Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Эш кешеһен яҡларға ла кәрәк
Сит ил фермерҙарын байытабыҙ, ә үҙебеҙҙекеләр?

1990 йылдар башында күптәр, Рәсәйҙә крәҫтиән (фермер) хәрәкәтенең ныҡлап үҫәсәгенә ышанмаусанлыҡ күрһәтеп, фермерлыҡҡа тотоноусыларға ниңәлер шик белдерә. Бәхеткә күрә, крәҫтиәндең хеҙмәтен ихтирам итеүселәр табыла, хатта бәғзеләре ауыр йөктө үҙҙәре үк тартырға тотона. Шул осорҙа фермерлыҡты тәүгеләрҙән булып үҙ итеүселәрҙең энергияһы, хеҙмәте, ныҡышмаллығы һәм батырлығы һөҙөмтәһендә илдә яңы аграр хәрәкәт барлыҡҡа килә.

Әлбиттә, ул дәүерҙә эш башлаусыларға дәүләт тарафынан һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Ошо арҡала 1991—1993 йылдарҙа 200 мең (!) яңы хужалыҡ ойошторола. Бөгөн ана шулар крәҫтиән хужалыҡтарының нигеҙен тәшкил итә лә инде. Илдә һуңғы 20 йылда үткәрелгән аграр сәйәсәт фермерҙарҙы төрлө һынауға дусар итә: бер яҡтан иғтибар булһа, икенсе яҡтан килеп ҡыҫырыҡлайҙар. Нисек кенә ауыр булмаһын, крәҫтиән һынауҙарға бирешмәй, алға барыуын дауам итә, үҙенең тормошҡа яраҡлаша алыуын, перспективалы булыуын иҫбатлай.
2010 – 2011 йылдарҙа дәүләт тарафынан күрһәтелгән саралар һөҙөмтәһендә илдә фермер хужалыҡтарының һаны 128 меңгә тиклем артып, бөтәһе 308 мең тәшкил итә. Тик былтыр уларҙың һаны 278 меңгә ҡалған. Статистика мәғлүмәттәре крәҫтиән хужалыҡтарының быйыл тағы ла күпкә кәмеүен күрһәтә. Әлбиттә, бында бер нисә кире фактор ҙур роль уйнаған. Фермерҙарҙың бер өлөшө баҙар иҡтисады шарттарына түҙмәй, етештергән продукцияһын һата алмай аҙапланып, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингән осорҙа конкурентлыҡҡа яраҡлаша алмайынса эшмәкәрлеген туҡтатһа, икенселәре иһә дәүләттән тейешле ярҙам тоймайынса, башҡа төр формаға – шәхси хужалыҡҡа күсергә мәжбүр булған.
Бынан тыш, белеүегеҙсә, 2013 йылдың 1 ғинуарынан Пенсия фондына түләүҙәр күләме лә артты. Ул ниндәйҙер кимәлдә фермерҙарҙы уйланырға мәжбүр итте, сөнки ауыл эшҡыуарының табышы иң тәү сиратта үҙе етештергән продукцияһын һатыуҙан килә. Фермерҙың сауҙалағы кеүек көндәлек тауар әйләнеше юҡ, көн һайын һата алмай. Етмәһә, һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ та уларҙың кеҫәһенә ярайһы ғына һуҡты. Һәм, бөгөн килеп, ул хужалығында эшләгән һәр ағзаһына йылына 36 мең һум аҡсаһын түләргә тейеш. Ысынлап та, элекке йылдарға ҡарағанда түләү хаҡы ике тапҡырға артты. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр, тиҙ арала крәҫтиән хужалығын шәхси хужалыҡ формаһына әйләндереп, көс еткеһеҙ түләүҙән ҡотолоп ҡалды, сөнки шәхси хужалыҡ статусына эйә булғандарға бындай түләүҙәр ҡаралмаған.
Шуныһы ҡыуаныслы: Рәсәй етәкселеге, Пенсия фондына түләүҙәр күләмен бер аҙ кәметеп, 19 мең һумға ҡәҙәр төшөрөргә уйлай. Күптән түгел Бюджет һәм финанс баҙары федерацияһы советы комитеты, бәләкәй эшҡыуарлыҡты яҡлап, көнүҙәк темаға ултырыш үткәрҙе. Бәлки, был һөйләшеү һөҙөмтәһендә крәҫтиәндәрҙең хәле бер аҙға еңеләйер, тип өмөтләнәйек.
