарап, башҡа халыҡтар үҙ баһаһын тиҙ сәпәп ҡуялыр. Был телде үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһаймы?
Яҙманың иң башында телгә алынған ғорур ҡиәфәтле башҡорт уҡыусыһына әйләнеп ҡайтҡанда, йәш быуын араһында тиҫтерҙәренә шундай өлгө күрһәтерлек, милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләрлек ҡыҙҙар һәм малайҙар күберәк булһа ине. Ә ундай балаларҙы, әлбиттә, туған халҡының, теленең, мәҙәниәтенең, башҡа рухи ҡиммәттәренең киләсәге өсөн ысын күңелдән янып-көйөп йәшәгән рухлы, иманлы ата-әсә генә үҫтерә ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикабыҙ артисы халыҡ-ара эстрада йыры конкурсында еңеү яуланы

Республикабыҙ артисы халыҡ-ара эстрада йыры конкурсында еңеү яуланы 14.08.2025 // Мәҙәниәт

Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Мөхәмәтйәров «Алдын...

Тотош уҡырға 12

Башҡортостанда ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһенә ат бүләк иттеләр

Башҡортостанда ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһенә ат бүләк иттеләр 13.08.2025 // Мәҙәниәт

Конкурста республиканың төрлө мөйөштәренән 30-ҙан ашыу музыкант ҡатнашты....

Тотош уҡырға 18

Өфөлә III «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале ойошторола

Өфөлә III «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале ойошторола 07.08.2025 // Мәҙәниәт

22-24 августа Өфөнөң Совет майҙанында III «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 37

AY YOLA төркөмө Ҡырымдағы концертта гендер-пати үткәргән

AY YOLA төркөмө Ҡырымдағы концертта гендер-пати үткәргән 05.08.2025 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө Ҡырымдағы концертта гендер-пати үткәргән...

Тотош уҡырға 43

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы буйынса йәнһүрәт төшөрөлгән

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы буйынса йәнһүрәт төшөрөлгән 31.07.2025 // Мәҙәниәт

Йәнһүрәттең премьераһы 2 сентябрҙә Ишембай мәҙәниәт һарайында була....

Тотош уҡырға 54

Ҡурған өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте фестивале ойошторола

Ҡурған өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте фестивале ойошторола 31.07.2025 // Мәҙәниәт

2 августа өлкәһенең Сафакүл ауылында III «Башҡорт иле» Бөтә Рәсәй башҡорт мәҙәниәте фестивале...

Тотош уҡырға 54

Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Төхвәтуллин сирле балаға матди ярҙам күрһәтә

Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Төхвәтуллин сирле балаға матди ярҙам күрһәтә 29.07.2025 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Төхвәтуллин сирле балаға матди ярҙам күрһәтә...

Тотош уҡырға 51

Роберт Юлдашев Торатау янында Йәйге фестиваль ойоштора

Роберт Юлдашев Торатау янында Йәйге фестиваль ойоштора 25.07.2025 // Мәҙәниәт

7-9 августа Башҡортостанда Торатау янында «Ел моңо» йыр-бейеү фестивале ойошторола. Асыҡ һауалағы...

Тотош уҡырға 68

Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу эштәре Өфөнөң махсуслаштырылған цехында башҡарыла

Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу эштәре Өфөнөң махсуслаштырылған цехында башҡарыла 25.07.2025 // Мәҙәниәт

Салауат Юлаев һәйкәленә бәйле реставрация эштәре Өфө биләмәһендә махсуслаштырылған цехта башҡарыла....

Тотош уҡырға 64

Башҡортостанда журналист Вилдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры үткәрелә

Башҡортостанда журналист Вилдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры үткәрелә 24.07.2025 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда республика Журналистар союзы ҡарамағындағы Советтың элекке рәйесе, «Башҡортостан»...

Тотош уҡырға 63

Өфөлә дирижер Рөстәм Сөләймәнов менән бәхилләшеү көнө һәм урыны билдәле булды

Өфөлә дирижер Рөстәм Сөләймәнов менән бәхилләшеү көнө һәм урыны билдәле булды 22.07.2025 // Мәҙәниәт

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Башинформ»ға хәбәр итеүенсә, уны шаршамбы, 23 июлдә, Опера һәм...

Тотош уҡырға 62

Лариса Абдуллинаға Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде

Лариса Абдуллинаға Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде 03.07.2025 // Мәҙәниәт

Лариса Абдуллинаға Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде...

Тотош уҡырға 133