Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иман янында – бәрәкәт
Иман янында – бәрәкәт...Ағастан төҙөлгән ике ҡатлы, иркен йорттоң ҙур бер бүлмәһе сағыу уйынсыҡтар менән тулған, уңайлы йыһаздар, китаптар, хатта бәләкәй генә “ҡоро” бассейн да бар – килеп инеү менән ошолар күҙгә ташланды. Өйҙә тынлыҡ, бер генә тауыш-тын да сыҡмай – баҡһаң, барлыҡ балалар йоҡлай икән... Хатта бынан бер ай элек кенә донъяға килгән кескәй Мәликә лә, әйтерһең, ҡунаҡтар килгәнде тойоп, әүен баҙарына киткән... Шулай итеп, әңгәмәләшеү өсөн ҡулайлы ваҡыт табылғанына ҡыуанып, уңған, булдыҡлы милләттәштәребеҙҙең береһе, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы ҡарау-тәрбиәләү өсөн шәхси учреждение асырға йөрьәт иткән Альбина Ғәлиәкбәрова менән танышабыҙ (ғаилә башлығын тап итмәнек, ул эштә ине).
Альбина менән Айҙар Ғәлиәкбәровтарҙың ғаилә тарихы, тәүге ҡарамаҡҡа, күптәрҙекенә оҡшаш кеүек. Ғаилә башлығы – Күгәрсен районынан, Альбина – Бөрйәндән. Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыған йылдарында табышҡандар-ҡауышҡандар, ғаилә ҡорғандар. Диплом алғас, һөнәрҙәре буйынса эшләй башлағандар. Башҡортостандың төрлө төбәгенән килеп баш ҡаланы яулаған күптәр кеүек, ятаҡ һәм сит кеше тупһаларын да байтаҡ тапарға яҙған...
Тәүге балалары тыуғас, йәштәр уйлана башлаған: әгәр баш ҡалала сабыйҙарыңды иркенләп үҫтерерлек торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге юҡ икән, ниңә башҡа юлдарҙы барлап ҡарамаҫҡа? Ошо уй-ниәт уларҙы Өфө эргәһендәге Иглин ҡасабаһына алып килгән. Ер участкаһы һатып алып, ҙур йорт һалып сыҡҡандар (бының әллә нисә йылға һуҙылған оҙайлы, ҡатмарлы эш икәнен яҙып тормаһаҡ та аңлашыла), урындағы мәктәптә эшләй башлағандар. Донъя ла теүәлләнгән, тағы бер-бер артлы балалар донъяға килгән...
Бөгөн Ғәлиәкбәровтар – алты бала ата-әсәһе. Өлкәндәре Рамаҙанға 15 йәш, ул VIII класты тамамлаған, Республика инженер лицейында белем ала. Айгүзәлгә – 13, Мортазаға – 11, Шәүрәгә – 8 йәш, улар Иглиндағы 1-се урта мәктәптә уҡый. Кескәйҙәре Фәрзәнәгә – 4 йәш, яңыраҡ иһә Мәликә донъяға килгән. Һәр ҡайһыһының күңелендә иман орлоҡтары сәсеп, тәртипле, инсафлы, ипле-итәғәтле итеп үҫтерергә тырыша уларҙы атаһы менән әсәһе. “Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар”, ти халыҡ әйтеме: беҙ Альбина менән әңгәмәләшкәнсе, өйҙәге ҡыҙҙарҙың береһе лә килеп әсәһен борсоманы, шым ғына кухняла ни менәндер булды. Әйтергә кәрәк, оҫтабикәләр үҫеп килә: шул арала әллә нисә төрлө тәмлекәс әҙерләргә өлгөрҙө уңған ҡыҙыҡайҙар! Эш бөткәс, тәмләп сәй эстек.
...Үҙ эшеңде асып ебәреү өсөн, тәүге сиратта, тәүәккәллек кәрәктер. Әңгәмәсемә ҡолаҡ һалған һайын шуға инандым.
– Бөрйән районының Ҡолғана ауылында тыуып үҫтем. Атайым Ғәзиз Айытбаев ҡасандыр тәүгеләрҙән булып фермер хужалығы ойоштороп ебәргәйне, магазин асҡайны. Хәҙер уның эшен ҡустым Рәсүл дауам итә. Ғөмүмән, һәр кешенең күңеленә лә ятҡан, килем дә килтергән шөғөлө булырға тейеш. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, һөнәрем буйынса эшләнем. Балалар менән шөғөлләнеү, уларҙы нимәгәлер өйрәтеү, үҙ-ара аралашыу ифрат оҡшай миңә. Әммә эшем ҙур ғаиләнең ҡаҙнаһын тулыландырырлыҡ, көндәлек сығымдарҙы ҡапларлыҡ килем килтермәгәс, йыш ҡына “нимәнелер үҙгәртергә кәрәк” тип уйлана башланым. Баҡһаң, Айҙар ҙа ошондайыраҡ фекер туплап йөрөгән икән. Тик ниндәй юҫыҡтан башларға? Иглин ҡасабаһы ҙур, бында йәштәр күп. Балалар баҡсаһы проб­лема – урын етмәй йә йөрөтөүе уңайһыҙ. Ҡыҫҡаһы, үҙебеҙгә яҡын өлкәгә тотондоҡ, таныш-белештәрҙең бәләкәстәрен йыйып, эш башланыҡ, – ти Альбина.
Бына шулай тәүәккәлләгән Ғәлиәкбәровтар. Шәхси предприятие теркәп, “мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы көндөҙгө ваҡытта ҡарау” тигән билдәләмә менән эшкә тотонғандар. Ҡәҙимге балалар баҡсаһынан уның айырмаһы шунда: Ғәлиәкбәровтарға баланы бер нисә сәғәткә генә килтерергә мөмкин, ашатыу-йоҡлатыу мотлаҡ түгел. Ләкин сабыйҙарҙың үҙ ҡануны: арығаны йоҡлап китеүе лә, асыҡҡаны ашарға һорауы ла ихтимал. Был йәһәттән Альбина менән Айҙар ата-әсәләр менән килешеү төҙөгән: уларҙа ятып ял итерлек, туҡлыҡлы һәм файҙалы итеп ашатырлыҡ мөмкинлек бар, бала һәр йәһәттән ҡараулы буласаҡ. “Хаҡы күпме?” тиһегеҙме? Ғәлиәкбәровтарҙың шәхси баҡсаһында баланы бер сәғәткә ҡалдырыу – ни бары 50 һум.
Әйткәнемсә, оҫта ҡуллы Айҙар балалар өсөн йыһаздарҙы, уйынсыҡтарҙы үҙе эшләй: экологик яҡтан таҙа материалдарҙан әйберҙәр матур ҙа, уңайлы ла, сағыу ҙа – күҙҙең яуын алырлыҡ. Иң мөһиме – балаларға оҡшай.
Альбина бәләкәстәр менән шөғөлләнеү, уларҙы ҡыҙыҡһындырыу, йәшенә ярашлы шөғөлдәр табыу өсөн бик күп әҙәбиәт уҡыған, йортта сабыйҙар өсөн дә китаптар күп. Шәхси баҡсаға 1,5 йәштән алып 5 йәшкә тиклемге 6 – 8 бала даими йөрөй, тәрбиәсе апайҙары уларҙың һәр ҡайһыһы менән айырым аралашырға, көйөн көйләргә ваҡыт таба. “Үҙегеҙҙең балалар ҙа күп бит, донъя мәшәҡәттәрен теүәлләргә, етмәһә, кеше балаларын да ҡарап өлгөрөргә кәрәк...” – тип аптыраным. Альбина Айҙарҙың һәр йәһәттән ярҙамлашыуын, шәхси эшкә тотонғандан алып, уның мәктәптә уҡытмауын, бары бер нисә түңәрәк кенә алып барыуын бәйән итте. Шунһыҙ булмайҙыр: бала ҡарау уғата яуаплы, мәшәҡәтле, күп көс һәм иғтибар талап иткән эш.
Киләсәккә ҙур пландар ҡороп йәшәй Ғәлиәкбәровтар: Иглинда тағы бер ер участкаһы алғандар, киләсәктә шунда йорт төҙөп, тағы ла ҙурыраҡ, мөмкинлектәре күберәк булған шәхси балалар баҡсаһы асып ебәрергә хыялланалар.
– Хыялһыҙ буламы ни? Башта әллә ниндәй пландар тыуа, тик уларҙы тормошҡа ашырыр өсөн эшләргә, тырышырға кәрәк. Үҙемә ҡалһа, барлыҡ хыялдарҙы ла ысынбарлыҡ итеп була. Был йәһәттән әсәйем өлгө: нимәгә генә тотонмайыҡ, һәр саҡ хуплап тора. “Балам нимә теләйһегеҙ, эшләп ҡарағыҙ. Йәшһегеҙ – тырышығыҙ, булдырығыҙ. Килеп сыҡмай икән, һөнәрегеҙ бар – ҡабат мәктәпкә уҡытырға барырһығыҙ”, тип кенә тора, – ти Альбина.
Әйткәндәй, был йәһәттән һеңлеһе лә өлгө булырлыҡ ҡатындың: Гөлнәзирә шулай уҡ шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Шигем юҡ: уртаҡ маҡсатҡа табан бер төптән егелеп алға ынтылған, бер һүҙле булып йәшәгән Ғәлиәкбәровтарҙың иманлы-инсафлы ғаиләһе мотлаҡ тормошҡа ашырасаҡ хыялдарын.
– Беҙгә йөрөгәндән һуң ҡәҙимге баҡсаға барһалар, сабыйҙар һағынып бер була икән, сөнки һәр ҡайһыһы менән аралашырға ваҡыт табырға тырышам. Аптырағас, ата-әсәләре бер нисә сәғәткә алып килеп ҡуялар: күңелдәре булғансы уйнап ҡайталар, – ти Альбина.
Миңә ҡалһа, уларҙың тынғыһыҙ һәм яуаплы эшенә иң ҙур баһа ошо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523