Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ил байлығы кемдәр ҡулында?
Ил байлығы кемдәр ҡулында?Рәсәйҙә ябай халыҡ менән йәмғиәттең "ҡаймағы" араһында упҡын ята. Быны яңыраҡ "Форбс" журналы үткәргән тикшеренеүҙәр тағы бер ҡат раҫланы. Баҫма илдең иң бай ике йөҙ эшҡыуарының исемлеген төҙөгән. Был үҙ сиратында тәрән уйланыуҙарға этәрә.

Кемдәр һуң улар Рәсәйҙең иң бай бизнесмендары? Беренселектә мөлкәте 17,6 миллиард долларға "тартҡан" Алишер Усманов килә. 60 йәшкә яҡынлашҡан был олигархтың байлығы нигеҙен металлургия, Интернет менән телекоммуникация компаниялары тәшкил итә. Әйткәндәй, уның аҡса эшләү һәләтен белгестәр юғары баһалай. Мәҫәлән, күптәр өсөн аралашыу майҙансығына әүерелгән "Фейсбук" социаль селтәренең акцияларын алып һатыуҙан ғына инвестор былтыр 500 миллион доллар күләмендә "таҙа" табыш алған.
Икенсе урынды банкир Михаил Фридман алған, уның "кәрзинендә" – дөйөм хаҡы 16,5 миллиард доллар тәшкил иткән финанс, элемтә, сауҙа компаниялары. БылИл байлығы кемдәр ҡулында? мөлкәтенә ҡасандыр тәҙрә йыуыу кооперативы нигеҙ һалған, тип белдерә олигархтың дуҫтары. Шулай ҙа үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы хосусилаштырыу кисектерелһә, был тиклем байлыҡ тәтер инеме икән?
Өсөнсө урындағы Леонид Михельсондың байлығы (15,4 миллиард доллар) нигеҙен газ һәм нефть химияһы компаниялары тәшкил итә. Дүртенсе урында Фаберже йомортҡаларын Рәсәйгә ҡайтартып дан алған Виктор Вексельберг урынлашһа (15,1 миллиард доллар), бишенселә "Лукойл"дың хужаһы Вахит Алекперов (14,8 миллиард доллар) килә. Ә бына Рәсәйҙең 200 байы араһында иң "ярлыһы" – 36 йәшлек кенә булыуына ҡарамаҫтан, 500 миллион долларлыҡ мөлкәт туплауға Ил байлығы кемдәр ҡулында?өлгәшкән Иван Таврин. Бындай уңышҡа өлгәшеүенең дә сере ябай: төп партнеры — Алишер Усманов. Ундай байҙың өҫтәленән ҡалғаны ла, шулай итеп, мул йәшәтә ала икән, баҡһаң...
Рәсәй байҙарының биографияһына күҙ һалыу бик ҡыҙыҡлы һығымталарға этәрә. Улар араһында ҡатын-ҡыҙ ҙа, күп балалы атай ҙа, хатта шағир ҙа бар! Күптәр уларҙы халыҡ мөлкәтен талап байлыҡ туплауҙа ғәйепләһә лә, үҙ сослоғо менән уңышҡа өлгәшкәндәр ҙә юҡ түгел икән. Мәҫәлән, Краснодарҙа йәшәүсе Сергей Галицкий 1998 йылда магазин асып ҡарарға була, ә хәҙер "Магнит" сауҙа селтәре илебеҙҙең һәр ҡалаһында тиерлек бар һәм унда 200 меңдән ашыу кеше мәшғүл. Миҫал өсөн генә: көн һайын был сауҙа селтәре магазиндарына яҡынса 5,5 миллион һатып алыусы инә икән!
Исемлектәге берҙән бер ҡатын-ҡыҙ – Мәскәүҙең элекке "хужаһы" Юрий Лужковтың ҡатыны Елена Батурина 1,1 миллиард долларлыҡ мөлкәт менән 98-се урындаИл байлығы кемдәр ҡулында? килә. Ул да, күптәр кеүек, хәҙер Лондонды үҙ иткән һәм шунда көн күрә. Ә был байҙар араһында иң йәше – 30-ын яңы тултырған Вячеслав Мирилашвили Израилдә йәшәй. 2006 йылда "Бәйләнештә" социаль селтәренә "һалған" 30 мең доллар аҡсаһы бөгөн уға яҡынса 950 миллион доллар килтергән! Шулай уҡ йәш байҙар исемлегендә 700 миллион долларға "тартҡан" 33 йәшлек Виталий Юсуфов та бар.
Ә бына "Руснефть" компанияһының хужаһы Михаил Гуцериев (3 миллиард доллар) ижади шәхес икән, уның ике шиғри йыйынтығы донъя күргән. Шулай уҡ ул йырҙар яҙыу менән дә мауыға. Олигархтар исемлегендә күп балалы атайҙар ҙа бихисап, әммә был йәһәттән Мәскәү кредит банкы етәкселеге вәкиле Роман Авдеевҡа (1,4 миллиард доллар) етеүсе юҡ – уның 23 балаһы бар! Баҡһаң, 19 баланы миллиардер уллыҡҡа алған икән.
Иң бай бизнесмендар исемлегендә дәүләт эше менән мәшғүлдәр ҙә байтаҡ ҡына. Әлбиттә, уларҙың күбеһе байлыҡ туплағандан һуң сәйәсәткә килгән. Ил байлығы кемдәр ҡулында?Исемлектә быйыл 23 чиновник һәм халыҡ вәкиле (федераль министр, ике губернатор, ун Дәүләт Думаһы депутаты, биш сенатор һәм дүрт төбәк парламентарийы) бар. Был нимәгә ишара? Тимәк, беҙҙе күпме генә ышандырырға тырышмаһындар, сәйәсәт менән шөғөлләнеү бизнесҡа бер ҙә ҡамасау түгел.
Әлбиттә, илдә байҙар ни тиклем күп, шул тиклем яҡшыраҡ кеүек тә бит. Ләкин фәҡирлектә көн итеүселәр байтаҡҡа артығыраҡ шул. Белгестәр асыҡлауынса, тигеҙһеҙлек кимәле буйынса Рәсәй бүтәндәрҙең бер башҡа юғары тора. Баҡтиһәң, халыҡтың ни бары бер процентын тәшкил иткән иң бай рәсәйҙәр ҡулында — илдең шәхси байлығының 71 проценты. Мәҫәлән, Һиндостан менән Индонезияла был күрһәткес — 49 һәм 46 процент, Африкала – 44, АҠШ-та – 37, Ҡытайҙа һәм Европала – 32, Японияла ни бары 17 генә процент икән!


Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


  1. Рияз
    Рияз от 04.05.2013, 05:53
    Тап өҫтөнә баҫтың, Рәшит ҡусты! Раҫ яҙаһың, теманы тәрән төшөндөрәһең, бик ышандырырлыҡ материал.
    Хәҙер бер нимәне аңлатаһы бар: ни эшләп социализмда тәрбиәләнгән әҙәмдәр (шул уҡ Чубайстар, Аликперовтар, Усмановтар) ҡапыл капиталистик олигархтарға әйләнеп киттеләр? Ни эшләп сағыштырмаса тигеҙ йәшәгән совет халҡы ҡапыл килеп шундай синфи диффернциацияға дусар булды?
    Ғәҙәттән тыш антропология ҡулланмайса быны аңлата алмаҫһығыҙ, моғайын...

  2. Илдан
    Илдан от 04.05.2013, 14:23
    Совет заманында тәртип бар ине, тиергә ярата ҡайһы берәүҙәр.Шул заманда тәрбиәләнгән "тәртиплеләр" утыҙ йылға яҡын донъяны болғата түгелме ( 1985 йылдан алып )? Улар бер-нисә кеше генә түгел, миллионлап ! Илебеҙ енәйәтселек буйынса донъяла тәүге урындарҙың береһен биләй !Әллә КПСС системаһы һарыҡ тиреһе ябынған бүреләр тәрбиәләнеме икән?

Комментарий өҫтәргә