Ләкин эшһеҙҙәр һаны ла артып өлгөрҙө. Хатта ҡасандыр уңышлы эш алып барған фермерҙар ҙа әле ябылыуҙы хуп күрә. Шуныһы үкенесле: уйлап еткерелмәй ҡабул ителгән саралар күптәрҙә дәүләткә ҡарата ышанмаусанлыҡ тыуҙыра.
Тағы ла бер миҫал. Бынан бер нисә йыл элек шәхси хужалыҡтарға 58 мең һум күләмендә аҡса биреп, эшҡыуар булып теркәлергә тәҡдим итәләр. Быға крәҫтиәндәр ышана, әлбиттә. Крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәрәләр. Ә бөгөн килеп уларҙың иңенә көс етмәҫлек түләү өйҙөләр. Халыҡ ышанғайны ла бит, тик дәүләт һаман булһа ауылға йөҙ бормай. Әммә сифатлы ит, һөт аҙыҡтары таптырыуын дауам итә. Дәүләт яғынан ихтирам, иғтибар, ярҙам булмағас, бөгөн күптәр, ҡасандыр файҙалы, әммә әле яҡлауһыҙ һаналған фермерлыҡты ташлап, эшһеҙҙәр һанын арттырырға мәжбүр.
Әлбиттә, крәҫтиәнде был проблема ғына борсомай. Уны бөгөн сит илдә етештерелгән, сифаты бөтөнләй тиерлек билдәһеҙ булған аҙыҡ-түлектең илгә индерелеүе хафаға һала. 2012 йылда ситтән килтерелгән аҙыҡ-түлек күләме ике тапҡырға артҡан. Мәҫәлән, уҙған йыл Рәсәйгә бер миллион тоннанан ашыу сусҡа, 740 мең тонна һыйыр ите ингән. Ҡошсолоҡ тармағы ла һәйбәт үҫешкән кеүек, әммә 560 тонна “импортный” ит һатып алынған, уның күләме 13 процентҡа артҡан.
Һөт баҙарында ла сит илдекенә ихтыяж ҙур. Рәсәйгә 2012 йылда ғына, мәҫәлән, 8 миллион тонна һөт һәм һөт аҙығы ҡайтарылған.
Көлкө лә, аяныс та: сит илдә үҫтерелгән емеш-еләкте, йәшелсәне ашайбыҙ. 2012 йылда уның күләме хатта 3 миллион тоннаға барып еткән! Картуф – Польшаныҡы, кәбеҫтә – Германиянан, Израилдең кишерен яратабыҙ, төрөктәр помидор менән туйындыра, Чили алмаһына өҫтөнлөк бирәбеҙ. 2012 йылда ситтән Рәсәй бөтәһе 1,5 триллион һумға яҡын аҙыҡ-түлек һатып алған. Беҙ сит ил етештереүселәрен, эшкәртеүселәрен байытабыҙ түгелме? Был ысынлап та, шулай бит, ете диңгеҙ аръяғындағыларҙың сәнәғәтен үҫтерәбеҙ. Уйлап ҡараһаң, ғәйәт ҙур инвестиция был! Ә беҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре үҙ сиратында сифатлы продукцияһын һатыуҙа ҙур проблема кисерә, көс етмәҫлек һалымға дусар ителә. Фермерҙарҙың 70 проценты әҙер продукцияһын һатыуҙы бөгөн иң ауыр мәсьәлә тип һанай. Шуныһы мәғлүм булһын: Рәсәй Президенты Владимир Путин бер сығышында: “Киләһе дүрт-биш йылда үҙебеҙҙә бөтә төп аҙыҡ-түлек төрҙәрен етештереп, аҙаҡ Рәсәй донъяла был йәһәттән иң ҙур тәьмин итеүсе булырға тейеш”, – тигән бурыс ҡуйғайны. Әммә уны үтәп сығыу өсөн ауыл хужалығын үҫтереү зарур. Бынан тыш, крәҫтиәндәргә дәүләт ярҙамын арттырырға, финанс ресурстарын күпләп йәлеп итергә кәрәк. Халыҡта: “Аҡса һорау өсөн ҙур аҡыл кәрәкмәй”, — тиҙәр бит. Шуға ла бөгөндән ауыл хужалығы өлкәһенә ун миллиард һумлап аҡса күсермәһәк, иртәгә йөҙ миллиарды ла уны ҡотҡармаясаҡ.


Автор: Самат ҒӘЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә