Ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади өлкәлә әленән-әле бығаса күрелмәгән хәл-ваҡиғалар, фәндә яңы асыштар булып тора, шуға ла уларға атама биреү ихтыяжы барлыҡҡа килә. Йәмғиәттә туҡтауһыҙ барған реформалар, үҙгәрештәр йоғонтоһонда телдә яңы һүҙҙәрҙең пәйҙә булыуы һуңғы бер нисә тиҫтә йылда көсәйеп китте.Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең лексик ҡатламы айырыуса матбуғат баҫмалары һәм киң мәғлүмәт саралары (радио, телевидение, Интернет) аша таралған яңы терминдар иҫәбенә байый бара. Әммә уларҙың телебеҙҙә ерегеп китеүе дөрөҫ тәржемә ителеүгә лә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йәһәттән борсолоу тыуҙырған мәсьәләләр бар әле.
Хикмәт шунда: радио, телевидение, гәзит һәм журнал хеҙмәткәрҙәре генә түгел, хатта башҡорт теле уҡытыусылары ла хасил булған урыҫса яңы терминды “етәкселектең үтенесе буйынса” йәки үҙ белдеге менән башҡортсаға ауҙарырға әүәҫләнеп китте. Һүҙҙең мәғәнәһенә ныҡлап төшөнмәйенсә, башҡа ҡәрҙәш телдәрҙә уның һынланышын асыҡламайынса, ахыр килеп, Хөкүмәт кимәлендә тейешле ҡарарҙың сыҡҡанын көтмәйенсә, ашыҡ-бошоҡ “әүәләнгән” һүҙҙәрҙе донъяға таратыу дауам итә. Киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат баҫмалары аша меңәрләгән кешенең аңына барып еткән өр-яңы терминға фатиха биргән белгестәр иңенә ғәйәт ҙур бурыс алғанын онотоп ебәрә, ахыры. Тәржемә өлкәһендә ашығыуҙың, был мәсьәләгә еңел-елпе ҡарауҙың, тел ҡанундарын һанламауҙың күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе ихтимал.
Шуны билдәләмәү мөмкин түгел: уҙған быуат аҙағында телебеҙгә дәррәү килеп ингән мәҙәниәт (культура), сәйәсәт (политика), иҡтисад (экономика), рәйес (председатель), хакимиәт (администрация), ҡуртым (аренда), шифахана (санаторий), дауахана (больница), әүҙем (актив), көйәрмән (болельщик) кеүек һүҙҙәр лексик ҡатламды бер ни тиклем тулыландырҙы. Ләкин промышленность һүҙенең сәнәғәт булып китеүе менән килешеүе ауыр. Уның сәнғәт (искусство) һүҙе менән ауаздаш булыуы, уларҙың бер төрлөрәк әйтелеүе арҡаһында радио тыңлаусылар һәм телевизор ҡараусылар дикторҙың телмәрен аңғарып етмәй һәм йыш ҡына аптырашта ҡала.
Ғөмүмән, урыҫ теленән йәки уның аша бүтәндәрҙән үҙләштерелгән барлыҡ һүҙҙәрҙе лә башҡортсаға ауҙарырға маташыу – ҙур хата. Кемгәлер оҡшамай тип, бәғзе һүҙҙәрҙән ваз кисә алмайбыҙ. Был тәңгәлдә парикмахерская һүҙенә туҡталып китеү кәрәктер. Ул тиҫтә йыл самаһы элек кинәт бөҙрәханаға әүерелеп ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә ҡала, район үҙәктәрендә ошо һүҙ яҙылған алтаҡталар пәйҙә булды, тик бөҙрә сәслеләрҙең иҫәбе генә артмағандыр. Иң ҡыҙғанысы шул – бөгөн бер кем дә: “Мин бөҙрәханаға барып киләм әле”, – тип хәбәр һөйләмәй.
Шул уҡ ваҡытта матбуғат биттәрендә, киң мәғлүмәт сараларында рейтинг, спикер, форум, электорат, муниципалитет, инвестор, грант, субсидия, продюсер, коллектор, ватсап, модератор, тренд, эксперт кеүек һүҙҙәр менән мауығыу туған телебеҙҙең бәҫен төшөрә. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек праймериз тигән термин килеп керҙе. Инглиздәрҙә ул “алдан һайлау”, “тәүге һайлау”, “алдан тауыш биреү” тигән мәғәнәне аңлата, урыҫ телендә иһә “смотрины” һүҙенә һәм “внутрипартийный отбор” һүҙбәйләнешенә яҡын. Яңы терминды “Башҡортостан” гәзите алдан һайлау тип яҙһа, радио менән телевидение праймериз тип әйтеүҙе хуп күрҙе.
Башлыса АҠШ президентын һайлау алдынан ойошторолған был демократик сара ике партия эсендә үткәрелеп килә, праймеризда еңгән кандидаттар ил башлығын һайлау этабына сыға. Тәжрибәне беҙгә индереү, әлбиттә, сәйәсмәндәрҙең эше, ләкин уға урыҫ телендә атама таба алмау аптырата. Һуңғы йылдарҙа бит ил етәкселеге лә сит-ят һүҙҙәрҙең күбәйеүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Был хаҡта беҙ ҙә оноторға тейеш түгел – туған телебеҙ ҡапҡаһын осраҡлы һәр терминға шар асып ҡуймаһаҡ ине.
Яңыраҡ ”Юлдаш” радиоһында Сүриәләге хәл-ваҡиғаларға бәйле “һуғышман” тигән яңы һүҙ ишетелеп ҡалды. “Боевик”тың ауҙармаһымы был? Минеңсә, тәржемә бигүк уңышлы түгел, бәлки, яугир тип алыу отошлораҡтыр.
Юғарыла килтерелгән миҫалдар – ашығыу, “үҙешмәкәрлек” бәләһе.
Ваҡытлы матбуғат биттәрендә күҙәтелгән орфографик сыбарлыҡ та, моғайын, күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыралыр. Туған телебеҙҙә электән ҡулланылып та, төрлөсә яҙылған һәм әйтелгән ғалим – ғалимә, әҙип – әҙибә, шағир – шағирә, сәсән – сәсәниә, табип – табибә һүҙҙәренең ҡатын-ҡыҙға ҡарата ниндәй вариантын һайларға? Әлбиттә, беҙҙә урыҫ телендәге кеүек “род” категорияһы (мужской, женский) юҡ. Был осраҡта телдең төп хужаһы үҙ фекерен әйтергә тейештер. Ә ул – халыҡ. Тимәк, нисек һөйләргә һәм яҙырға күнеккәнбеҙ – һүҙ нәҡ шулай булырға тейеш тә. Халыҡ бит “ғалим Миңһылыу Усманова”, “әҙип Таңсулпан Ғарипова”, “шағир Тамара Ғәниева”, “сәсән Розалия Солтангәрәева”, “табип Мәхмүзә Ғәйнуллина” тимәй.
Матбуғат баҫмаларында һәм киң мәғлүмәт сараларында айырым һүҙҙәрҙе (Россия – Рәсәй, рус – урыҫ, газета – гәзит һ. б.) ике вариантта ҡулланыу осрағы ла бар. Гәзит йәки журналдың бер үк һанында (хатта бер үк мәҡәләлә!) ошо һүҙҙәрҙең ике төрлө яҙылыуын нисек аңларға? Әллә ҡабатланыу булмаһын өсөн синоним рәүешендә файҙаланырға тырышыу ғәләмәтеме? Бының сәбәбе бик ябай: журналистар ҙа әлеге һүҙҙәрҙе нисек яҙырға белмәй ҡаңғыра. Хатта бер нәшриәттә байтаҡ йылдар элек башта “Русса-башҡортса һүҙлек” сығарылғайны, артабан “Урыҫса-башҡортса һүҙлек” нәшер ителде.
Ғөмүмән, башҡортсалаштырып яҙыу-әйтеү телебеҙҙә уҙған быуаттарҙа күҙәтелгән күренеште сағылдыра (мәҫәлән, Москва – Мәскәү, Оренбург – Ырымбур, самовар – самауыр, гармонь – гармун, кровать – карауат һ. б.), йәғни урыҫ теленән йәки уның аша башҡаларҙан кергән һүҙҙәр фонетик һәм грамматик йәһәттән нисек үҙгәртелеп ҡабул ителгән булһа, шулай яҙылып килде. Хәйер, башҡорт нисек һөйләй – шулай яҙа тигән фекер юғарыла әйтелгәнде ҡеүәтләй ҙә инде.
Әммә бөгөн Россия – Рәсәй, рус – урыҫ, газета – гәзит кеүек һүҙҙәрҙең ҡайһы варианты әҙәби норма булырға тейеш һуң? Әллә икеһе лә (әйтәйек, фәнни, рәсми, публицистик кеүек стилдәрҙә) йәшәүгә хоҡуҡлымы? Улай булһа, башҡортса “Москва – Россияның баш ҡалаһы”, “Республика Башкортостан” газетаһы русса сыға” тип яҙа һәм һөйләй башларға тейешбеҙме? Матур яңғыраймы? Нисек кенә булмаһын, үткән быуаттарҙа урыҫ һүҙҙәре башҡорттоң тел мөхитенә килеп эләгеп, артабан фонетик йәһәттән яраҡлашып, һөйләү аша әҙәби телебеҙҙә иркен урын алған икән, ХХI быуатта ла ошондай уҡ процесс барырға тейеш түгелме?! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, телсе ғалимдарыбыҙ был мәсьәлә буйынса ла үҙ фекерен әлегәсә өҙөп кенә әйткәне юҡ.
Йәнә бер миҫал: берәйһе “Банкыға барып килергә ине” тип әйтәме? Гәзит-журнал, радио-телевидение ошолай яҙырға һәм һөйләргә мәжбүр. Ни өсөн тигәндә, 1981 йылдың 22 октябрендә БАССР Юғары Советы Президиумының ҡарары менән үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелеп раҫланған башҡорт әҙәби теле орфографияһы шуны талап итә. “Банкка барып килергә ине” тип әйтеү ҙә, яҙыу ҙа һәйбәтерәк түгелме ни? Халыҡ нәҡ шулай тип һөйләй ҙә. Әйткәндәй, татар телендә был һүҙ ошо формала ҡулланыла.
Тағы бер һүҙҙең дөрөҫ яҙылышына туҡталып үтәйек: үҙ аллы, үҙаллы. Әле ул матбуғат баҫмаларында ошолай ике төрлө яҙыла. Ҡайһы вариант дөрөҫ һуң? Әлбиттә, дөрөҫө – үҙ аллы, тиер күптәр. Шул уҡ ваҡытта, ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы тураһындағы ҡағиҙәгә ярашлы, “ике һүҙҙең һәр береһе үҙ мәғәнәһен һәм ике аралағы мәғәнә мөнәсәбәтен һаҡлағанда” ҡушма һүҙ айырып яҙыла. Үҙ, ярай, аңлашыла, ә бына аллы нимәне аңлата һуң? Әйткәндәй, шул уҡ татар телендә был һүҙ үҙаллы тип яҙыла. Эйе, башҡорт теленең орфографияһына ҡағылған бындай сатаҡлыҡтар тураһында уйланырға урын бар.
Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә, атап әйткәндә, уның публицистик стилендә урын алған айырым кәмселектәргә ғалимдарҙың һәм йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында “Башҡортостан” гәзите әҙәби тел тарихы, терминология, тәржемә һәм стилистикаға бәйле байтаҡ мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты. З.Ә. Нурғәлин, Р.З. Шәкүров, Р.Ғ. Аҙнағолов, Ә.М. Аҙнабаев, М.Ғ. Усманова кеүек ғалимдарҙың, шулай уҡ журналист Рәшит Үтәев, йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Бейешеваның мәҡәләләре күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Бынан тыш, редакцияла ғалимдар һәм башҡорт баҫмалары, радио, телевидение етәкселәре менән берлектә үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә лә хәҙерге башҡорт әҙәби теленең лексик нормалары, тәржемә эше хаҡында төплө фекер алышыу ойошторолдо. Ошо уҡ редакцияла филология фәндәре докторы, профессор И.Ғ. Ғәләүетдинов етәкселегендә Терминология хеҙмәтенең эшсе төркөмө ике ултырыш үткәрҙе, унда яңы терминдар, шулай уҡ яңы һүҙлектәр тураһында ентекле һөйләшеү булды.
Былар хаҡында әйтеп үтеүҙең хикмәте шунда: бер быуат самаһы элек үк дәүләт статусына эйә булған башҡорт теленә ҡағылышлы һәр мәсьәлә бик етди ҡаралырға тейеш, тимәк, тәржемә эшендә лә “үҙешмәкәрлек”кә юл ҡуйырға ярамай. Хәҙерге башҡорт әҙәби телен осраҡлы һүҙҙәрҙән ҡурсалауҙа, уның камиллығын һаҡлауҙа һәм лексиканы яңы табыштар менән байытыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында”ғы Законды ғәмәлгә ашырыу комиссияһының Терминология хеҙмәте бөгөн дә ҙур роль уйнарға тейеш. Ер-һыу атамалары, урам исемдәре һәр ваҡыт ныҡлы иғтибар талап итә, шулай булғас, Топонимик хеҙмәткә лә үҙ эшен әүҙемләштерергә кәрәктер. Улар тарафынан тикшерелеп раҫланған яңы һүҙҙәр, атамалар даими рәүештә матбуғат баҫмаларында донъя күрһә, был башҡорт теленең туҡтауһыҙ үҫеүен, камиллашыуын дәлилләгән күренеш булыр ине.
Хәҙерге башҡорт әҙәби теле даирәһендәге ошо һәм башҡа сетерекле мәсьәләләр (мәҫәлән, күплек ялғауҙарының “лар” формаһын ҡулланыу-ҡулланмау) бик күптәрҙе борсойҙор. Иң насары шул: бөгөн Крылов мәҫәлендәге Ҡыҫала, Суртан һәм Аҡҡош ише йөктө төрлө яҡҡа тартабыҙ – бер үк терминды йәки һүҙҙе гәзит-журналдар – бер, нәшриәттәр – икенсе, радио-телевидение өсөнсө төрлө ҡуллана. Кемгә һәм нимәгә ышанырға?
Был йәһәттән, моғайын, башҡорт теле уҡытыусылары иң ауыр хәлдә тороп ҡалғандыр. Улар балаларға һүҙҙең дөрөҫ яҙылышын нисек аңлатырға тейеш һуң? Уҡытыусының төп таянысы – дәреслек, тиерһегеҙ. Юҡ шул, мәктәп уҡыусыларына бөгөн киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат баҫмалары ла әҙме-күпме ғилем бирә – ысынбарлыҡта һүҙҙәрҙе ҡулланыу торошона яһалған ҡыҫҡаса байҡау ошо хаҡта һөйләй. Күркәм туған телебеҙ баҡсаһын ҡыйҙан таҙартырға, хәҙерге башҡорт әҙәби теле нормаларын, уның орфографияһын (әйткәндәй, 1924 – 1981 йылдарҙа уға биш тапҡыр үҙгәреш һәм асыҡлыҡ индерелгән) бер ни тиклем камиллаштырырға ваҡыт етмәнеме икән? Норма ҡатып ҡалған күренеш түгел. Тел даими үҫергә тейеш, уны бығауҙа тоторға хаҡыбыҙ юҡ. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Нияз СӘЛИМОВ,
филология фәндәре кандидаты.