Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Август ғәйеплеме? Әллә...
Беҙҙе ырым-шырымға ышанмаҫҡа өйрәттеләр. Шуға ла сихыр-михыр, күрәҙә ҡылыуҙар, төрлө юрауҙар ят ине. Ине... Ләкин һуңғы ике тиҫтәнән ашыу йыл элек барыһына ла "ҡапҡалар" асылды: кемдер кәрт һала, күҙ тейеүҙән, эскелектән "дауалай", йондоҙнамәләр төҙөй, донъя бөтөүен юрай, сихырҙан арындыра...

Август айына бәйлеләре лә бихисап. Был ай яҡынлаштымы, һуңғы ваҡыт күңелдә шик-шөбһәләр арта башлай, сөнки нәҡ ошо айҙа тәбиғәт көйһөҙлөктәре күберәк булғандай, авариялар, иҡтисади көрсөк...
Тарихтан ғына алып ҡараһаҡ та, әле тәүге календарь төҙөлгәндә үк август ҡатмарлы ай һаналған. Мәҫәлән, Месопотамияны алайыҡ. Беҙҙең эраға тиклем 3 мең йыл элек үк жрецтар, үҙҙәренең торбаларынан көнбайышҡа күҙ ташлап, айҙың нәҙек кенә ураҡ-һыҙығын күреп, яңы ай башланғанын халыҡҡа еткерә. Ул заманда календарь бөгөнгөнән айырылған, һәм нәҡ августа ике ай бер-береһенә тап килеп киҫешкән. Улар 30 көнлөк "абу" менән 20 көнлөк "улулу" булған. "Абу" ҡапма-ҡаршы тигәнде аңлатһа, "улулу" бурыстарҙы ҡайтарыу, һалым (десятина) йыйыу айы иҫәпләнгән. Боронғо Мысырҙа ошо осорҙа изге һаналған Сопдет (Сириус) йондоҙо юғалып торған, Нил йылғаһы һайыҡҡан, канал, һыу һаҡлағыстарҙан һыу киткән. Ә Мысырҙа иһә көнбайыштан иҫкән көслө ел-дауыл ҡоторған. Риүәйәттәргә ҡарағанда, нәҡ ошо айҙа аллаларҙың һуңғы алышы буласаҡ, донъя бөтәсәк, имеш.
Боронғо осорҙо ташлап, үҙебеҙҙең хәтергә уйылғандарға ҡайтһаҡ, СССР тигән оло державаның һуңғы көндәре 1991 йылдың 19–21 авгусына тура килә. Тарихҡа "путч" булып ингән бер нисә көн барыһын да емерҙе: илде, идеологияны, кешеләр яҙмышын... Ошо саҡ әлеге август "ҡара ай" исемен алды: 2000 йылда Мәскәү метроһы эргәһендәге "Пушкинское" станцияһында тәүге шартлауҙа 13 кеше һәләк булды, йөҙләбе яраланды; 2002 йылда Новороссийскка көслө циклон ябырылды — 46 кеше фанилыҡтан китте; 2000 йылдың 12 авгусында Баренц диңгеҙендә "Курск" атом һыу аҫты ракета йөрөткөсө батты — 118 моряк бәләгә тарыны. 1998 йылдың 17 авгусын да күптәр хәтерләй — "һум"дың хаҡы төштө, Рәсәй Хөкүмәте техник дефолт иғлан итте, күп кешенең аҡсаһы "янды"; 2002 йылда Ханкала хәрби базаһы эргәһендә чечен боевиктары Ми-26 вертолетын атып төшөрҙө — 147 (127-һе хәрби) кеше һәләк булды... Һанай китһәң, осона сыҡҡыһыҙ.
Тәү ҡарашҡа быларҙың күбеһенең иҡтисадҡа ҡыҫылышы юҡ һымаҡ. Ләкин иҡтисад менән сәйәсәт асылда шул тиклем үрелгән – һис айырырлыҡ түгел. Ҡайһы кеше: "Мин сәйәсәт менән дә, иҡтисад менән дә ҡыҙыҡһынмайым, бөгөн ашаһам, иртәгә туҡ булһам — шул еткән", — тип ебәрә. Ә ниндәй ябай кеше иҫе китеп донъялағы үҙгәрештәрҙе махсус рәүештә өйрәнеп, ҡыҙыҡһынып ултыра һуң? Улар үҙҙәре беҙҙең өйҙәргә ишек тибеп килеп инә: торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләү ҡағыҙҙары, ут, тәбиғи газ өсөн квитанциялар булып, ер, мөлкәт һалымдары ҡиәфәтендә. Хәҙер, етмәһә, өйҙәр, ер пайҙары өсөн күсемһеҙ милек һалымы индереү тураһында һүҙ ҡуйыра, һайлауҙар яҡынлашҡан һайын агитаторҙар сүрәтендә тупһа аша атлайҙар...
Һуңғыһына килгәндә, һайлау алдынан булһа ла августа нимәгәлер хаҡ төшөр, һис юғында, күтәрелмәҫ әле, был юҫыҡтан элекке һайлау алдындағы вәғәҙәләрҙең күпмеһелер үтәлер, тип ышанған халыҡ, айҙың тәүге көндәренән үк үҙ елкәһендә (дөрөҫөрәге, кеҫәһендә) сираттағы кампанияның касафатын татыны — яғыулыҡҡа хаҡ артты. Тимәк, бар нәмә лә ҡиммәтләнәсәк. (Электр энергияһы өсөн түләүҙәр июль башынан күтәрелгәйне). Аңламаҫһың, әллә электр, газ, нефть, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым "юлын" ҡулдарына төшөргән олигархтар илдә кем хужа, руль кем ҡулында икәнлеген күрһәтергә булды, әллә инде Хөкүмәт планлы рәүештә был аҙымға барҙы. Рәсәйҙе аҡыл менән аңлап булмай тигәндәре ошолор, күрәһең. Уны башҡаса ла уйларға мөмкин: халыҡ фекере нимәгә — бөтә нәмәне былай ҙа һатып, алдап алып була бит...
Статистика ҡайҙан алып яҙылалыр — иҫең китер. Мәҫәлән, күптән түгел Бөтә донъя банкы Рәсәй халҡының килемен "уртасанан юғары" категорияһынан (һәр кешегә йылына 4068–12615 доллар) сығарып, "юғарылар" төркөмөнә индереп ҡуйҙы. Хәҙер беҙ ошо "байыраҡтар" араһында донъяла 73-сө урында! Ә бына иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы "2013 йылға яҡшы тормош" индексацияһында ябай Рәсәй ғаиләһенең йыллыҡ килемен (һалымдар түләгәндән һуң) 15286 долларға еткергән. Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһына ингән илдәрҙеке — 23 047 доллар ("Известия", 2013 йыл, 8 июль).
Һуңғы иҡтисади яңылыҡтар ил эсендәге финанс, сәнәғәт тартҡылаштарынан ғибәрәт. Һәр хәлдә, үҙәк матбуғат, телевидениены ҡарап-күҙәтеп барһаң, шулай тойола. Мәҫәлән, "Газпром" бурыстары булған 13 төбәктең "крандарын борорға" ниәтләй. Алтауһында, атап әйткәндә, Махачкала, Владикавказ, Брянск ҡалаларында, Краснодар крайы, Ингушетияла "эш" башланған да инде — эҫе һыуһыҙ ҡалғандар. "Газпром межрегионгаз" мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Мәскәү өлкәһенең бурысы ғына ла 10,6 миллиардҡа барып баҫҡан... Тимәк, газ, электр энергияһы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр яҡын арала кәмемәйәсәге көн һымаҡ асыҡ.
Ябай Рәсәй халҡына тик бер генә һорау тынғылыҡ бирмәй: бер илдә йәшәйбеҙ, бер Хөкүмәт мәнфәғәтебеҙҙе хәстәрләргә тейеш, Конституция тарафынан барыбыҙҙың да хоҡуғы яҡланған, ер өҫтө һәм аҫты байлыҡтары бар халыҡтыҡы тип иҫәпләнә, тик, ниңәлер, ошо дөйөм байлыҡтан берәүҙәр сереп байый, икенселәр, киреһенсә, бурысҡа бата бара. Һорауҙар, һорауҙар...
"Иҡтисади күҙәтеү" яһар алдынан, эх, берәй яҡшылыҡ тураһында яҙыр инем, тип ҡулға ҡәләм алаһың. Һуңғы хәбәрҙәргә күҙ һалаһың да, ирекһеҙҙән, һәйбәтерәк килеп сыҡһын, тигәйнем, ғәҙәттәгесә булды, тип ҡуяһың. Бәлки, римдарҙың императоры Августың исеме бирелгән айҙың (уларҙа алтынсы ай. Йыл мартта башланған) бында бөтөнләй ҡыҫылышы юҡтыр. Үҙебеҙҙең етешһеҙлекте йәшереп, кемгәлер һылтаныуы еңел бит ул. Әйҙә, был осраҡта бөтә "бәләләр"гә август айы, күптән ер йөҙөндә һөйәктәре лә ҡалмаған император Август "ғәйепле" булһын, ти. Тик артабан йәшәйһе, һайлау алды вәғәҙәләре бирәһе, халыҡты ышандырып, башҡа айҙарға атлайһы бар бит әле. Ул сағында ҡайһы айҙы "ҡара" исемлеккә индерербеҙ икән?..

Әйткәндәй...

Нисек кенә илдең иҡтисади хәле ауыр булмаһын, төбәктәрҙә унан сығыу юлын табалар. Федераль бюджеттан да күпмелер аҡса бүлергә тырышалар. Был осраҡта Рәсәйҙең иң "ауыртҡан" ере — юлдарҙы күҙ уңында тотам. Республиканың баш ҡалаһы Өфөнө генә алайыҡ. Ҡайҙа ҡарама, әле тегендә канау ҡаҙалар — торба алыштыралар, өҙөк-өҙөк кенә булһа ла, юлдарға асфальт түшәйҙәр. Күптәрҙе Өфө — Аэропорт юлындағы эштәр аптыратты. Бәй, яңыраҡ ҡына һалғандар ине лә баһа...
Баҡһаң, өс мең метрға яҡын арауыҡтағы асфальт ГОСТ талаптарына яуап бирмәй икән. Шуға ла "БР юл-төҙөлөш хужалығы идаралығы"ның лаборатор тикшереү бүлеге белгестәре анализға үрнәк алғандан һуң, уны подряд буйынса эшләүселәр иҫәбенә киренән яптырырға булғандар. Быйыл ғына лабораторияла 450 урындан алынған асфальт ҡатнашмаһы тикшерелгән. "Российская газета" (2013 йыл, 6 август) яҙыуынса, 2013-2014 йылдарҙа 3,4 миллиард һум аҡса ҡала хужалыҡтары объекттарын ремонтлауға һәм реконструкциялауға йүнәлтеләсәк. Дөйөм алғанда, программаға Өфөнөң 70 объекты ингән. Асфальт юлдары ғына ла 12 миллион квадрат метр иҫәпләнә, ә бөгөндән үк 2,5 миллионында йүнәтеү эштәре алып барырға кәрәк. Әле иһә эш бер юлы 24 объектта бара...


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 0

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә