Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡыуып етеүен етербеҙ...
Ҡыуып етеүен етербеҙ...Һуңғы ике тиҫтәнән ашыу йылда ауыл хужалығының тамам көрсөккә терәлеүе, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү арҡаһында тағы ла ауырыраҡ хәлгә ҡалыуыбыҙ ил етәкселәрен дә, министрлыҡ тирәһендә эшләүселәрҙе лә, мәсьәләгә битараф булмаған ғалим һәм белгестәрҙе лә уйланырға мәжбүр итте. Ил ҡеүәтен билдәләүсе тармаҡтарҙы барлағанда ауыл хужалығын атауҙары, алға ҡуйыуҙары ошо турала һөйләй. Эйе, быға тиклем дә төрлө программалар ҡабул ителде, ләкин 2013 – 2020 йылдарға билдәләнгәне ауыл хужалығын үҫтереүҙә аныҡ һәм тармаҡты алдан хәстәрләүсе булып тора. Тормошҡа ашһа, әлбиттә...

Яңы дәүләт программаһында күҙалланыуынса, ошо йылдар арауығында Рәсәй ауыл хужалығы тауары сит илдәрҙекенә конкурент булырлыҡ, хатта сифаты яғынан уҙырлыҡ, шул уҡ ваҡытҡа экспортҡа ла сығарырлыҡ итеп етештерелергә тейеш. Ләкин бөгөнгө хәлебеҙгә ҡарап, һуңғыһын әйтеүе ауыр. Хәйер, үҙебеҙҙең ауыҙҙы асһаң үпкә күренгән саҡтарҙа ла беҙ "аяҡҡа баҫып килгән" илдәргә бушлай тиерлек ярҙам иттек инде. Ләкин әле, төрлө сығанаҡтарҙан күренеүенсә, үҙебеҙ 40 процентҡа тиклем аҙыҡ-түлектең импорттан индерелгәнен ҡулланабыҙ. Һандар һәм проценттарҙың, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс, тағы ла артасағы көн кеүек асыҡ.
2020 йылға тиклем ҡаралған дәүләт программаһы ауыл хужалығы продукцияһын 2012 йыл менән сағыштырғанда 20,8 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирәсәк, тип ышандыра төрлө кимәлдәге етәкселәр. Ә бына аҙыҡ-түлек етештереүҙе хатта 35 процентҡа тиклем күтәрергә уйлайбыҙ. Дөйөм алғанда, игенде — 99,7, ит һәм ит аҙыҡтары етештереүҙе — 88,3, һөт һәм һөт ризыҡтары етештереүҙе 90,2 процентҡаса еткерәсәкбеҙ икән. Крәҫтиәндең әлеге 13 мең һум уртаса эш хаҡын 22,5 меңгә арттырыу ҡарала. 2020 йылға тиклем йыл һайын ауыл хужалығына инвестициялар бүлеү 4,5 процентҡаса күтәрелеп килергә тейеш. Бүленгән субсидияларҙы ла ҡушып, хужалыҡтарҙың рентабеллелеген 10-15 процентҡа ҡәҙәр арттырыуҙы күҙаллаған шарттар булдырылыуы мөһим. Был маҡсатта федераль бюджеттан 1,5 триллион һум аҡса бүленәсәк. Тағы өҫтәп, төбәктәр 777,6 миллиард ҡушырға тейеш.
Ауыл хужалығы министры Николай Федоров әйтеүенсә, бер яҡтан, йыл һайын тармаҡҡа һалыуҙар артып бара. Икенсе яҡтан, программаның тәүге вариантына ҡарағанда, ҡабул ителгән проектта ярҙам 40 процентҡа тиклем кәмегән. Ә бит һигеҙ йыл буйы тормошҡа ашырылырға тейешле программаға тәүҙә федераль бюджеттан 2,49 триллион һум тотоноу күҙалланғайны.
Илдең төньяҡ-көнбайыш төбәгендә 37 предприятиены берләштергән "Ленплодовощ" хужалығы директоры Николай Пашинский былай тип белдергән: "Программала күҙалланған үҫеш булған хәлдә лә, яҡшы тип иҫәпләгәндә, табыш кредиттарҙы ҡаплауға ғына китәсәк. Етештереүҙе арттырыуға бер ни ҙә ҡалмаясаҡ. Сөнки гектар иҫәбенән түләү — "бесәй күҙ йәштәре" тиклем генә..."
Ысынлап та, 2013 йылды алғанда ла, дәүләт крәҫтиәнгә гектар иҫәбенән түләүгә күскәс (һөтсөлөктә литрҙан), игенселеккә 15 миллиард һум бүленергә тейеш. Рәсәйҙә барлығы 75 миллион гектар һөрөнтө ер барлығын иҫәпкә алһаҡ, гектарына 200 һум килеп сыға. Илдең әлегә тиклем һөрөлмәгән, сәселмәгән миллионлаған гектар ташландыҡ баҫыуҙарын эшкәртеү түгел, тәрбиәләнгәнен ҡарар өсөн дә 200 һум, тупаҫыраҡ итеп әйткәндә, сүп кенә. Крәҫтиән, теләйме-юҡмы, тағы кредитҡа — сәсмәҫ борон уҡ киләһе уңышы иҫәбенә бурысҡа — батасаҡ.
Тағы шуныһы: 2020 йылға тиклем ярайһы ваҡыт бар. Ә сәсеүҙе бөгөн-иртәгә башларға кәрәк. Рәсәй игенселәре орлоҡ, күпмелер кимәлдә ашлама менән тәьмин ителһә, техника яғы аҡһай. Мәҫәлән, Рәсәйҙә сығарылған ауыл хужалығы машиналарын йүнәтеүгә (иҫкереү сәбәпле) йылына 54 миллиард һум аҡса тотонола икән. Планлы рәүештә йыл һайын техниканың 10,3 проценты яңыртылырға тейеш. Ғәмәлдә 4,2 проценты ғына үтәлә, имеш. Иҫке комбайндарҙың 13,0 проценты яңыртылырға тейеш булһа ла, 5 проценты ғына сафҡа инә. Мал аҙығы йыйыусы комбайндарҙы 11,6 процентҡаса яңыртырға кәрәк булһа, йылына ни бары яртыһы ғына үтәлә. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығының иҡтисад фәнни-тикшеренеү институты директоры И.Г. Ушачев әйтеүенсә, беҙгә продукция етештереүҙе дәүләт программаһы күҙаллаған 1,7 тапҡырға түгел, кәмендә өс-дүрт тапҡырға арттырыу, сығымдарҙы 1,5-2,5 тапҡырға кәметеү мөмкинлеге биргән яңы техника кәрәк. Бөгөндән парктарға 850-900 мең заманса трактор, 200-300 мең иген комбайны, 60 мең мал аҙығы йыйыу комбайны талап ителә. ("Сельская жизнь", 2013 йыл, 21-27 март).
"Рәсәй — ҙур потенциалы булған, донъялағы иң ҙур аграр держава", — тип белдергәйне Премьер-министр Дмитрий Медведев Давоста үткән Бөтә донъя иҡтисади форумында. Үҙебеҙҙән, Аллаһы бойорһа, тип өҫтәп ҡуяйыҡ. Сөнки ҡасандыр: "Сит илдәрҙе ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ!" тип һөрән һалғайныҡ түгелме? Был юлы иһә ысынлап та шулай булырға яҙһын...


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә