Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Аҡсалы кеше "ғәрип" тә була ала
Рәсәй халҡын бик тиҙ генә шаҡ ҡатырғансы аптыратырмын тимә. Ни тиһәң дә, сынығылған, өйрәнелгән. Инде ике тиҫтәнән ашыу йыл үҙгәртәбеҙ, ҡорабыҙ, үҙебеҙҙекен емерәбеҙ, ситтекен төҙөргә тырышабыҙ. Һуңғы аҙна-ун көн эсендә генә сәйәсәттә лә, иҡтисадта ла төрлө хәлдәр булды. Ҡайһы саҡта был ике төшөнсәне айырып ҡарарға ла мөмкин түгел, сөнки улар айырылғыһыҙ: илдәге сәйәсәт иҡтисадҡа бәйле һәм киреһенсә, икенсеһе тәүгеһенә үрелгән.

Мәҫәлән, РФ Дәүләт Думаһының Конституцион ҡануниәте буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Сергей Иванов киҫкен рәүештә миграцияға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе талап иткән һәм Рәсәйҙең бар яҡлап та үҫешенә йоғонто яһаған тәҡдим менән сығыш яһаған. Ул төҙөгән закон проекты буйынса квалификацияһы булмаған белгестәрҙе беҙгә эшкә индермәҫ өсөн биш йыллыҡ тыйыу күҙаллана. Иванов әйтеүенсә, киләсәктә мигранттар ағымы Рәсәй иҡтисадына ла, ил хәүефһеҙлеге өсөн дә ҡурҡыныс менән янай.
"Әгәр беҙ мигранттарға эшкә рөхсәт бирмәһәк, улар яйлап баҙарҙан китәсәк, эш биреүсегә башҡа ҡул көстәре талап ителәсәк. Һөҙөмтәлә, был ил эсендәге квалификацияһы булмаған кадрҙарға иғтибарҙы арттырасаҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә бөтөнләй тиерлек ҡалмаған профессиональ белем биреү проблемаһын да хәл итәсәк", — тип белдерҙе Иванов. ("Известия", 2013 йыл, 24 май).
Әйткәндәй, "Рәсәй Федерацияһында сит ил граждандарының хоҡуҡи хәле тураһында"ғы Федераль закон буйынса 2013 йылдан мигранттарҙы эшкә йәлеп итеүгә күпмелер сик ҡуйылғайны. Әгәр 2009 йылда дөйөм квота 4,1 миллион булһа, хәҙер иһә беҙгә 2,1 миллион кеше эшкә килә ала.
"Берҙәм Рәсәй" фракцияһынан Алексей Журавлев иһә, киреһенсә, мигранттарҙың рәсми рәүештә килеүен тыйыу өсөн механизмдың юҡлығын, улай булһа, сиктәрҙе ябырға тура киләсәге хаҡында белдерҙе. Уныңса, әгәр сит ил граждандарын саҡырыуҙы рәсми рәүештә туҡтатһаҡ, осһоҙ эшсе көстәр "ҡунаҡ визаһы" менән, хатта бөтөнләй рөхсәтһеҙ киләсәк. Бөгөн ошо хәл күҙәтелә лә... Кем хаҡлы икәнен әйтеүе ауыр, ләкин шуныһы асыҡ: иҡтисадҡа һылтанып, яһалма баррикада тыуҙырыу — Рәсәйгә кәрәкмәгән ғәмәл. Ни генә тимә, урамға сыҡһаң да, төҙөлөштә лә мигранттар, урам йыйыштырыусылар ҙа улар, хатта маршрут таксиҙарҙа ла... Икенсе яҡтан ҡарағанда, ауыл-ҡалаларҙа эшһеҙ йөрөгән типһә тимер өҙөрлөк егеттәр туп-тулы. Нимә был? Ил түгел, хатта ғаилә иҡтисадын да ҡарай алмаған көслө заттың көсһөҙләнеүеме, әллә инде ысынлап та иҡтисадҡа үрелгән сәйәсәтте дөрөҫ алып бармаумы?
Ил иҡтисадын тағы бер ысул менән нығытырға уйлайҙар. Ул да булһа, Рәсәй хәрби көстәрендә хеҙмәт итмәгән ир-егеттең бөтә килеменә 20 процентҡа саҡлы һалым һалыу. Был иһә 45 йәшкә тиклемге кешенең шәхси бюджетының биштән бер өлөшө тигән һүҙ. РФ Дәүләт Думаһы закон проектын ҡабул итһә, һаулығы буйынса һалдат хеҙмәтенә яраҡһыҙ тип табылғандар ғына яңы һалымдан азат ителә. Хәйер, бындай закон совет осоронда ғаилә ҡормағандар, балаһы булмағандар өсөн ниндәйҙер кимәлдә бар ине. Бөгөн Рәсәй халҡы барлыҡ килемдән 13 процент һалым түләй. Ул донъяла иң аҙы тип иҫәпләнә.
Ватанды һаҡлау — һәр кемдең изге бурысы. Тимәк, кем һалдат итеген кеймәгән, ул бурысты үтәмәгән тигән һүҙ. Шуға ла депутаттар бирәсәкте аҡсалата ҡайтартырға йыйына. Хөкүмәт эксперттары быға ҡаршы, һалымдар аша армияның мәртәбәһен күтәрергә ярамай, башҡа юлдар эҙләргә кәрәк, тиҙәр. Уйлап ҡараһаң, Конституция алдында бөтәһе лә тигеҙ бит. Әгәр кеше һау-сәләмәт икән, ни өсөн хеҙмәт итмәҫкә тейеш? Әлбиттә, иҡтисадты бер нисә бөртөк кешегә һалым арттырыу менән генә күтәреп, бюджетты тулыландырып булмай. Сөнки, ниндәй генә закон сыҡмаһын, таяҡтың ауыр башы барыбер ябай халыҡтың иңенә төшә. Аҡсалы кеше, кәрәк икән, хәрби комиссариат алдында "ғәрип" тә була ала, башҡа юлын да таба. Быныһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ғәҙәтигә әйләнеп бара...
Хөкүмәткә тағы бер закон проекты тәҡдим ителгән. Унда төбәктәргә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙең юғары сиктәрен үҙаллы билдәләү хоҡуғы ҡаралған. Хәҙер, электр энергияһы, йылылыҡ һәм башҡаларға хаҡ артыу кимәлен идара итеүсе ойошмалар ҙа, халыҡ та алдан белеп торасаҡ, тип иҫәпләй документты әҙерләүселәр. Эшсе төркөм етәксеһе Андрей Чибис әйтеүенсә, алым төбәктәргә тарифтарҙы билдәләүҙә ойошманың теге йәки был өлкәһен көйләүҙә үҙаллылыҡ бирәсәк. Төбәктәрҙең баш-баштаҡлығынан да ҡурҡырға ярамай икән, тарифтар дөйөм Рәсәйҙең уртаса хаҡынан күтәрелә башлаһа, халыҡ ҡаршы сығасаҡ, йәнәһе. Тик бер генә һорау тыуа: ризаһыҙлыҡ белдергәндән генә коммуналь хеҙмәт күрһәтеү яҡшы яҡҡа үҙгәрерме?


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә