Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рәнйемәһен йән эйәһе (Хикәйәнән өҙөк)
Йәй өйөбөҙҙөң ишек алдында ла, урам тышында ла бәпкә үләне түшәлеп үҫә. Уҡыуҙар тамамланыу менән беҙгә Әлимә апайым килеп етә. Их, шундағы һөйөнөүебеҙ! Каникул бөткәнсе бергә булабыҙ. Улар Фәғилә апайым менән икәүләп бәпкә үләнен йолҡоп, ҡурсаҡтарына матур итеп өй эшләп ала. Аҙаҡ иһә көноҙоно шунда мәж киләләр. Ә мин ҡурсаҡ ҡына уйнатам, тыныслыҡта тирә-яҡты күҙәтергә яратам.
Ана ялан кәртәлә үҫкән киндер араһында турғайҙар күңелле сырҡылдашып үлән орлоғо сүпләй. Ситтә ултырған һарайға ҡарлуғастар инеп-сығып йөрөй. Балаларына ем ташый улар. Ә был яҡта, өйгә яҡын һарай мөйөшөндә, күкһел сәпсектәр оя ҡорған. Бесәй нисек шәйләмәйҙер үҙҙәрен? Һиҙеп ҡалһа – эш харап. Ә инде балалары сыҡһа, оҙаҡ уйлап тормайынса ашап та ҡуйыр. Ҡарлуғастарға иһә тейә алмай ул: оялары бейектә, бер кемдең дә буйы етмәй.
Әлеге тамашаны күҙәтеп, уйҙар донъяһына сумып ултырғанда, өләсәйем теге сәпсектәрҙе күреп ҡалды. Шул минутта уҡ көйәләнеп китте ул: “Ах, йәндәре сыҡҡыр! Һарай башына оялап алған икән был күркәмһеҙҙәр. Ул ҡош йорт-ҡураға эйәләшһә, бәлә-ҡаза килерен көт тә тор. Бар, Фәғилә, тиҙ генә ояларын туҙҙырып, йомортҡаларын һытып ташлағыҙ!” Ҡыҙҙарға ни ҡыйын эшме: Әлимә апайым шунда уҡ һарай башына менеп тә китте. “Бында йомортҡа юҡ, балалары ғына ята”, – тип һөрәнләне унан. “Аҫҡа ырғыт үҙҙәрен! Йылғаға алып барып ташларһығыҙ, тонсоҡһондар шунда. Соролдашып, бәлә саҡырып йөрөмәһендәр!” – тип бойорҙо өләсәйем. Быны ишетеп, мин яр һалып илай башланым: “Теймәгеҙ, үлтермәгеҙ бахырҡайҙарҙы! Уларҙың әсәһе илар бит. Ана әле үк сипылдашып йөрөйҙәр...” Өләсәйем иһә ялбарыуымды ишетмәне лә кеүек. “Шым хәҙер үк! Бушҡа олоп торма”, – тип, киреһенсә, ҡаты тиргәп ташланы. Ҡош балаларын алып, апайҙарым йылғаға китте. Ни эшләһендәр... Бойороҡ ҡаты, уны үтәргә кәрәк.
Арттарынан илай-илай мин дә эйәрҙем. Баш особоҙҙа ғауғалап-сырылдашып пар сәпсек оса. Бына апайҙарым (өләсәйем “ҡаза саҡыралар” тигәс, күңелдәре ҡаттымы икән) ҡошсоҡтарҙы берәм-берәм һыуға ташлап ҡайтып китте. Әйҙә, тиһәләр ҙә, тороп ҡалдым. Ауыҙҙарын бер асып, бер йомоп һыуыҡ һыуҙа йәнгә талаша ҡош балалары. Уларҙы алмашлап ҡулыма тотоп, ҡотҡарыу сараһын таба алмай һыҡтайым. Эргәмдә һыуға ҡанаттары менән һуғыла-һуғыла ике сәпсек илай. Бына бәләкәстәре, һыуыҡҡа түҙмәйенсә, тиҙ арала йән бирҙе... Яр ситенә ултырып, әрнеп иларға тотондом.
“Әйҙә, ҡайт. Өләсәй йәһәт булырға ҡушты”, – тип ике-өс мәртәбә әйтеп китте апайҙарым. Ҡайтманым. Өй менән йылға араһында өҙгөләнеп осҡан, аяныслы тауыштар сығарып әрнегән ҡоштар кискә торо ҡайҙалыр юғалды. Мин дә, бит-ҡулымды йыуып, һалҡын һыуҙа ҡатҡан бисараларҙы ярҙа өймәкләшеп үҫкән күк сәскәләр төбөнә һалып, ҡайтып киттем.
Был ваҡиға онотолоп, күпмелер ваҡыт үткәс, бер көн әсәйем: “Ҡәйнәм, риза булһаң, мин иргә сығайым тигәйнем. Һоратыусыһы ла бар”, – тип үтенгәндәй итте. Ни эшләһен ҡәйнә кеше? Ҡаршы төшә аламы? Улы бит ҡайтыр ергә китмәгән... “Барып ҡара, – тине өләсәйем. – Тик ҡыҙҙар миндә ҡалһын. Әллә ниндәй кешелер әле, балаларҙы үҙ итмәһә...” Ризалыҡ алған әсәйемә, урындағы етәкселектең ҡарарына ярашлы, үҙенә тейешле мөлкәтте, мал-тыуарҙы бүлдереп алып китергә тура килде. Өйөбөҙ туҙҙырылған ҡош ояһы кеүек ҡотһоҙға әйләнеп ҡалды...
Йәй үтеп, ҡыш етте. Фәғилә апайымдар беҙгә тәҙрәләш кенә йәшәй ине. Көндәрҙең береһендә уның минән аҙ ғына өлкән ҡустыһы Фәйезйән ауырып китеп, күп тә тормай үлеп тә ҡуйҙы. Ауыр ҡайғынан өләсәйем: “Нәҫел ебем өҙөлдө”, – тип зарлы ҡош кеүек әллә ни саҡлы күҙ йәше түкте.
Ҡыш үтеп, йәй етеүгә ауыл балалары лыпын төшөп ҡыҙылса менән ауырый башланы. Сир һис кемде урап үтмәне. Өҙлөкһөҙ ләпелдәп йөрөгән Йәмилә лә бер көн сәсрәп ауырып китте. Хоҙай өләсәйемдең доғаларын да, ялбарып инәлеүҙәрен дә ишетмәне, буғай. Һеңлем ун биш көн тирәһе ятты ла ожмах ҡошо булып баҡыйлыҡҡа күсте. Йәйҙең иҫ китмәле йәмле көнө, ҡоштар балалары менән сырылдашҡан мәл ине... Өләсәйем төндәр буйы һығылып илай, күрше ауылда йәшәгән әсәйем “балаҡайым” тип үрһәләнеп зыяратҡа әллә нисә мәртәбә килеп урай, мин дә әсе күҙ йәштәре түгәм, унда-бында һуғылам... Хас та үткән йәй балаларын юғалтыуҙан зарлап йөрөгән ҡоштарбыҙ...
Сирҙән ауылдағы бөтөн балалар ҙа һауыҡты. Тик беҙҙең Йәмилә генә... Их, яңылышты шул өләсәйем. Яңылышты. Ҡошсоҡтарҙың беҙгә бер зыяны ла юҡ ине бит. Әлеге бәләләр улар һарай башына оялағанға түгел, ә балаларын үлтереп, ҡарғыштарын алғанға килде. Ҡошсоҡтарға теймәгән булһаҡ, уларҙы ҙурайтып, рәхмәт әйтеп китерҙәр ине. Шуларҙың ғына рәнйеше төштө...
Хәҙер инде ул ваҡиғалар тарих төпкөлөндә ҡалған. Мин дә, апайҙарым да олоғайып, бүлә-бүләсәрҙәр һөйөп ултырабыҙ. Тик бәләкәй саҡтағы тетрәндергес фажиғәне онота алмайым. Балаҡайҙарымдың һәр ҡайһыһына әйтеп кенә торам: “Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡығыҙ, бер ниндәй йән эйәһен дә рәнйетмәгеҙ. Үҙегеҙ ҡағылмаһағыҙ, улар ҙа теймәҫ. Ана йыландың йыланы кешене күреү менән ҡасыу яғын ҡарай. Һәр мәхлүккә йән дә, бала ла ғәзиз”.

Б. ЙОСОПОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





8 мартта Башҡортостанда 25 малай һәм 22 ҡыҙ тыуған
Белоретта ишле ғаиләлә күптән көтөлгән малай тыуған

Белоретта ишле ғаиләлә күптән көтөлгән малай тыуған 10.03.2026 // Йәмғиәт

Белоретта ишле ғаиләлә күптән көтөлгән малай тыуған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда юл фажиғәһендә иҫән ҡалғандарҙың хәле тураһында билдәле булды

Башҡортостанда юл фажиғәһендә иҫән ҡалғандарҙың хәле тураһында билдәле булды 10.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда юл фажиғәһендә иҫән ҡалғандарҙың хәле тураһында билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Республика райондарының береһендә һауа температураһы  -40° тиклем түбәнәйҙе
Уңыш хаҡы: Башҡорт хужабикәһе контентын ғына түгел, бөтә тормошон үҙгәрткән

Уңыш хаҡы: Башҡорт хужабикәһе контентын ғына түгел, бөтә тормошон үҙгәрткән 10.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән билдәле блогер Башҡорт хужабикәһе менән асыҡтан-асыҡ әңгәмә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан халҡын ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостан халҡын ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 10.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, аҙнаһына биш көн эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе рәттән ике ҡыҫҡа эш ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туризмға популяр ярҙам саралары аталды

Башҡортостанда туризмға популяр ярҙам саралары аталды 06.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда туризмға популяр ярҙам саралары аталды...

Тотош уҡырға 1

Республикала ишле ғаиләнең льготаларын МАХ аша раҫларға мөмкин

Республикала ишле ғаиләнең льготаларын МАХ аша раҫларға мөмкин 06.03.2026 // Йәмғиәт

Хәҙер күп балалы ғаиләләргә үҙҙәре менән ҡағыҙ танытма йөрөтөү мотлаҡ түгел. Льготаны MAX ......

Тотош уҡырға 1

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күреүселәргә ярҙам итәсәк

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күреүселәргә ярҙам итәсәк 06.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күреүселәргә ярҙам итәсәк...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә автоинспекторҙар водитель ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 Март менән ҡотлай

Өфөлә автоинспекторҙар водитель ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 Март менән ҡотлай 06.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөнөң юл полицияһы 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған акция үткәрә....

Тотош уҡырға 1

Сибайҙа Павловтарҙың ишле ғаиләһендә туғыҙынсы бала тыуған
Башҡортостанда мәктәп директорҙары урынбаҫарҙарына 30 мең һум өҫтәп түләнә

Башҡортостанда мәктәп директорҙары урынбаҫарҙарына 30 мең һум өҫтәп түләнә 06.03.2026 // Йәмғиәт

Был тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫарҙарға ҡағыла, уларға уҡыусыларҙың деструктив тәртибен иҫкәртеү ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә