Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ хаҡлыҡҡа хаҡлы
Яңыраҡ Дәүләт Думаһы депутаттары үҙҙәренең хеҙмәт хаҡын арттырыуҙы талап итте: улар федераль министрҙан да кәм алырға тейеш түгел, имеш. Рәсәй халҡы хәҙер өйрәнеп тә бөттө инде: чиновниктар бер ҡасан да үҙен онотмай, хеҙмәт хаҡын арттырыу өсөн ниндәй генә һылтау уйлап тапмай. Ә ябай халыҡҡа эш хаҡын арттырмаҫ өсөн “фәнни сәбәптәр” табылып торҙо.

Бына Владимир Путиндың бюджет хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡын арттырыу тураһындағы Указын ваҡытында үтәүҙе ҡолаҡҡа ла элмәнеләр шикелле. Рәсәй Хөкүмәте эксперттары — уларҙы ҡайҙан табаларҙыр — был указдарҙы үтәү өсөн эске тулайым продукттың үҫеш темпы йылына 5 проценттан да кәм булырға тейеш түгел тигән булды. Бөгөнгө шарттарҙа был үҫеште тәьмин итерлек резервтар ҡалмаған, йәнәһе. Эш хаҡын күтәреү инфляцияға, хаҡтар артыуына килтерәсәк, тип тә ҡурҡыталар. Ике дәлилдең ялған икәнен иҫбатлап тормайым, иҡтисади белеме булған кешеләр өсөн был — дөрөҫлөккә оҡшаған уйҙырма ғына. Ә топ-менеджерҙарға хайран ҡалырлыҡ бонустар түләргә аҡса табыла. Бына яңыраҡ “Ростелеком“ компанияһы эштән сығарылған Александр Провоторовҡа 280 миллион һум күләмендә компенсация түләне. Ябай кешене эштән сығарһалар иһә, ике айы өсөн генә түләнә. Чиновник булһа, уның дәрәжәһенә ҡарап, бер нисә айлыҡ, хатта йыллыҡ эш хаҡын түләйҙәр.
Шул уҡ ваҡытта Евросоюз рәсми рәүештә банкирҙарҙың бонусын сикләргә тигән ҡарар ҡабул итте. Банктар менән ҡатмарлыҡтар килеп тыуһа, уларҙы банкрот хәленә илткән етәкселәргә 13-20 йыллыҡ эш хаҡын түләүҙе халыҡ бер нисек тә төшөнмәҫ, тип аңлатты Европарламент депутаттары. Швейцария иһә, 3 мартта референдум үткәреп, бөтә кантондарҙа ла был премияларҙы ныҡлы күҙәтеүгә алырға кәрәк, тип тауыш бирҙе.
Рәсәй етәкселәре, иң түбән һалым — беҙҙең илдә, тип бара. Ысынлап та, 13 процентлы һалым шкалаһы тәү ҡарашҡа донъяла иң түбән һанала. Австралияла, Австрияла, Бельгияла, Бөйөк Британияла, Германияла, Грецияла, Израилдә, Испанияла, Италияла, Ҡытайҙа, АҠШ-та һәм Японияла алған килемдәрҙең 40-50 процентын, Данияла — 65, Францияла 75 процентын һалым итеп ҡайтаралар. Юҡҡа ғына Жерар Депардье Францияның юғары һалымынан Рәсәйгә ҡасманы. Шуныһы ҡыҙыҡ: был дәүләттәрҙә һалымдың прогрессив системаһы ҡулланыла, йәғни килемең ни тиклем күберәк булһа, һалымды ла шул тиклем күберәк түләйһең. Был ғәҙел дә, сөнки бай кешеләрҙең йәмғиәт процестарына йоғонтоһо көслөрәк, һәм шуның өсөн улар күберәк түләргә тейеш. Рәсәйгә килгәндә, мультимиллиардер ҙа, минималь эш хаҡын алған фәҡир ҙә шул уҡ 13 процент һалым түләргә тейеш. Әммә был тигеҙлек тик формаль рәүештә генә. Түбән һәм уртаса эш хаҡы алған хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы фондынан 30 проценты социаль взностарға алына. Былай ҙа юғары булмаған эш хаҡынан ошондай һалым түләүе иҡтисад өсөн бик ауырға төшә. Ошо арҡала күптәр йәшерен эш хаҡы түләргә мәжбүр. Халыҡ иҫәбенә йәшәүселәрҙе халыҡ иҫәбе ныҡ ҡыҙыҡһындыра тигәндәй, Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец, 38 миллион кеше ошо рәүештә Пенсия һәм башҡа социаль фондтарға түләмәй йөрөй, тип танырға мәжбүр булды.
Айына 47,3 мең һумдан артығыраҡ аҡса алғандар өсөн социаль взностар кәмей төшә — улар өсөн 22 процент түләйҙәр. Әгәр ҙә аҡсаны шәхси эшҡыуар булып алһаң, 6 процент түләйһең. Ә иң байҙары өсөн оффшор ожмахы төҙөлгән — килемеңде дивиденд формаһына күсерһәң, 9 процент ҡына түләйһең. Хөрриәт! Рәсәйҙә донъяла булмаған уникаль система төҙөлгән: һин ни тиклем ярлыһың, шул тиклем күберәк түләйһең. Түбән эш хаҡы алғандарҙың күбеһе һалымдан ҡаса ла алмай, ә байҙарҙың ундай мөмкинлектәре бихисап. Шуға ҡарамаҫтан, байҙар Европала йәшәүҙе хуп күрә. Периметры буйынса һаҡсылар ҡуйылған затлы һарайҙарҙа йәшәү төрмәләге тормоштан бер нимәһе менән дә айырылмай шул.
Путиндың Указында торлаҡтың хаҡын 20-30 процентҡа түбәнәйтеү маҡсаты ла ҡуйылған ине. Бына бер йыл үтеп бара, торлаҡҡа хаҡ туҡтарға уйламай ҙа. Дмитрий Медведев, Рәсәй төбәктәре хөкүмәттәре Президент ҡуйған мәсьәләгә төкөрөп ҡарай тигән фекер ҙә тыуып ҡуя. Баҡтиһәң, торлаҡҡа хаҡтың төшөүе уларҙың хужалары өсөн зыянлы — мөлкәттәре арзаная! Был дәлилде Мәскәү властары уйлап тапҡан икән. “Рублевка”ла йәшәгәндәрҙең фекеренә таянып эш иткән Хөкүмәтте халыҡ тураһында ҡайғырта тип әйтеп булмай шул. Әллә быны Президент указдарын һанға һуҡмау тип ҡабул итергәме?
Онотмағанһығыҙҙыр, 1 март алдынан Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт министрҙары халыҡты “ҡайғыртып”, торлаҡты хосусилаштырыу ваҡытын өсөнсө тапҡырға кисектерҙе. Ике тиҫтә йыл эсендә нишләптер халыҡтың 20 проценты үҙе йәшәгән торлағын хосусилаштырырға ваҡыт тапмаған, имеш. Эй өгөтләнеләр, эй өгөтләнеләр, ниндәй генә дәлилдәр килтермәнеләр! Бында ла “халыҡ мәнфәғәте“ төп роль уйнаған икән. Баҡһаң, Рәсәй Хөкүмәте шым ғына 2014—2018 йылдарҙа күсемһеҙ милеккә яңы һалымдар индерергә әҙерләнә. Уртаса фатир өсөн йылына 2 меңдән 15 меңгә тиклем, дача һәм коттедждар өсөн 50-100 мең һум ҡаралған.
Мәғлүм булыуынса, йыл башынан шәхси эшҡыуарҙар түләгән социаль взностарҙы ике тапҡырға арттырҙылар. 400 меңләп эшҡыуар үҙ эшен ябырға мәжбүр булды. Хөкүмәт планлаштырған 40 миллиард һум табыш урынына хәҙер ике тапҡырға әҙерәк көтөлә. Шул уҡ ваҡытта йылына дәүләт ҡаҙнаһынан 1 триллион һум аҡса урлана, торлаҡ-коммуналь хужалығында тағы ла 1 триллион һумға артыҡ түләтелә, Резерв фондында тупланған валюта Көнбайыштың иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелә. Ошо шарттарҙа аҡса етмәү һылтауы менән мәктәптәр оптималләштерелә, йәғни бөтөрөлә.
Тағы ла бер миҫал. Банктан кредит алыу өсөн ябай кешегә ниндәй ауырлыҡтар аша үтергә тура килгәне барыбыҙға ла мәғлүм. Поручителдәр һәм тейешле залог булмайынса, кредит алырмын тимә. Әгәр ҙә һин йыйған аҡсаңды банкка һалһаң, ул ошондай гарантия бирмәй. Улай ғына ла түгел, банк банкрот була ҡалһа, аҡсаңды ғәйепле банкир түгел, ә дәүләт төҙөгән махсус агентлыҡ 700 мең һумға тиклемен генә кире ҡайтара. Йәғни Рәсәй халҡы иҫәбенә. Тәмәке тартыу, эскелеккә ҡаршы ҡабул ителгән закондар буйынса, майҙаны 50 квадрат метрҙан кәмерәк магазиндарҙа тәмәке, спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылды. Бәләкәй ауылдарҙа ошо тауарҙар менән сауҙа итеп көн күргән киосктар ябылырға мәжбүр булды, быны ла ялған араҡы, көмөшкә һатыусылар өсөн бик уңышлы тиергә була.
Ғөмүмән, беҙҙең Рәсәйҙә халыҡ мәнфәғәте тип тә, ысынында уға ҡаршы башҡарылған саралар етерлек. Ниндәй генә дәүләт сараһын алма, уның төп асылы — байҙар ихтыяжын яҡлау. Бында бер дөйөм принцип эшләй. Уны киләһе миҫалда күрһәтеп була. Һуғыш ваҡытында фронтовиктарға эш хаҡы яҙылып барған. Шуны юллап алыу өсөн уларҙың вариҫтары күпме ыҙа кисерә — тасуирлап тормайым инде. Шул уҡ хәлде дәүләт тарафынан бирелгән берәй аҡсаны (әсәлек капиталы һ.б.) юллағанда күрергә була. Бихисап белешмә, төрлө документтар юллап, кабинеттар, чиновниктар аша үтергә тура килгәнен барыбыҙ ҙа үҙ елкәһендә татыған. Ошо системаны кирегә үҙгәртергә береһенең дә башына килмәй: беҙҙең иҫәпкә эш хаҡы алған чиновниктар үҙҙәре “һеҙгә ошо сумма ҡаралған” тип, беҙҙең арттан йөрөргә тейеш түгелме ни? Бына был, исмаһам, халыҡ мәнфәғәтендәге эште аңлатыр ине. Ләкин, үкенескә ҡаршы, баҙар иҡтисады төҙөйбөҙ тип ҡырағай капитализмға сумдырҙылар. Ошоно инҡар итергә тырышып, етәкселеккә “халыҡ өсөн” тип ҡысҡырырға тартынырға ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704