Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Уңға барһаң, уңырһың...
Илебеҙҙең өс төрлө юлдан үҫешеү мөмкинлеге бар
Рәсәйҙәр ни өсөн аҡса йыя?


Давоста үткән сираттағы Халыҡ-ара иҡтисад форумында был юлы Европаға һәм Грециялағы финанс көрсөгөнә бик аҙ иғтибар бүленде. Хәҙер бөтәһенең дә ҡарашы АҠШ-тағы һәм үҫешеүсе бүтән илдәрҙәге хәлгә йүнәлтелгән. Ни тиһәң дә, бөгөнгө донъя иҡтисадының нигеҙ ташы тип тап АҠШ-ты атарға була. Унда торғонлоҡ башланһа, һис шикһеҙ, бының бөтәһенә лә тәрән йоғонто яһауы һәм ҡотолғоһоҙ кире күренештәргә килтереүе ихтимал.

Көрсөк мәлендә кем ярҙамға килер?

1971 йылдан үткәрелә башлаған был форумда Премьер-министр Дмитрий Медведевтың сығышына шуға ла ҙур иғтибар бүленде. Әйткәндәй, бында бөтөн донъя иҡтисадының үҫеш юлдарын билдәләүсе капиталистар, сәйәсмәндәр, бизнес-лидерҙар, күренекле ғалимдар, иҡтисадсылар һәм политологтар ҙа йыйылғайны.
Күптәр илебеҙҙең үҫеш ҡеүәтен юғары баһалай. Былтырғы иҡтисади йомғаҡтар ҙа ошо турала һөйләй. Ғөмүмән, Рәсәйгә донъя сәхнәһендә, иң мөһим булмаһа ла, әһәмиәтле урын "билдәләнгән", буғай. Әммә белгестәр ил өс төрлө юлдан үҫешер тип фараз ҡыла. Әлбиттә, уларҙың һәр береһе тиерлек нефткә хаҡтар менән туранан-тура бәйле.
Иҡтисади форумдың президенты Клаус Шваб әйтеүенсә, көрсөктән ҡотолоп, ары атларға ваҡыт еткән. "Киләсәккә тура ҡарап, йылдам ҡыбырлай башларға кәрәк. Быйылғы форумдың да төп маҡсаты ошо. Әммә шул уҡ мәлдә беҙҙе хәтәр хәүефтәр һағалауын күҙҙән ысҡындырырға ярамай. Был – глобаль иҡтисадҡа хас күренеш, шулай ҙа ул "көтөлмәгән ҡунаҡ" булырға тейеш түгел. Бары яҡшыраҡ әҙерләнеү мөһим", – тине сәйәсмән үҙенең сығышында.
Уныңса, донъя иҡтисадына хәүеф янағанда ниндәй ҙә булһа ил, һис шикһеҙ, үҙ иңенә яуаплылыҡты алырға тейеш. Әлбиттә, бындай мөмкинлеккә бөгөн иң тәүҙә АҠШ, Ҡытай, Бразилия һәм Рәсәй эйә. Шуға күрә форумда беҙҙең илдең үҫеш сценарийы иғтибар үҙәгендә булды.
2030 йылға тиклем илебеҙҙең нисегерәк үҫәсәген төрлө иҡтисадсылар, эш төркөмдәре бер нисә ай дауамындағы етди тикшереүҙәр аша фаразлаған. Хөкүмәттә әйтеүҙәренсә, күрәҙәләү әллә ни өмөт өҫтәмәй, киреһенсә, кире күренештәр тураһында һөйләй. Әммә шуны ла билдәләргә кәрәк: белгестәр бында иғтибарҙы иң тәүҙә кире күренештәргә түгел, ә Рәсәйҙең үҫешенә туранан-тура йоғонто яһаған проблемаларға йүнәлтә. Беренсе фаразға ярашлы, торғонлоҡ осоронда илдең үҫешен сеймалға бай төбәктәр тәьмин итәсәк, әммә нефть менән газға хаҡ төшөүе Үҙәктән дотациялар кәмеүенә лә килтерәсәк. Шул ваҡытта һәр төбәк шәхси инвестициялар өсөн көсөргәнешле көрәш башлаясаҡ, бының иһә ил үҫеше өсөн этәргескә әйләнеүе ихтимал. Икенсеһенә ярашлы, "ҡара алтын"ға хаҡтар төшөүе Хөкүмәттең иҡтисадҡа йоғонтоһон арттырасаҡ, был үҙ сиратында социаль яуаплылыҡты үтәү һәм ҡаҙнаны тулыландырыу йәһәтенән яҡшы һөҙөмтә бирмәксе. Был осраҡта һалымдарҙың ҡырҡа артыуы, илдең дәүләт капитализмы ҡоролошона күсеүе ихтимал.
Өсөнсө – иң күңелһеҙ – фараз иһә сеймалдың ҡапыл арзанайыуын һәм дәүләт аппараты менән риза булмағандарҙың артыуын күҙаллай. Был осраҡта реформаларҙы йәмғиәттең үҙе башлауы мөмкин.

