Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Мин халҡым менән бәхетле!
Мин халҡым менән бәхетле! Нишләп ситкә сығып киттең, тиеп
Һорамағыҙ, зинһар, үтенәм!
Йәшлек хатаһынан,
Йөрәк һыҙлауынан,
Әле булһа үҙем үкенәм!
Һорамағыҙ минән,
Йәшерәм мин һеҙҙән,
Йәшкә тулған моңһоу күҙемде.
Тамыр йәйә алмай,
Ситтә һулыған
Оҡшатам мин гөлгә үҙемде,

тип Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта йәшәгәндә, тыуған яғыма, ауылыма булған сикһеҙ һөйөүемде белдереп шиғырҙар яҙа инем. Уларҙы сәхнәнән, Үзбәкстан үҙәк радиоһынан яңғыратҡаным да булды. Һағыш менән тулы йөрәк һүҙҙәремде бик яратып ҡабул итәләр ине.

Туған телеңдең гүзәллеген белгең килһә, ситтә йәшәп ҡарарға кәрәктер ул. Үҙ халҡың араһында йәшәгәндә, булған бәхетеңде шулай булырға тейеш тигән кеүегерәк ҡабул итәһең. Телеңдең ҡәҙерен дә, моңон да һиҙмәйһең. Ә бына башҡа халыҡ күҙе менән ҡарап, әсә теленә ҡарата маҡтау һүҙҙәрен ишетһәң, туған телең, ошо матур телдә һөйләшеүең өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ уяна.
Минең икенсе ҡыҙым Зөлфиә Киевта йәшәй. Унда барғанда Башҡорт мәҙәниәте үҙәген эҙләп табып һөйләшеп ултырғаным булды. Шунда бер украин егете башҡортса баянда уйнаны. Ғәжәп­ләнеп: “Нисек һөйләшә белмәйенсә башҡортса баянда уйнарға мөмкин?”– тип һорағас, “Музыканың милләте юҡ, мин башҡорт моңона ғашиҡ, сөнки һеҙҙең моңдар тауҙан сылтырап ағып төшкән шишмә кеүек, таштарға бәрелеп төрлө-төрлө көйҙәр, ауаздар сығара!” – тигәйне.
Ә бына Татарстанда миңә: “Башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен башҡарыу өсөн башҡорт булып тыуырға кәрәктер!” – тинеләр. Ысынлап та, беҙҙә һәр башҡорт йырсы булып тыуа. Таланттарыбыҙ иҫ китмәле күп, уларҙың араһынан хатта иң-иңдәрҙе билдәләүе ауыр.
Яңыраҡ “Саба тулҡындары”на – ун алты, “Ирәндек” тапшырыуына ун йыл тулыуҙы, бер юлы етмеш йәшемде лә билдәләп, “Саба тулҡындары” телерадиокомпанияһы матур кисә ойошторҙо. Халыҡтың шул хәтлем “Ирәндек“ тапшырыуын яратып тыңлауын ҡул сабыуҙарҙан һиҙеп, күҙҙәремә шатлыҡ йәштәре төйөлдө. Үҙемдең шул хәтлем бәхетле икәнемде тойоу, телемдең моңло булыуына ғорурланыу хисе тағы ла нығыраҡ артты. Быға хәтлем дә шылтыратыуҙарҙан белә инем, ләкин шул хәтлем юғары дәрәжәлә үҙ телемә, йырға, моңға ғашиҡ икәндәрен аңлап та бөтмәгәнмен икән.
“Саба тулҡындары” радиоһын Татарстанда Питрәч, Теләче, Балтач, Күкмара, Арча, Мамадыш, Саба райондары, шулай уҡ Киров өлкәһенең бер нисә төбәге тыңлай. Үҙем йәшәгән Саба районы тураһында ла бер нисә һүҙ әйткем килә, сөнки уның фәһем алырлыҡ урындары күп. Бында спиртлы эсемлектәр бары тик иртәнге сәғәт ундан киске етегә хәтлем “Харам” кибеттәрендә генә һатыла. Магазин тирәһендә ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмер йәш­тәрҙе күрмәҫһең. Һәр бер ойошмала, кибет­тәрҙә радио тапшырыуҙары татар телендә ун сәғәт буйы һөйләй. Ҡайһы ергә йә булмаһа ойошмаға инһәң дә, кешеләргә татарса һүҙ ҡушалар. Ҡайһы бер милләт кешеһе татар телен белмәгәнен әйткәс кенә урыҫ теленә күсәләр. Башҡорт теленә лә бында хөрмәт ҙур. Туған телеңде, милли ғөрөф-ғәҙәтеңде бары ошондай райондарҙа ғына һаҡлап ҡалыу мөмкиндер, әлбиттә. Киләсәк быуынды дөрөҫ тәрбиәләү өсөн йәй мәктәп балалары өсөн дини лагерҙар эшләй, мәсеттәрҙә дини уҡыуҙар алып барыла.
Ғаиләм менән Байҙар Сабаһында ун биш йыл йәшәгән осорҙа бер ваҡытта ла иҫереп йөрөгән кешеләрҙе, йәштәрҙе осратҡаным булманы.
Ә бына “Ирәндек” тапшырыуы аша мин, башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәре, байрамдары, яңылыҡтары менән бер рәттән, Татарстанда йәшәүсе башҡорт халҡының йәшәйеше, ижады тураһында, үҙемдең төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙарымды ла, шулай уҡ Башҡортостан яҙыусыларының, шағирәләрҙең әҫәрҙәрен яңғы­ратам, башҡорт халҡының йырҙарын ишеттерәм.
Был кисәлә минең һүҙҙәремә яҙылған күп кенә йырҙар ҙа яңғыраны. Ҡазан ҡалаһынан “Ханым” вокаль ансамбле, Татарстан бөтөн донъя татарҙары конгресының Ҡазан бүлеге рәйесе Фәрит Мифтахов минең һүҙҙәргә яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы. Яр Саллы ҡалаһынан килгән “Гөлнәзирә” ансамбленең йырҙары халыҡ күңеленә хуш килде, дәррәү ҡул саптылар. Татарстан башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе Ғәли Хәсәновтың ҡурайҙа моңло итеп уйнауы халыҡты әсир итте. Уларҙан Байҙар Сабаһына килеп концерт ойоштороуҙарын һоранылар.
Ә бына минең шатлығым менән уртаҡлашырға тыуған Башҡортостандың Күгәрсен районынан меңәр саҡрым юл үтеп, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Баянов, мәҙәниәт бүлеге мөдире Рәмзиә Хөснуллина, баянсы Ришат Бәҙретдинов, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Нәғим Нуриманов килеп етте. Улар ҡотлау һүҙҙәре әйтеп, йыр-моң аша тәбрикләгәс, шатлығымдың иге-сиге булманы.
Эйе, бәхетле булыу өсөн күп кәрәкмәй, әммә үҙеңә лә ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. “Йәмле Кесе Эйек буйында” тигән китабым баҫылып сыҡҡанда, үҙемдең бәхетле осорома аяҡ баҫҡа­нымды тойғайным. Ә был кисәлә мин үҙ халҡым менән бергә атлауымды, милләтемдең үҙ ҡыҙын ситтә лә онотмауын тойоп, бәхетле булыуымды аңланым. Мин халҡым менән, телем, көйөм, ҡурайым менән бәхетле!


Автор: Рәхимә ВӘЛИУЛЛИНА. Район: Татарстан Республикаһы, Байҙар Сабаһы ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте...

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты 11.09.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты...

Тотош уҡырға 0

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Республика Башлығы Указы менән булдырылған байрам йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм ......

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Акцияны Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы иғлан итте. Уның сиктәрендә 110 ҡурайсы 110 халыҡ көйөн ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат 08.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат...

Тотош уҡырға 0

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы 27.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды 24.07.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде 23.07.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс буйынса һайлап алыуҙы үткәреү осоро – 2026 йылдың 27 июленән 7 авгусына тиклем....

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты 20.07.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды 20.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды...

Тотош уҡырға 0

«AY YOLA «Урал батыр» эпосы эҙҙәре буйлап» фильмы фестивалдә иң яҡшыһы тип танылды

Комментарий өҫтәргә