Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҫтерергә ярамай туҡтатырға!
Үҫтерергә ярамай туҡтатырға!Башҡорт Википедияһы менән 2015 йылдың мартында таныштырғандарынан бирле юл сатында торҙом кеүек: ошо һөйләм эсендә төшөп ҡалған өтөрҙө ҡайҙа ҡуйырға? Башҡа бөтөн эштәремде артҡа ташлап, өҫтөнлөктө википедияға бирергә һәм ошо шөғөлдө “үҫтерергә, ярамай туҡтатырға” маҡсатына тулыһынса буйһонорға кәрәк буласаҡ... Ошоғаса килгән йәшәү рәүешемде ҡырҡа ғына үҙгәртеп булмағанын белгәнгә күрә, был йүнәлеште “үҫтерергә ярамай, туҡтатырға” тигән мәлдәрем дә булғыланы. Ул сағында донъянан артҡа ҡалырымды беләм. Тимәк, иңемә ҙур яуаплылыҡ менән һалынған бурыстарым, алдыма алған маҡсаттарым менән википедия араһында алтын урталыҡты табырға, ваҡыт төшөнсәһе менән тағы ла һағыраҡ эш итергә ҡала.

Халҡыбыҙ, милләтебеҙ алдына килеп баҫҡан оло һынау — туған телде яҡлау, һаҡлау, үҫтереү мәсьәләһенә бәйле килеп тыуған ваҡиғалар ҡойононда, әлбиттә, Башҡорт Википедияһын “үҫтерергә, ярамай туҡтатырға” варианты өҫтөнлөк алды. “Мәғлүмәт донъяһында йәшәйәсәкбеҙ” тигән иҫкәртеүҙәрҙе бер нисек тә күҙ алдына килтерә алмай йөрөгәнебеҙ әле генә ине! Шуның менән бәйле тиҙлек заманында йәшәүебеҙҙе белекһеҙ әҙәм генә тоймаҫ!
Шулай итеп, башҡорт телен донъя кимәлендә танытыу, Ер шарының бөтә ҡитғаларында ҡулланылышҡа индереү йәһәтенән Башҡорт Википедияһын үҫтереү ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки унда мәҡәләләр яҙыу өсөн дә, яҙылғанды уҡып ҡулланыу өсөн дә телде бөтә нескәлектәрендә белеү талап ителә. Был иһә заманына күрә иң уңайлы, һөҙөмтәле алым! Яҙма телде онотола төшкән һүҙҙәр, ҡәрҙәш телдәргә уртаҡ һәм яңы уйлап табылған терминдар иҫәбенә байытыу күҙ уңында тотола бында. Википедиялағы телдәрҙең үҙ-ара мәғлүмәт менән алмаша алыуы һөҙөмтә­һендә, халыҡ-ара мәҙәни аралашыу, бер-береңде таныу, ойошоу, берләшеү идеялары ғәмәлгә ашырыла. Википедия аша донъя кимәлендәге мәғлүмәтте үҙләште­реү аңыңды байытыуға, иң гуманлы юл менән рухи үҫешкә өлгәшеүгә килтерә.
Мәскәүҙә 14-15 октябрҙә уҙғарылған XI вики-конференцияла ҡатнашыу ошоғаса булған икеләнеүҙәрҙе бөтөнләй юҡҡа сығарҙы. Унда тыңлаған сығыштар аң-зиһендәребеҙҙе әллә күпмегә киңәйтеп, рухыбыҙҙы әллә күпме баҫҡысҡа күтәрҙе тиһәк, һис кенә лә маҡтаныу булмаҫ! Конференцияла Башҡортостан википедиясыларына, бигерәк тә вики-өләсәйҙәргә ҡарата уғата ихтирамлы мөнәсәбәт күр­һәтеүҙәре һөйләп тә, яҙып та бөтөргөһөҙ баһа булды. Ә төрлө тарафтарҙан йыйыл­ған википедиясыларҙың ниндәй юғары­лыҡта алдынғы ҡарашлы, ғилемле шә­хес­тәр булыуына ҡарамаҫтан, аралашыуҙа күрһәткән ябайлыҡтарынан хатта аптырашта ҡалдыҡ. Бөйөклөк – ябайлыҡта, тигәнгә ысын мәғәнәһендә өлгө ине был хәл.
Ойоштороу йәһәтенә килгәндә, саралар бөтә яҡлап уйланылған, ваҡыттың һәр сәғәтен файҙалы ҡулланыу маҡсатына ярашлы булыуы менән һоҡландырҙы. Юл сығымдарынан тыш, конференция үтә торған Н. А. Некрасов исемендәге китап­ханаға яҡын урында ҡунаҡханаға урынлашыу, эшлекле сараларҙан һуң мәҙәни ял итеү мөмкинлектәре ентекле хәстәрләнгән булып сыҡты.
Үҙемә килгәндә, артабан мөмкин тиклем күберәк яҡташтарымды, милләттәштә­рем­де Башҡорт Википедияһына ылыҡтырыуҙа, ошо гуманлы ирекмәнлек хеҙмәте аша аң, рух кимәленә өлгәшеүебеҙҙә көсөмдө һәм ваҡытымды тағы ла нығыраҡ сарыф итеремә иманым камил. Бөгөнгө мәғлүмәт донъяһында фәҡәт тыныс һәм мәҙәни юл менән беҙ, милләт булараҡ, донъя кимәлендә үҙебеҙҙе лә, туған телебеҙҙе лә һаҡлаясаҡбыҙ. Башҡорт Википедияһын “үҫтерергә, ярамай туҡтатырға”!

Рәшиҙә ҒИЗӘТУЛЛИНА.

***
Конференцияға ҙур теләктәр, уй-хыял­дар менән барҙым, сөнки ике йылға яҡын Башҡорт Википедияһына мәҡәләләр яҙыу барышында әллә күпме һорау тыуып, хәл итәһе мәсьәләләр алға килеп баҫҡайны.
Сара барышында Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән википедиясылар менән бергәләшеп бик күп фәһемле докладтар тыңланыҡ, төрлө секцияларға бүленеп, википедияның төрлө өлкәләрендә эшләү юлдарын өйрәндек.
Беҙҙең Башҡортостан төркөмө был конференцияла иң ҙурыһы һәм күренеклеһе булды, төркөмөбөҙҙөң етәксеһе Рөстәм Нурыев алып барған “Рәсәй халыҡтары телдәрендәге википедиялар” секцияһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Был секция­ның эше видеоға яҙҙырылды, скайп аша Израиль һәм башҡа илдәрҙең википедиясылары тәжрибә уртаҡлашты.
Беҙҙең төркөмдәге вики-өләсәйҙәр ҙә үҙебеҙҙең эш тәжрибәһен башҡаларға һөйләне. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: конференцияға килгән һәм унда ирекмән булған башҡа төбәк һәм сит ил википедиясылары барыһы ла тиерлек ир-ат затынан торһа, беҙҙең төркөмдәге ун кеше­нең һигеҙе – ҡатын-ҡыҙ, күбебеҙ хаҡлы ялдағы уҡытыусылар һәм барыбыҙ ҙа әүҙем эшләүселәр ине.
Конференция секцияларында беҙҙең өсөн оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк ҡорҙар үткәрелде, уларҙа музейҙар менән хеҙмәт­тәшлек итеү, карточка-шаблондар төҙөү, юзер төркөмдәр, вики-мәктәптәр ойоштороу, вики-һүҙлек төҙөү юлдары, мәҡәлә­ләрҙе ярымавтомат юл менән википедияға индереү, төрлө конкурстар үткәреү, карталар төҙөү, вики-экспедициялар ойоштороу, машина тәржемәсеһен файҙаланыу мәсьәләләре ҡаралды.
Конференцияла ҡатнашыусылар өсөн мәҙәни саралар ҙа үткәрелде. Секцияларҙа эштәр тамамланғас, беҙ “Немец биҫтәһе­нең мәҙәни мираҫы” тигән йәйәүле экскур­сияға, Н.А. Некрасов исемендәге китап­хананың һирәк фондына экскурсияға барҙыҡ. Фондтағы 1610 йылда Германияла сыҡҡан бәрхәт тышлы, металл биттәрҙә баҫылған Тәүратты үҙ ҡулыбыҙ менән тотоп, уҡып ҡараныҡ. XVII-XVIII быуаттарҙа сыҡҡан ҙур-ҙур (40х70 cм), ҡалын-ҡалын бер нисә француз энциклопедияһын, немец рыцарҙары тураһындағы китапты, батша Николай Икенсенең улы Алексей уҡыған “Азбука”ны ҡулыбыҙҙа тотоп, асып уҡып ҡараныҡ, ундағы гравюралар беҙҙе хайран ҡалдырҙы.
Һанай китһәң, ундағы һирәк осрай торған китаптар, төрлө экслибристар, дворяндар гербтары һәм башҡа экспонаттар бик күп ине. Рәсәй Викимедиа ойошмаһы Башҡортостан төркөмөнә автобуста төнгө Мәскәү буйлап өс сәғәтлек экскурсия туры бүләк итте. Төнгө Мәскәүҙең төрлө төҫтә балҡып торған уттары аҫтында беҙ баш ҡаланың матурлығына һоҡландыҡ, уның тарихи урындарын күрҙек.
Мәскәү — матур ҡала, уның тарихи урындары беҙгә билдәле, шуға күрә миңә иң ныҡ оҡшағаны төнгө Мәскәү-сити, Пок­лонная тауы, ундағы скульптор Салауат Щербаковтың еңеүселәргә арналған стелаһы, Еңеү паркы булды.
Мәскәүгә килгән көндә төркөмөбөҙ менән Ҙур театрға Римский-Корсаковтың “Псковитянка” операһы буйынса ҡуйылған опера премьераһына барҙыҡ. Композитор­ҙың йөрәктәргә ингән музыкаһын, опера йырсыларының арияларын һоҡланып тыңланыҡ, театр йыһазы, архитектураһы, хоры, оркестры онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙә ҡалды.
Шулай итеп, донъя, кешеләр күреп, тәжрибә туплап, тағы ла күберәк һәм оҫтараҡ итеп википедияға мәҡәләләр яҙырбыҙ тигән хыял-ышаныста ҡайттыҡ.

Банат ВӘЛИЕВА-ЯУБАҪАРОВА.

***
Рәсәй кимәлендәге Вики-конференцияла ҡатнашыу, Мәскәү, етәкселәребеҙ: Рөстәм Нурыевтың һәм Зөфәр Сәлихов­тың, Башҡорт Википедияһының ил кимә­лендә абруйының бик юғары булыуын кү­реү, хакимыбыҙ Рөстәм Нурыевҡа секция, “түңәрәк өҫтәл” эшен алып барыуҙы тапшырып ҡуйыуҙары, барлыҡ саралар­ҙың, мөнәсәбәттәрҙең юғары энергетикаһы – һәммәһе лә һушымды алды. Ниндәй тәьҫо­раттар менән ҡайтҡанымды һүҙҙәр менән әйтеп бөтә алмамдыр... Унда үткән һәр мәлгә бары өндәү билдәһе генә ҡуя алам!
Конференция тығыҙ һәм эшлекле үтте. Бөтә сығыштар ҙа ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле, файҙалы, фәһемле ине. Ирекмәндәрҙең етди әҙерләнеп килеүе, ҙур яуаплылыҡ менән саралар үткәреүе – изгелектең, ярҙам тигән төшөнсәләрҙең юҡҡа сыҡма­уына, бар һәм буласағына сағыу бер дәлил булды.
Конференцияла төрлө төбәктән, төрлө милләттән, төрлө йәштәге, төрлө әҙер­лек­ле, ғалимдарҙан алып ябай уҡытыу­сы­ларға тиклем вәкилдәр ҡатнашты. Ҡайһы­ларына, былар “Индиго балалар” араһы­нан­дыр, тип һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ.
Әммә ундағы аралашыуҙың, кеше-ара мөғәмәләнең шундай ябай, йылы, кешелекле, изгелекле булыуы, йәш һәм рангылар айырмаһының бөтөнләй тойолмауы – иҫ китмәле.
Беренсе көндә бер “түңәрәк өҫтәл” тик беҙҙең, Башҡорт википедияһына, атап әйткәндә, вики-өләсәйҙәрҙең эшмәкәр­легенә арналды. Икенсе көндә лә, “Рәсәй халыҡтары телдәрендәге википедиялар” секцияһын хакимыбыҙ Рөстәм Нурыев алып барыуы беҙҙең күңелдәрҙә шундай ғорурлыҡ хисе тыуҙырҙы.
Конференцияла скайп аша Нью-Йорктан һәм Иерусалимдан билдәле программалаусылар менән аралашыу, заман технологияларының күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә юғары үҫеүе, фән сиктәренең ирегәндәй юҡҡа сығыуына тамаша ҡылыу үҙе бер ғәжәйеп хәл булды.
Мәскәүгә беренсе тапҡыр килеүем. Элек кино- һәм телеэкрандар аша ғына күргән тарихи урындарҙы күрҙем. Бөйөктәр эҙенән үттем. Күк күкрәтеп, йәшен йәшнәтеп үткән дәһшәтле ваҡиғаларға “шаһит”тарҙы үҙ күҙҙәрем менән күреп, ҡулым менән тотоп ҡараным.
Арҡаларыбыҙға ҡанат үҫкәндәй ҡыуанып, тағы ла дәртләнеберәк эшләргә тигән маҡсат менән ашҡынып ҡайтып төштөк Башҡортостаныбыҙға.

Көнһылыу ҠОТЛОБАЕВА.

***
Башҡорт Википедияһы етәксеһе Рөстәм Нурыев алып барған түңәрәк өҫтәл тулыһынса тиерлек Башҡортостан вики-өләсәйҙәре төркөмөнөң эшмәкәрлегенә арналды. Был һөйләшеүҙә һәр беребеҙ нисек яратҡан шөғөлөбөҙгә килеүебеҙ тура­һында күҙҙәребеҙҙә осҡон сығарып һөйләнек. Ҡалған википедиясылар, күпсе­леге – йәш ир-егет, Тыванан, Бүрәт, Татарстан, Чечен республикаларынан килгән. Улар беҙгә һоҡланыуын йәшермәне. Уларҙа өлкән йәштәгеләр, бигерәк тә вики-өләсәйҙәр юҡ. Был һөйләшеү ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, төрлө файҙалы фекерҙәр әйтелде, тәҡдимдәр индерелде.
Сергей Лещинаның “Ҡалып-карточкалар” менән таныштырыуы киләсәктә мәҡә­ләләрҙе һөҙөмтәле тиҙлектә ҡуйыу өсөн ғәмәли әһәмиәткә эйә булыуын асты. “Асыҡ карталар һәм экспедициялар” тигән секцияла әйтелгән яңылыҡтар илдә туризмды үҫтереүгә ҙур өлөш индерәсәген күрһәтте.
Был конференцияның төп маҡсаты – дөйөм маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу йүнәлешендә тырышлыҡ һалыу, Рәсәй халыҡтарын, телдәрен донъяға танытыу эшен артабан да үҫтереү пландарын тормошҡа ашырыу теләге булғанлыҡтан, үҙебеҙ өсөн алда нимәләр эшләргә кәрәклеген дә билдәләнек.
Мәҫәлән, “Әрмәнстан Викимедиаһы” етәксеһе Сусанна Мкртчяндың сығышынан һәм презентацияһынан беҙ әрмән дуҫтар­ҙың вики-проекттары алдынғы идеяларға таянғанын күрҙек. Улар йәш егет һәм ҡыҙ­ҙарҙы, уҡыусы балалар һәм студенттарҙы вики-ҡатнашыусылар рәтенә күпләп йәлеп итә, бының өсөн вики-лагерҙар, үҙенсә­лекле ярыштар ойоштора. Бәлки, Мәрйәм апай Бураҡаеваның “Йәйләү” лагерҙарын­да ла (Интернетлы урындарҙа) йәш википедиясы мәктәптәрен ойошторһаҡ, тигән хыял барлыҡҡа килде. Башҡорт телен яҡшы белгән өлкән класс уҡыусыларын һәм студенттарҙы артабан да вики-түңә­рәктәр аша ошо файҙалы эшкә йәлеп итергә, Башҡорт Википедияһы ирекмән­дәренең сафын йәш көстәр менән тулыландырырға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509