Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Яҡшы тәржемәселәр кәрәк
Башҡорт телен һаҡлап ҡалырға теләйбеҙ икән, тәү сиратта әҙәбиәтте киң даирәлә танытырға тейешбеҙ. Заманса технологиялар был йәһәттән ҙур мөмкинлектәр аса.
Туған телде үҫтереү өсөн башҡа телдәрҙе лә үҙләштереү мөһим. Башҡорт дәүләт университеты башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының Көнсығыш телдәре кафедраһы тап ошо маҡсатта асылғайны. Студенттарыбыҙ төрөк, ғәрәп, фарсы телдәрен өйрәнеп кенә ҡалмай, ә был халыҡтарҙың әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, географияһын, тарихын да үҙләштерә. Уларҙың ҡайһы берҙәренең йәшәгән ерендә практика үтеү мөмкинлеген дә бирәбеҙ. Уҡытыу программаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә төп урын бирелгән — алдан әйтеп үткәнемсә, сит телгә, мәҙәниәткә ихтирам тап әсә теле аша һалына.
Беҙ, Көнсығыш йолаларында тәрбиәләнһәк тә, әҫәрҙәребеҙҙе күберәк урыҫ теленә тәржемә итәбеҙ. Көнсығыш телдәрен дә оноторға ярамай. Төрки илдәр араһында төрки әҙәбиәтен, шиғриәтен үҫтереү, бер-береһенә танытыу эше бара. Мәҫәлән, Төркиәлә төрөк телендә “Йәш ҡәләмдәр” тигән журнал сыға. Унда, төрки телле төбәктәрҙәге шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен алып, үҙҙәренең теленә тәржемә итеп баҫтыралар. Шулай уҡ был илдә төрөк телендә ике томда “Башҡорт әҙәбиәте антологияһы”, Салауат Юлаевтың, Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады тураһында китап баҫылып сыҡты, Мостай Кәримдең шиғырҙары, “Урал батыр” һәм башҡа эпостарыбыҙ донъя күрҙе. Төркиәнең юғары уҡыу йорттарында улар киң ҡулланыла. Ошондай эште беҙҙә, Татарстанда, Ҡаҙағстанда һәм башҡа урындарҙа ойошторорға мөмкин бит. Бер-беребеҙгә күпме файҙа килтерер инек!
Әлбиттә, был юҫыҡта беҙҙә лә алға китеш бар. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосы инглиз, венгр, немец, немецсанан француз теленә тәржемә ителде. Был эште дауам итергә кәрәк.
Әммә әҫәрҙәребеҙҙе донъя кимәленә сығарыу өсөн яҡшы тәржемәселәрҙең булыуы шарт. Элек улар Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтында әҙерләнә ине. Был эште үҙебеҙҙә башларға кәрәк. Юғиһә юғары уҡыу йорттарының береһендә лә тәржемә буйынса специальностар юҡ. Бының ауырлығын бар өлкәлә лә яҡшы күрәбеҙ. Тәржемәселәр әҙерләнһә, урамдағы яҙыуҙар шыр хаталы булмаҫ ине.
Телде үҫтереү, йәш милләттәштәребеҙгә рух һалыу өсөн балалар әҙәбиәтенә иғтибарҙы арттырыу зарур. Был йәһәттән тағы ла Төркиәне өлгө итеп килтермәксемен. Унда һәр эпосҡа ҡағылышлы, кескәйҙәрҙе ылыҡтырырлыҡ итеп эшләнгән китаптар бихисап. Беҙҙә лә бит “Урал батыр” эпосын шулай бәләкәй генә форматта, сағыу һүрәттәр менән сығарырға мөмкин. Ата-әсәләргә, балалар баҡсалары тәрбиәселәренә ниндәй ҙур ярҙам булыр ине!
Ғәйнислам ИБРАҺИМОВ,
филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 12


Комментарий өҫтәргә