Донъяла эшһеҙҙәр арта...

Донъяла эшһеҙҙәр быйыл 5,1 миллионға артып, 202 миллион кешегә етер, тип фараз ҡыла Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы. Ә 2014 йылда был һандың тағы ла өс миллионға артыуы бар. Уҙған йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, эшһеҙҙәр сафы 197 миллион кешенән торған. Әйткәндәй, күрһәткес 2011 йылдан 4 миллион кешегә артҡан икән. Уларҙың дүрттән бер өлөшө генә – үҫешкән илдәрҙән. Шулай итеп, эшһеҙҙәрҙең артыуына, нигеҙҙә, Көнсығыш һәм Көньяҡ Азия, Африка илдәре булышлыҡ иткән.
Үкенескә ҡаршы, йәштәр араһында ла был – көнүҙәк мәсьәлә. Әлеге мәлдә донъяла 73,8 миллион кеше, йәғни йәштәрҙең 12,6 проценты, эшһеҙлектән яфалана. Киләһе йылға уларҙың тағы ла 500 мең кешегә артыуы ихтимал, ә 2017 йылға эшһеҙ йәштәр 12,9 процентҡа етәсәк тип фаразлана.
Әлеге көндә иҡтисади үҫешкән илдәрҙә лә йәштәрҙең 35 проценты тирәһе үҙенә эш таба алмай ярты йылдан ашыу йонсой икән. 2011 йылда был күрһәткес байтаҡҡа түбәнерәк, йәғни 28,5 процент кимәлендә булған.
Ойошма күҙаллауынса, был кире күренеште еңеп сығыуы бик ҡатмарлы буласаҡ. Бының өсөн аныҡ нигеҙ ҙә юҡ кеүек, сөнки донъя иҡтисады торғонлоҡ кисерә. Шуға ла алдағы биш йылда эшһеҙҙәр һаны артасаҡ һәм 210,6 миллион кешегә етәсәк, тип фараз ҡыла белгестәр.

Аҡса туплауҙың төп маҡсаты – фатир

Әлеге мәлдә рәсәйҙәрҙең 30 процентының ғына аҡсалата һаҡламы бар – Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге ошондай һығымтаға килгән. Һуңғы ике йыл дауамында был һан бөтөнләй үҙгәрмәгән тиерлек.
Бигерәк тә өлкән быуын вәкилдәренең (35 %), юғары белемлеләрҙең (36%), Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында (!) йәшәүселәрҙең (47%) аҡса туплап барыуы асыҡланған. Ә бына һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың 67 процентының "ҡара көнгә" һалып ҡуйылған байлығы бөтөнләй юҡ. Әйткәндәй, уларҙың күпселеге – ауыл кешеләре.
Тупланған аҡсаһын Рәсәй халҡы нисек тотона һуң? Баҡһаң, күптәр (29%) уға йорт йә фатир һатып алырға иҫәп тота. Ҡайһы берәүҙәрҙең аҡса йыйыуының төп сәбәбе лә ошо икән. Әлбиттә, "былай ғына" йә "ҡара көн"гә (24%), шулай уҡ дауаланырға (23%) аҡса йыйыусылар ҙа бар. Кемдәрҙер һаҡламдарын юғары белемле булыуға (15%), ял итеүгә (13%), автомобиль һатып алыуға (12%) тотонорға уйлай. Эшһеҙ ҡалыуҙан хәүефләнеп, хеҙмәт хаҡының бер өлөшөн һалып барыусылар ҙа (11%) бар.
Күсемһеҙ милек һатып алыуҙы бик күптәр (55%) аҡса һалыу өсөн иң отошло юл тип иҫәпләй. Ә бына ҡиммәтле биҙәүестәр һәм алтын һатып алыуға өҫтөнлөк биреүселәр ниңәлер һиҙелерлек кәмегән (27-нән 24 процентҡаса). Аҡсаһын акцияға алмаштырыусылар, пай инвестиция фондтарында, коммерция банктарында тотоусылар ҙа һирәк.


Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 2

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 3

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 3

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 2

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 8

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 5

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә 11.02.2026 // Иҡтисад

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә