Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарих һөйләй изге НАРЫҪТАУ
Тарих һөйләй изге НАРЫҪТАУ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Миәкә районындағы бер аҙналыҡ фольклор-этнографик экспедицияһы халҡыбыҙҙың рухи йәдкәрен ҡәҙерләп һаҡлаған Илсеғол, Нарыҫтау, Ҡаран-Ҡунҡаҫ, Күл-Ҡунҡаҫ ауылдарындағы оло быуын кешеләре менән ихлас аралашыуҙарға ҡоролдо, һөҙөмтәлә бай тәьҫораттар тупланды. Шулай ҙа яҙып-йыйып бөтөлмәгән ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бихисап. Ер-һыу атамалары, изге һәм тарихи урындар хаҡында халыҡ һөйләгәндәрҙе зиһендәргә һеңдереп, аҡ ҡағыҙға теркәйбеҙ. Ошо рухи ынйыларҙың ҡайһы берҙәре менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ.
...Хоҙайҙың ҡушыуы менәндер­ме, туҡталған еребеҙ Илсеғол ауы­лы янындағы Сәхәбәләр мә­сете ине. Изге урында хәл алып, ҡаланан алыҫта уй-ниәт­тәребеҙҙе барларға ла, халыҡтан мәғлүмәт тупларға ла, һыйыныр урын та­быр­ға ла мөмкинлек булды. Бына Илсеғолдан йыраҡ түгел күҙ күреме ерҙә урынлашҡан Нарыҫ­тау. Ил-ер халҡына бәйле Сәхә­бәләр төйәге... Тау итәгенән ағып сыҡҡан таҙа, тәмле һыулы изге шишмә... Ара-тирә ишетелеп ҡалған эт өрөүе, һыйыр мөңрәүе менән бергә сиңерткә сырылдауын тыңлап илаһи ер моңон булдырған киске һиллектә Нарыҫ­тау итәгендә баҫып торам. Йәйге йылы дала еле иркәләй... Матур ерҙәр... Уйланып та, тойоп та бөтмәҫ уйҙар солғанышы...
Лира Яҡшыбаеваның “Халҡы­быҙ изгеләре” тигән китабында изге кешеләр ерләнгән ерҙәрҙән шишмәләр урғылып сығыуы һәм бындай сығанаҡтарҙың дауа көсө, шифаһы тураһында әйтелә. На­рыҫтауҙағы изге шишмә һәм сә­хәбәләр ҡәберлеге тураһында бө­гөн илебеҙҙә генә түгел, сит ерҙәрҙә лә билдәле. Халыҡ те­лен­дә тау янындағы шишмә төр­лөсә – Зыяратлы ҡойо, Изге шиш­мә, Әүлиә шишмәһе, Сәхә­бәләр шишмәһе исемдәре менән йөрөй. Һыуы йомшаҡ, көмөшкә бай, ҡыш та туңмай, тиҙәр, һәм, ыша­наһы­ғыҙмы, ысынлап та тәмле!
Шишмә урғылып сыҡҡан ерҙән юғарыраҡ 2010 йылда асылған Сәхәбәләр мәсете урынлашҡан. Шишмәгә килгән кешеләр изге йортҡа инеп доға уҡып сыға. Мә­сет урынлашҡан ҡалҡыу­лыҡтан ары тағы ҡалҡыулыҡтар күренә. Ҡаршылағыһында – әүлиәләр ҡәберлеге, тау түбәһендәге ҡәбер ташына “Бында аталы-уллы Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман ерләнгән” тип яҙылған (билдәле булыуынса, ҡәберлектә 2011 йылда Башҡортостан мо­сол­мандарының башланғысы менән сәхәбәләр иҫтәлегенә стела ҡуйыла). Күҙ күреме ерҙәге икенсе тауҙа “Иҙеүкәй менән Мораҙым” тарихи эпосында телгә алынған халҡыбыҙҙың билдәле батыр шәхестәре Иҙеүкәй менән Мораҙым ерләнгәнлеге хаҡында һөйләнеләр. Сәхәбәләр ҡәбер­леге хаҡында матбуғат баҫма­ларында күп яҙылды. Элек уны Иҙеүкәй менән Мораҙым ҡәбер­леге тип йөрөткән халыҡ. Аҙаҡтан тикшерә башлағас, аталы-уллы сәхәбәләр ҡәберлеге икәнлеге асыҡланған. Шулай ҙа бөгөн халыҡ хәтерендә был ҡалҡыулыҡ Иҙеүкәй менән Мораҙым батыр ҡәберлеге булараҡ та һаҡлана.
Тау башында тағы ла ҡәбер­лектәр бар. Элегерәк беренсе тауҙағы ҡәберлектә яуҙан ҡайт­ҡан аталы-уллы кешеләр ер­лән­гән тип, тауға килгән ауыл халҡы уны Иҙеүкәй менән Мораҙым ҡәберлеге тип йөрөткән. Бүтән мәғлүмәттәр буйынса, икенсе тауҙа Мораҙым менән уның килене ерләнгән, ә Мораҙым батыр­ҙың үҙ ҡәбере Күгәрсен районында, тип һөйләйҙәр. Өсөнсө ҡә­бер­лек тә бар, унда кем ятыуы бил­дәһеҙ. Бында Мораҙымдың кәләше Ынйыҡай ерләнмәнеме икән тигән фараз да йөрөй халыҡ араһында.
Үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһы ла тарихи эҙләнеү һәм асыҡ­лауҙарҙы талап итә, әлбиттә, шулай ҙа ҡыҙыҡһынғандарға тарихсы Салауат Таймаҫовтың ислам дине таралыуы тураһындағы хеҙмәттәрен уҡырға мөмкин. Тау башындағы ҡәберлектәрҙең матур итеп тимер ҡойма менән уратып алыныуы ҡыуандыра. Сәхә­бәләр ҡәберлегенә хәтер ташы ҡуйыл­ған, тик икенсеһенең хәле аяныслы. Иҙеүкәй ҡәбер­леге тиһә­ләр ҙә, әле булһа бында ҡәбер ташы юҡ. Халыҡ һөйләүе буйынса, ҡәберлектең икенсе­һендә 80-се йылдар тирәһендә Өфөнән килгән ғалимдар ҡаҙы­ныу эштәре ойошторған, ҡәбер­ҙәге һөйәктәр йыйып алынған. Элек ғәрәп те­лен­дә яҙылған таштары ла бул­ған ти­ҙәр, тик улар бөгөн юҡ. Ҡа­сандыр тәртипһеҙ рәүештә асыҡ килеш ҡалды­рылған ҡәбер тере­ләрҙең яуапһыҙлығы, тарихи ҡо­март­ҡыларыбыҙға ҡарата иғти­барһыҙ­лыҡ тураһында һөйләй. Үл­гәндәр йортонан аша атлаған кешеләр­ҙең йәндәре был донъя­ла тыныслыҡ йә донъялыҡта үҙ урынын таптымы икән? Нисек ке­нә булмаһын, был иҫтәлек­ле урындар ил-халыҡтың һанлауына һәм һаҡлауына мохтаж.
Ҡәберлектәр менән бергә На­рыҫтау итәгендәге изге урындар, шишмә менән бәйле оло быуын­дың үҙҙәренең һәм ҡарта­тай-ҡар­тинәйҙәренән ишетеп белгәндәре лә ҡыҙыҡһын­дырҙы. Туҡтаған һәр өйҙә изге шишмәнең көсө, уға бәй­ле хикмәтле хәлдәр тураһын­да тыңланыҡ. Изге шиш­мә һыуы тураһында электән үк билдәле булған. Халыҡ уның дауалау көсө тураһында борондан белгән. Бына шуға бәйле ауыл хал­ҡынан ишеткән бер нисә риүәйәт.
Зыяратлы ҡойо тураһында Илсеғол ауылынан Әлфирә Ниғ­мәтуллина апай һөйләй: “Нарыҫ­тау ауылында тыуған Иркәбикә әбейҙең бәләкәй сағында башы ныҡ ауыртҡан. Әсәһе күрәҙәсегә алып барған. “Ҡыҙыңды шишмәгә алып бар, һыуын эскәс, йоҡлап китер. Ни булһа ла, күпме ваҡыт үтһә лә, баланы уятма, йоҡонан уянғас, ҡайтыр юлға сығығыҙ, тик артығыҙға әйләнеп ҡарамағыҙ”, – тигән күрәҙәсе. Барыһын да ул ҡушҡанса эшләгәндәр. Әсә кеше, ҡыҙы алдында йоҡоға талғас, ҡыбырламай ғына ултыра. Уян­ғас, арттарына әйләнеп ҡарамай ҡайтып китәләр. Шунан бирле башым ауыртҡаны булманы”, – тип һөйләй торғайны Иркәбикә әбей.
Уйҙарға бирелеп, һүҙен дауам итә Әлфирә апай: “Зыяратлы ҡойоға алыҫ ерҙәрҙән кешеләр килер булған, тип һөй­ләй торғай­ны ҡайным. Улар үҙ­ҙәре бәләкәй саҡтарында колхоз баҫыуын сығып, сағыу кейем­дәрҙә дөйәләр менән килгән кешеләрҙе ауыҙ асып ҡарап торған. Бөгөн Нарыҫ­тау янын­дағы шишмәне кү­рергә төрлө райондарҙан, сит өлкәләр­ҙән дә киләләр. Моса­фирҙар Нарыҫтауҙағы ҡәберлек­тәргә зыярат ҡылып, шишмә һыуында ҡойоноп, Сәхәбәләр мәсетенә инеп хәйер һала”.
Телһеҙгә тел кереткән, тигән һүҙ ҙә йөрөй халыҡ араһында. Нарыҫтау ауылынан Миңһылыу апай һөйләй: “57-се йылдар тирәһе булалыр. Күлдән (Күл-Ҡунҡаҫ) ҡай­тып киләбеҙ ҡыҙҙар менән. Ана, Нарыҫтау яғында убыр уты кү­ре­нә, ти былар. Мин әйтәм, ҡурҡ­ма­ғыҙ, убыр уты түгел ул, ҡаҙаҡ бабайҙары бер телһеҙ малайҙы алып килде. Ҡартата­йымдар ҡорбан салып, шунда туҡталды, ти­нем. Мин ҡайтып йоҡларға ят­ҡас, ҡартатайым ҡорбан итен ҡосаҡлап килеп инде, теге ҡаҙаҡ­тар ауылға индереп киткән үҙен. “Бына, балам, – тине ҡарта­тайым, – ышанһағыҙ ышанығыҙ, мин үлермен дә китермен. 14 йәш­лек баланы алып килгәйне­ләр, төн буйы өшкөрҙөк, ҡорба­нын сал­дыҡ, баланы тиреһенә төр­ҙөк... Иртән тороп малай: “Атай, ҡайтаһығыҙмы, ат егәйек­ме?” – тип һорау бирҙе атаһына. Шулай тел керҙе балаға, – ти тор­ғайны. Элек Изге шишмә ҡаплы булманы, сылтырап ҡына ағып сыға торғайны һы­уы. Хәҙер тәртиптә то­табыҙ, бысрамаһын тип ҡап­лап ҡуйҙы­лар. Ҡапламайынса ла булмай шул, төрлө яҡтан күпме халыҡ килә шишмәгә. Беҙ бәләкәй саҡта уның эйәһе балыҡ булып йөҙөп йөрөй, ә һыу өҫтөндә ҡояш уйнай торғайны. Элек ошондай изге һыуҙарға ҡояш нуры төшөргә, һыу күктең ете ҡатынан көс алып ятырға тейеш, тип барған ололар...”
Менәүәрә апай һүҙгә ҡушыла: “Аяғымдың шайтан ашығынан өҫтә шешек сыҡҡайны. Зыяратлы ҡойоға барып, бисмилла итеп һыуын эскәндән һуң, шул аяғым­дың табаны сәнсә башланы. Сир-зәхмәт шулай аяҡтан сыға. Киле­шә шишмә һыуы, теләгеңде теләп эсһәң, шифаһы була”.
Нарыҫтау ауылынан Фәүзиә ағинәй: “Зыяратлы ҡойоноң ши­фа­һы бар тип бик йыраҡтан килә­ләр, балам. Үҙем дә ошо ауылға килен булып төшкәс, ирем менән тау башында көтөү көтә­беҙ. Тау­ҙан көтөүҙе йылғаға алып төшкән саҡта, мин һыуһап китеп Зыярат­лы ҡойонан һыу эсергә булдым. Усым менән һыу алайым тиһәм, өйөрөлөп кенә өс балыҡ йөҙөп йө­рөй. Һап-һары, йылтырап тора. Мин ҡайтып, ҡәйнәмә һөйләнем: “Ҡәйнәм, Зыяратлы ҡойо тип әй­тә­һегеҙ, уның балығы бар, балыҡ йөҙгән ерҙән һыу эсәбеҙ икән”. “Эй, балам, ярар, һиңә балыҡ булып күренгән, яратмаған кеше­һенә баҡа, йылан да булып күре­нә. Унда әү­лиә ҡәберҙәре лә бар”, – тине ҡәйнәм. Бик уҡымыш­лы кеше булды үҙе. Тауға менеп намаҙ уҡы­һаң, түҙеп булмай, илата, ти торғайны”.
Ҡәберлектәр хаҡында һорағас, Миңһылыу апай бала сағын иҫкә төшөрә: “Ҡәберлектәрҙең элек боронғо яҙыуы ла булған. Әнә­йем: “Таш бура эсенә төшөп, ип­ләп кенә ҡый үләндәрен дә йолҡоп алам, исемдәрен дә уҡый торғайным”, – тип һөйләгәйне. Хәҙер ул ҡәберлек бейек түгел, таштарын килгән бер кеше, файҙаһы тейә тип, алып ҡайтып бөткән. Сәхәбәләр мәсете­нең икенсе яғында ла ҡәберлек бул­ған. “Унда ниңә үлән үҫмәй?” – тип һорағас, ҡартатайым: “Бында бер батыр ҡылысы, көмөш эйәр­ле дөлдөлө менән күмелгән. Бына шул дөлдөлө баҫҡан ерҙә үлән үҫмәй”, – ти торғайны. Ҡарт­инәйем дә барып Ҡөрьән уҡыны. Ғөсөл ҡойоноп, Хоҙайҙан риза­лыҡ һорап бара торғайнылар тау­ға, ун­да барып шаулап йөрөмәнеләр...”
Мәғлүмәт биреүселәр ситтән килгән кешеләрҙең, сәхәбәләр ҡәберле­генә менеп, ете тапҡыр уратып йөрөүҙәрен ризаһыҙлыҡ менән һөйләй. “...Ни тигән эштер был, кем уйлап сығарғандыр? Ниңә яңы йола сығарып хатала­нырға икән? Ҡәберлеккә килгән халыҡ­тың ошондай ҡылы­ғына, аңһыҙ­лы­ғына аптырайһың, күңел әр­ней. Динебеҙ буйынса бары тик Мәккәләге Ҡәғбә ташын ете тап­ҡыр урап, теләк әйтәләр. Ә из­ге ҡәберлектәргә зыярат ҡылы­нырға тейеш...”. Ысынлап та, Хо­ҙай ил­се­ләренең ҡәбер­лек­тәренә зыярат ҡылыу – сауаплы эш, шулай ҙа Аллаһы Тәғә­ләгә ышаны­сыбыҙ йөрәгебеҙҙә, има­ныбыҙ кү­ңе­ле­беҙ­ҙә, башҡар­ған эштәре­беҙ­ҙә һәм һаулығыбыҙ ҙа яҡты уйҙарыбыҙ­ҙан, йән таҙа­лы­ғынан булһын ине...
Тауҙағы икенсе ҡәберлек ха­ҡында Илсеғол ауылынан Әлфи­рә апай күршеһе Ғәйнетдин ағай­ҙың һөйләгәндәрен иҫенә төшөрә: “1980 йылдарҙа Куликов исемле колхоз рәйесенә, тау башындағы ҡәберлекте ҡаҙырға рөхсәт һорап, Өфөнән кешеләр килә. Уның ни­мә­һен һорап тора­һың, барып ҡа­ҙы­ғыҙ, тигәс, ҡә­бер­лекте ҡаҙалар. Аҙаҡтан һөйәк­тәрҙе алып, үҙҙәрен райүҙәккә сығарып ҡуйыуҙарын һорайҙар”. Ҡә­берлек­тең ҡаҙылы­уы хаҡында ошо уҡ ауылдан Факиһа апай менән Шамил ағай ҙа һөйләй. “Ҡәберлекте 50-се йылдарҙан уҡ ҡаҙый баш­лайҙар, 65 – 75-се йыл­дарға тиклем шулай дауам итә. Төрлө ерҙәрҙән, БДУ-нан да килеп өйрә­нәләр”. Әммә Әлфирә апай ҙа, башҡа мәғлүмәт би­реү­се­ләр ҙа ҡәбер­лекте ҡаҙған кеше­ләр­ҙең, өйрән­гән ғалимдарҙың исем-фамилияларын аныҡ ҡына әйтә алманы.
Билдәле булыуынса, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” тарихи эпосын ВЦИК-тың 1944 йылғы ҡарары ме­нән нәшер итеү тыйыла. Халыҡ хәтерендә Иҙеүкәй менән Мора­ҙымға бәйле иҫтәлектәрҙең аҙ һаҡла­ныуы, тарихи ерлекле әҫәр­ҙәр бу­лып та, бөгөнгәсә аныҡ ҡы­на дәлилдәр килтереп, ошо ва­ҡи­ғалар хаҡында тулы итеп һөйләй алмауыбыҙ һәм белмәүе­беҙ үкенесле.
Урынлы борсолоуыбыҙҙы кү­реп Ҡаран-Ҡунҡаҫ ауылынан Ғирфан ағай ҙа һүҙгә ҡушылды. “Был тыйыуҙар, илдә бар­ған буржуаз революцияға туранан-тура бәйле. Заманында беҙ хатта Аҡмулланы белмәнек, белгән хәлдә лә тейешле кимәлдә күтәрә алманыҡ. Шуға ил эсендә булған ҡаршылыҡлы хәлдәрҙә был тарихи эпостың ғына түгел, башҡа әҫәрҙәрҙең дә тыйылыуы ғәжәп түгел. Уйлай китһәң, шундай уҡ тарихи ваҡиға, мәҫәлән, Салауат батыр хаҡында һөйләүҙе тыйыу­ҙар булманымы ла француздар һуғышы тураһында күп һөй­ләнелдеме ни? Ә бит 1812 йыл­ғы һуғыш ҙур ваҡиға, һәм унда күпме башҡорт ҡатнашҡан?! Һөй­ләү генә түгел, заманында Тол­с­той­ҙың “Һуғыш һәм солох”, Хам­матовтың “Төньяҡ амурҙары” романдарынан башҡа бер ҙур нәмә лә яҙмағанбыҙ. Ә бит тыуырға тейеш ине ундай әҫәрҙәр…” Иҙеүкәй менән Мораҙым тура­һын­да ла күпте белергә, өйрә­нергә тейеш инек... Тыуманы шул әҫәрҙәр. Халыҡ хәтерендә һаҡ­лан­ған тарихи ваҡиғаларға бәйле ҡомартҡы­ларыбыҙ бөгөнгәсә, ХХ быуат аҙағына тиклем, телгә алыуҙан тыйылды.
Билдәле булыуынса, элек ихти­рамлы кешеләрҙе, дан алған ба­тырҙарҙы ҡалҡыулыҡтарға күм­гәндәр. Боронғо ҡәбер таш­тары­ның булмауы Иҙеүкәй ҡәберле­генең аныҡ урынын билдәләүҙе ҡатмарландыра. Шулай ҙа халыҡ хәтерендә Иҙеү­кәйҙең ошо ҡал­ҡыу­лыҡтарҙа ерләнеүе хаҡында ла, изгеләр – әүлиәләр ҡәберлеге булы­уы тураһында ла хәтирәләр бар.
Нисек кенә булмаһын, борон­ғо­лар Нарыҫтау еренә доға ҡы­лып, тарихын белеп барған­дыр. Беҙ ҙә бындай изге урын­дар­ға зыя­рат ҡы­лырға ҡаплаулы кейем­дәрҙә, яҡты уйҙар, доғалар менән барһаҡ ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523