Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Теләгәндәр юлын таба
Теләгәндәр юлын табаҠасандыр "перспективаһыҙ" тип мөһөр һуғылған ауылдарҙың яҙмышы күҙгә күренеп яҡшыра. Уларҙың киләсәгенә ышаныс биреүсе йүнселдәрҙең артыуы, халыҡтың эш юҡ тип зарланмай, мул тормошта йәшәргә ынтылыуы, ысынлап та, ауылдар яҙмышына йоғонто яһамай ҡалмай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бәләкәй ауылда йәшәүселәр берҙәм, дәртле һәм сәмле. Тап ошо сифаттар йәшәүгә ынтылыш бирә.
Булат – район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдар исемлегендә. Унда башланғыс мәктәп бар, уныһы ла ябылыу өҫтөндә. Әммә халыҡ тырыш, егәрле һәм эшсән. Һәр йортта тиерлек ишле мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар.


Ҡыяр үҫтереп тә байып була

Теләгәндәр юлын табаАуылда ике ғаилә ҡыяр үҫтереү менән шөғөлләнә. Тәүгеләрҙән булып был эште башлаусы шәхси эшҡыуар Марсель Байбулатовтың 35 сутый ерендә ҡыяр күптән өлгөргән. Хәҙерге баҙар шарттарында ла үҙ йөҙөн һаҡлап ҡала алған эшҡыуарҙың эштәре уң. Был төбәктә теплица эшенә беренселәрҙән тотонған, һәм уның нескәлектәренә йылдан-йыл төшөнә барған эшҡыуарҙың хужалығы табышлы эшләй. Ярҙамға ике кешене алған. Ирле-ҡатынлы Альмира менән Камил Ғүмәровтар ҡыяр үҫтереүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Бер туған ағаһы Нурмөхәмәттең дә файҙаһы ҙур. Эшҡыуарҙың ҡатыны Гүзәлиәнең үҙ мәшәҡәттәре етерлек: йыл һайын ҡыяр үҫентеләре ултырта, уларҙы даими ашлап, һыу Теләгәндәр юлын табаһибеп үҫтерә. Бигерәк тә “Маша” тип аталған сортҡа өҫтөнлөк бирелә, орлоҡ яҡын-тирәлә булмау сәбәпле, Мәскәүҙән алдыртырға тура килә.
Быйыл ҡыяр үҫтереүселәр үҙҙәренсә тәжрибә яһап ҡараған. Ҡапсыҡтарға тиреҫ ҡушылған тупраҡ тултырып, уртаһын тишеп, ҡыяр үҫентеһен шунда ултыртҡан. Әгәр уңыш яҡшы булһа, тәжрибәне киләсәктә лә ҡулланмаҡсылар. Былай иткәндә, тупраҡ нығыраҡ һаҡланып, артыҡ тәләфләнмәйәсәк. Көҙҙән әҙерләп ҡуйылған теплицаға үҫентеләрҙе апрель башында уҡ сығаралар. Тәүге уңыш майҙа күренә башлай. Йәшелсәләрҙең үҫешен һәм сәскә атыу ваҡытын тиҙләтеү өсөн ашлама индереү, даими дымды һаҡлау ҙа ҡыярҙың тиҙ өлгөрөүенә булышлыҡ итә. Эшҡыуарҙың әсәһе Сәлимә Яңыбай ҡыҙы ла ваҡытын бушҡа үткәрмәй: улына ярҙам итә, балаларын ҡарашырға булыша. Әйткәндәй, ғаиләлә Артур исемле малай һәм Ләйсән, Розалия исемле ҡыҙҙар үҫә.

“Күршенең тауығы ҡаҙҙай күренә”, —

тиһәләр ҙә, икенсе йыл ҡыяр үҫтергән Рәйлә менән Азат Ғүмәровтарға, киреһенсә, тәжрибәле Байбулатовтарҙан бик күп нәмәгә өйрәнергә тура килә. Йорт янында теплица эшләп, ирле-ҡатынлы икәү ҡыяр үҫтереү менән шөғөлләнә. Быйыл Ғүмәровтарҙың ҡыяры күршеләренекенән күпкә алдан өлгөргән: шуға күрә һатыуҙа өҙөклөктәр юҡ. Тик йыйып өлгөр генә! Майҙың урталарынан алып сентябргә тиклем ҡыяр ишелеп уңа, ти уңған хужалар. Баштараҡ хаҡы юғарыраҡ булһа, аҙаҡ төшә башлай. Әммә ҡыяр үҫтереү табышлы, бар сығымды ҡаплай. Ни тиклем иртәрәк ултыртһаң, шул тиклем тиҙерәк өлгөрә, табышы ла мулыраҡ. Ауыл магазиндарында һатыуға сығаралар, йорттан килеп алыусылар ҙа юҡ түгел. Бер ауылда ике ғаиләнең бер үк кәсебе булыуға ҡарамаҫтан, химияһыҙ үҫкән ҡыярға ихтыяж ҙур. Һәр береһенең — үҙ һатып алыусылары.
Азат ағайҙың тағы ла бер шөғөлө тураһында яҙып китеү кәрәк. Ул күптән түгел ҡуян үрсетеү менән шөғөлләнә башлаған. Тәүҙә улы өсөн эш булһын тип бер оя йорт ҡуяны һатып алһа, артабан үҙенең дә ҡыҙыҡһыныуы артҡан. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта ҡуяндар үрсей башлаған. Әле хужалыҡта утыҙлаған шешҡолаҡ иҫәпләнә. Ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған кәсеп менән Азат Ғүмәровтың киләсәктә шөғөлләнергә теләге ҙур. Районда ҡуян итенә ихтыяж ҙур булмаһа ла, күрше Магнитогорск ҡалаһында һатырға мөмкинлек бар, ти уңған хужа.

Һарыҡ үрсетеү табышлы

Ауылға тәүге тапҡыр килеүселәр ҡулына сыбыртҡы тотҡан, үҙе көнгә ҡара янған, башына яулыҡ ябынған көтөүсене күреп, аптырап ҡала. Һарыҡ көтөүен көткән Гөлнара Иштуғанованы күптәр ишетеп белә. Ул ауылдың йәнә бер эшҡыуары Рәзилә Ғәниеваның ваҡ малын көтә. Уңған ҡатын ҡарҙа ҡаҙан ҡайнатыр тигәндәй, йәш булыуына ҡарамаҫтан, Рәзилә Ғәниева өсөнсө йыл һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Иптәше Рәмил Себерҙә эшләгәс, бар донъя мәшәҡәтен үҙенең нескә иңдәрендә тарта.
— Һарыҡсылыҡ – табышлы тармаҡ. Уның итенә ихтыяж ҙур, тереләй ҙә һатып ебәрергә мөмкин. Ярославль өлкәһенән бишәр меңгә бәрәстәр һатып алып, эште башлап ебәрҙек. Район хакимиәте ярҙамында, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһына ярашлы, субсидия алдыҡ. Бигерәк тә ит тоҡомло һарыҡтарҙы үрсетеү отошло. Быйыл үҙебеҙҙең яҡтағыларын да алдыҡ. Уларҙы халыҡ ҡорбанға күпләп һорай, — ти уңған хужабикә. Шулай уҡ ул ҡаҙ һәм тауыҡ үрсетеү менән дә шөғөлләнә, өйөндә ике инкубаторы бар. Ҡаҙ бәпкәләре сығара, йомортҡаларын да һатып ебәрә. Тауыҡ йомортҡаларын йыл әйләнәһенә күрше Магнитогорскиға алып барып һата. Тәүәккәл ҡатын “ҡорос ат”ты ла күптән “йүгәнләгән”.
Әйткәндәй, ауыл эшҡыуары ике кешене эшле иткән. Үҙе, белемен арттырыу маҡсатында, Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый.
Әлбиттә, проблемалары ла юҡ түгел. Йыл һайын булған ҡоролоҡ һарыҡсылыҡ тармағын ныҡлап үҫтерергә форсат бирмәй, мал аҙығы әҙерләүҙә йоғонтоһон һиҙҙерә. Алға барыу еңелдән булмаһа ла, бирешмәй Ғәниевтәр. Киреһенсә, күптәргә өлгө, ауылдаштарына терәк булып йәшәй. Ҡыҙҙары Фәүзиә менән Резеда — иң төп ярҙамсылары.
Ауыл бәләкәй тип ситкә китмәй булаттар. Киреһенсә, уны бөтөрмәй, һаҡлап ҡалыу яғындалар. Киләсәктә йәштәрҙең дә ауылда төпләнергә теләге ҙур: әммә эш булмауы, мәктәп ябылыу ҡурҡынысы бер аҙ һағайта. Шуныһы ҡыуаныслы: әлегә уларҙың ҡайтырға атай нигеҙе, тыуған ауылдарының ҡото бар. Ҡот бар ерҙә, бәрәкәт тә булыуын иҫәпкә алғанда, кем белә, бер нисә йылдан һуң Булат ауылы тағы ла күркәмләнер, яңы эш урындары менән тулыланып, йәштәр ҡайтыр.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә