Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Халыҡҡа хөрмәт телмәрҙә сағыла
“Башҡортостан” гәзитендә һуңғы ваҡытта туған тел мәсьәләһе йыш күтәрелә. Был дөрөҫ тә, сөнки телебеҙ тураһында даими хәстәрлек күрмәйенсә, милли үҙаңды һаҡлап ҡала, үҫтерә алмаясаҡбыҙ.
Гәзиттә һүҙ, башлыса, матбуғат теле хаҡында барҙы. Мин Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы “Байыҡ” һәм “Башҡорт йыры” тапшырыуҙарының телмәренә иғтибар итмәксемен. Был проекттарҙың етәксеһе — республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рита Өмөтбаева. Тәжрибәле журналист, оҫта ойоштороусы, эшен күңел биреп, ихлас башҡара ул. Һөйләгәнен һоҡланып тыңларлыҡ.
Зәңгәр экрандарҙа бер нисә йыл барған “Байыҡ” конкурсы республика кимәлендәге бик әһәмиәтле дәүләт сараһына әүерелде. Халыҡ араһынан күпме талант асылды! Тамашасылар бейеүҙәрҙән ҙур кинәнес ала — ысын сәнғәт шулай тәьҫир итергә тейештер ҙә ул.
Шул уҡ ваҡытта жюри ағзаларының ҡытыршы телмәре күңелде ҡыра. Әлбиттә, улар — абруйлы сәнғәт әһелдәре, үҙ өлкәһендә маһир белгестәр, кәңәштәре, фекерҙәре тос, фәһемле. Шулай ҙа бейеү менән бер рәттән һүҙ сәнғәтен, тамашасыларҙы хөрмәт итһендәр, башҡортса дөрөҫ итеп, урыҫ һүҙҙәрен ҡыҫтырмай һөйләһендәр ине.
Әлбиттә, бейеүсе һөнәренә өйрәткәндә, репетиция мәлендә лә төрлө телдәге махсус терминдар ҡулланыла. Уларһыҙ әйтер фекереңде тиҙ генә еткереп тә булмайҙыр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, башҡортса дөрөҫ һөйләү фарыз, сөнки әйтелгән һүҙең барлыҡ республикаға, унан ситкә лә тарала.
Яҙғаным ҡоро һүҙ булмаһын өсөн бер нисә миҫал килтерәм. Уҙған йылдың 9 октябрендәге тапшырыуҙа жюри ағзалары решение, движение, постановщик; 16 октябрҙә — тоже, наверное, сразу, конкретный, культура; 23 октябрҙә визитная карточка, отметка, положение, учитель танца, дурацкий фантазия, движение, национальный тигән һүҙҙәрҙе ҡулланды. Ә бына 30 октябрҙә әйтелгән “Сәхнәне һеңдереп, эйелдереп баҫыуың оҡшаны” тигән саф башҡортса, халыҡсан һүҙҙәр иһә йөрәккә май булып ятты.
Ноябрҙә сәнғәт әһелдәре бейеүселәргә бына ниндәй һүҙҙәр менән баһа бирҙе: скажем, продолжатели, осовременились, совсем музыканан ҡалып, могу, передавать, не надо, переменный ход, артистизм, проба, тем более, башҡорт движениеһы, төрлөсә улыбка. Өҫтәүенә, “Баш бүре” бейеүе башҡарылғанда автор һүҙҙәре тотошлай урыҫ телендә бирелде.
“Башҡорт йыры” конкурсын да үҙ өлкәһендә билдәле белгестәр, сәнғәт оҫталары баһалай. Тик улар ҙа ҡайһы бер осраҡта үҙ телмәренә иғтибар итмәй. Һуңғы турҙа жюри ағзалары тарафынан әйтелгән трансформация, артикуляция, модуляция, динамика, диапазон, фразировка, легато, нотки, аранжировщик кеүек махсус терминдарҙы ҡабул итеп тә булалыр. Ә бына опыт, кстати, так что, но шулай ҙа, плюс яғы, эмоциональное состояние души, предел, напряжение музыкальное, эмоциональный контроль, пожелание, эстрадное направление кеүек урыҫ һүҙҙәрен бер нисек тә аҡлап булмай.
“Башҡорт йыры” конкурсына ҡағылышлы тағы бер сетерекле мәсьәләне күтәрмәксемен. Башҡорт йыры, йырсылары тураһында һүҙ алып барғанда, татар телмәре яңғырай. Туғандаш халыҡ йырсыһына, уның оҫталығына бер ниндәй ҙә шик белдермәйем. Тик башҡорт милли сәнғәте тураһындағы тапшырыуға башҡорт белгестәрен генә йәлеп итеү кәрәктер, минеңсә (ижтиһад иткәндә, тотош республиканан өс-дүрт кешене табып булалыр ул). Жюрила башҡа милләт вәкилдәре булырға тейеш түгел, тимәйем, әлбиттә. Ҡыҫҡаһы, тапшырыу төрлө телдә буталып бирелмәһен, ә бер телдә барһын.
Тағы милли мәсьәлә күтәрелә, милләттәр дуҫлығына аяҡ салына тигән ялған шик-шөбһә тыумаһын. Үҙ шәүләбеҙҙән үҙебеҙ өркөп, ситтәр алдында яҡшатланып, һәйбәт күренергә тырышып, кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә киң күңеллелек күрһәтәбеҙ. Бындай бер ҡатлылыҡ, аумаҡайлыҡ арҡаһында күп осраҡта ҡыҙғаныс хәлдә ҡалабыҙ. Ошо йәһәттән бер генә миҫал: республикала, бигерәк тә беҙҙең төбәктә, көньяҡ халыҡтары күбәйгәндән-күбәйә, ә үҙебеҙҙең аҫыл ир-егеттәр, тыуған ерендә йүнле эш булмағанға, алыҫ Себергә юллана, унда ғаиләһеҙ интегеп йәшәй.
“Теле юҡтың иле юҡ” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Милли хазинабыҙҙы һанлаһаҡ, үҙ еребеҙҙә үҙебеҙ ҡәҙерле булырбыҙ.
Рәшит ҮТӘЕВ.
Баймаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 12


Комментарий өҫтәргә