Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ дәресендә
Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ дәресендәЙәштәрҙе ауылда ҡалдырыу өсөн ауырғазылар төрлө сара күрә. “Йәнле ауыл” проектына айырыуса ҙур өмөт бағлайҙар. Район хакимиәте башлығы Марат Ишемғоловты эш урынында тап итә алмауыбыҙ ҙа шуға бәйле ине. “Ул һәр шаршамбы шәхси хужалыҡ тотоусыларға һәм фермерҙарға дәрес уҙғара. Бөгөн дә шунда барырға тейеш”, — тинеләр хакимиәттә. Марат Баязит улын, ысынлап та, 82-се һөнәрселек лицейында сығыш яһаған сағында осраттыҡ. Заман фермеры мәктәбендә ишеткәндәребеҙ барлыҡ район етәкселәренә һәм ауыл халҡына файҙалы булыр.

Сауҙа — үҙе бер фән

— Бил бөгөп эшләүселәр менән әҙерҙе көтөүселәр һәр заманда йәнәш йәшәй. Һуңғы йылдарҙа илдә тәүгеләре һирәгәйә башланы, — тип дәресте асты Марат Баязит улы. — Бында йәмғиәт үҙе ғәйепле: балаларға хеҙмәт тәрбиәһе бирелмәй, уғрылыҡ, хәйерселек көсәйә, йәштәр, ауылда эш юҡ тип, ҡалаға ынтыла. Ошондай шарттарҙа ауыл уңғандарына тейешле иғтибар бүлмәһәк, улар тағы ла кәмейәсәк. Шуның өсөн дә районыбыҙҙа “Йәнле ауыл” (“Живое село”) проектын тормошҡа ашырабыҙ.
Баҙар шарттарын белмәүегеҙ сәбәпле, йылдан-йыл аралашсыларҙан отолоуығыҙҙы, күпләп үҫтергән йәшелсәгеҙҙе һата алмайынса серетеүегеҙҙе күреп, йән әрней! Яңы проект нигеҙендә һеҙҙе яҙға тиклем сауҙа серҙәренә өйрәтергә, тырышып етештергән тауарығыҙҙы отошло хаҡҡа һатыуҙа ярҙамлашырға теләйбеҙ.
Сауҙа — үҙе бер фән. Баҙарға сыҡҡанһығыҙ икән, өҫ-башығыҙ таҙа, күркәм булырға, йөҙөгөҙҙән йылмайыу китмәҫкә тейеш, кәрәкһә, артист һымаҡ та ҡыланығыҙ. Иң мөһиме — үҙегеҙ етештергәнде һатыуҙан оялмағыҙ, киреһенсә, ғорурланығыҙ! Юғиһә, совет осоронда беҙҙе “сауҙа итеү — килешмәгән эш” тип өйрәттеләр. Шул уҡ ваҡытта был кәсептең ҡайһы бер халыҡтарҙы көслө итеүен дә онотмағыҙ.

Эш күбәйһә,килем артыр

Башҡортостан дәүләт аграр университеты аспиранты, иҡтисадсы Ренат Мамаев, күп фермерҙар менән аралашҡандан һуң, шундай һығымтаға килә: хужалыҡты Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ дәресендәҙурайтып, өҙлөкһөҙ табыш алыр өсөн кешегә аҡса түгел, ә тауарын даими һатып алыусы кәрәк.
— Республика ауылдарында халыҡтың уртаса йәше 45 — 47 тирәһе. Күптәренең балалары ҡалаға уҡырға киткән һәм шунда төпләнгән, мәктәп уҡыусылары ла ауылда ҡалырға теләмәй. Әгәр ашығыс саралар күрмәһәк, ауыл эшсәндәренең алтын фондын юғалтасаҡбыҙ, — ти проекттың авторы Ренат Рим улы. — “Йәнле ауыл” проектының маҡсаты — шәхси ихаталарҙа етештереү күләмен арттырыу һәм продукцияны һатыуҙы яйға һалыу. Ихатала эш күбәйһә, килем арта. Ата-әсәләр ситтә йәшәгән балаларын ярҙамға саҡырасаҡ, ә йәштәр ауылда ҡалаға ҡарағанда ла яҡшыраҡ йәшәп булыуына инанасаҡ. Үҙ ереңә хужа булып, үҙаллы аҡса табыу өлгөһөн күрһәтһәк, егет һәм ҡыҙҙар ҡалала бер айлыҡ хеҙмәт хаҡын фатирға түләп йәшәмәҫ, тыуған яғына ҡайтыр.
Йәш иҡтисадсы үҙенең проектын республиканың барлыҡ район хакимиәттәре етәкселәренә тәҡдим иткән, ауырғазылар уны беренсе булып күтәреп алған. Шәхси хужалыҡ тотоусылар һәм фермерҙар инде өс ай 82-се һөнәрселек лицейының заманса йыһазландырылған аудиторияларында бизнес һабаҡтары ала. Сауҙа серҙәрен өйрәнеү, белгестәр менән кәңәшләшеү ауыл уңғандарының үҙ-үҙенә ышанысын нығыта, хужалығын ҙурайтырға дәрт бирә. Бөгөн улар проекттың тәүге емештәрен татып һөйөнә.

Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне

Логистика, ауыл хужалығы эшҡыуары, маркетинг, ликвидлыҡ... Фермер мәктәбенә йөрөүселәр хәҙер ошондай иҡтисади һүҙҙәр менән генә аралаша, ауыл хужалығы өлкәһендәге һуңғы яңылыҡтар, заман технологиялары хаҡында хәбәрҙар. Баҙар ҡанундарын белеүҙәре Өфөлә уҙған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә лә сағыла.
Сауҙа уңышлы барһын өсөн Ренат Мамаев баҙарҙың ҡайһы бер серҙәрен оҫта ҡулланырға өйрәтә. Мәҫәлән, халыҡтың иғтибарын һәм ышанысын яулау маҡсатында өҫтәлдәргә “Йәнле ауыл” тигән алтаҡта ҡуйыла, һәр продукцияның һауытына һәм төргәгенә етештереүсенең исем-шәрифе менән адресы яҙылған ярлыҡ йәбештерелә. Бынан тыш, бер нисә урында продукциянан бушлай ауыҙ иттереп, ауырғазыларҙың тауарын рекламалайҙар. Һөҙөмтәлә алып киленгәндең барыһы ла төшкө сәғәт 2-гә тиклем отошло хаҡҡа һатылып бөтә.
Етештерелгәнде һатыу йәрминкә менән генә сикләнмәй. Проектты бойомға ашырыусылар, шәхси хужалыҡтарҙың мәғлүмәт базаһын булдырып, тауарҙы ҡасан һәм ҡайҙа һатыу буйынса системаны яйға һалған.
— Бер ярманан бутҡа булмай, тигәндәй, бөгөн шәхси ауыл хужалығы етештереүселәре баҙар иҡтисады яланында япа-яңғыҙ тороп ҡалды. Яңыраҡ Финляндияла булған саҡта фермерҙарҙың үҙаллылығына, ойошҡанлығына көнләштем. Үҙебеҙҙә лә ауыл уңғандарының көслө командаһын булдырырға ынтылабыҙ. Улар сит ил фермерҙарынан кәм түгел, йәшәү кимәле лә түбән булмаҫҡа тейеш, — ти Марат Баязит улы.


Автор: Нурзиә ХӘСӘНОВА Ауырғазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә