Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Үҙ илеңдә олтан булғансы...
Билдәле француз актеры Жерар Депардьеның рәсәйлегә әйләнеүе бар. Баҡһаң, ул, Францияның көс етмәҫлек һалымдарынан ҡасып, үҙенә яңы Ватан эҙләү менән мәшғүл.

Актерҙар ҙа Ватанын алмаштыра

Күп фильмдарҙа төшкән һәм киң танылыу яулаған Жерар Депардье яңыраҡ Франция гражданлығынан баш тартты. Бының төп сәбәбе – президент булып һайланған социалист Франсуа Олландтың байҙар иңенә һалымды арттырыуы. Хәҙер актер, яңыраҡ йорт һатып алған Бельгиянан тыш, Черногория менән Рәсәйгә күсеү ихтималлығын да күҙ уңында тота икән.
Франция президенты Франсуа Олланд байҙарға һалымды арттырыу тәҡдиме менән һайлау алды кампанияһы мәлендә сығыш яһағайны. Уға ярашлы, 2013 йылдан алып йылына миллион евронан күберәк табыш алғандарға һалым ставкаһы 75 процентҡа ҡәҙәр артырға тейеш, был һуңғы мәлдә көндән-көн йоҡарған дәүләт ҡаҙнаһын тулыландырыу маҡсатында башҡарыла. Әммә бик күптәр ярлы ҡатламдарҙы үҙ иҫәбенә тәьмин итеүгә ҡаршы сыҡҡан, шул иҫәптән билдәле актер ҙа. Үткән йәкшәмбе Францияның премьер-министры исеменә яҙған асыҡ хатында Жерар Депардье үҙенең Франция гражданлығынан һәм социаль страховкаларҙан баш тартыуы тураһында хәбәр иткән.
Билдәле актерҙың өлгөһөнә эйәреүселәр ҙә бар, әммә әллә ни күп түгел икән. Бөгөнгә Франция гражданлығынан баш тартып, күрше Бельгияға күсергә теләүселәр биш йөҙ кешенән артып киткән. Быға тиклем Францияның иң бай кешеһе Бернар Арноның да ошондай теләк белдереүе мәғлүм булғайны. Был турала хәбәр иткән баҫмалар миллиардерҙың ҡылығын ыңғай баһаламаны һәм уны иң насар һүҙҙәр менән атауҙан да тартынманы. Ҡайһы берәүҙәр әйтмешләй, ҡайҙа "йылы" – шунда Ватан инде. Хәҙер иһә Жерар Депардье ла был ҡылығы менән ошо әйтемдең ҡайһы саҡ дөрөҫкә сығыуын раҫланы.

Инвесторҙар 40 мең кешене эшле итәсәк

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Александр Марьин белдереүенсә, 2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса республикаға йәлеп ителгән инвестицияларҙың дөйөм күләме 253 миллиард һум тәшкил итәсәк. Кәмендә 100 миллион доллар күләмендәге аҡсаны беҙгә сит ил инвесторҙары һалған.
– Башҡортостан – был йәһәттән иң йылдам үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Ә Волга буйы федераль округында бөтөнләй беҙгә етеүсе юҡ, – тине министр. Мәҫәлән, ғинуар-сентябрь айҙарында йәлеп ителгән инвестиция күләме былтырғы йыл күрһәткестәренән 20 процентҡа артҡан һәм 146,9 миллиард һум тәшкил иткән.
Әммә ҡатмарлыҡтар ҙа юҡ түгел икән. Мәҫәлән, сит ил инвесторҙары беҙгә аҡса һалыуҙан бер аҙ шөрләңкерәй. Ни тиһәң дә, улар күҙлегенән беҙ әле брендҡа әйләнеп етмәгәнбеҙ. Шулай ҙа министр был йәһәттән хәлдең ҡырҡа үҙгәреүен көтә. Иң тәүҙә үҫеште энергетика өлкәһендә "РусГидро" менән Францияның "Alstom" компанияһының берҙәм проекты, шулай уҡ Ҡытайҙың "Triangle" компанияһының беҙҙә автомобиль шиналары етештереүсе завод төҙөүгә инвестицияһы тәьмин итәсәк тип күҙаллана.
Шулай уҡ бөгөн республиканың инвестициялар буйынса стратегияһы өҫтөндә лә эш башланған икән. Уға ярашлы, был өлкәлә аныҡ маҡсаттар билдәләнәсәк. Шуларҙың береһе – социаль йүнәлештә, ул бизнестың социаль объекттар төҙөлөшөндә ҡатнашыу мөмкинлеген күҙ уңында тота.
Министр белдереүенсә, бөгөн республикала өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеге төҙөлгән. Уға 400 миллиард һум күләмендә 64 проект ингән. Уларҙы тормошҡа ашырыу республикала өҫтәмә 40 мең эш урыны булдырасаҡ. Әйткәндәй, әлеге йөҙгә яҡын инвестпроекттар 50 мең кешене эш менән тәьмин иткән дә инде.
Шулай уҡ республикала яңы берләшкән "Башҡортостан сода компанияһы" барлыҡҡа киләсәк. Министр әйтеүенсә, был үҙгәртеп ҡороуҙан Башҡортостан "Сода" ААЙ-ның контроль акциялары пакетын (хәҙерге 61,65 процент урынына 38 процент) юғалтһа ла, Хөкүмәттең компаниялағы акциялары хаҡы байтаҡҡа артасаҡ, тимәк, республика отасаҡ ҡына. Ә һөҙөмтәлә компания үҙ өлкәһендә донъяның иң ҙур дүртәү иҫәбенә инәсәк.

Кемдер ота, кемдер отола...

Кемдәрҙер миллион һумдарса аҡса отоп ҡыуанһа, кемдәрҙер уны юғалтып хәсрәт кисерә. Тормоштоң аҡ һәм ҡара һыҙаттарының миҫалылыр инде был.
Үткән аҙнала Башҡортостанда сираттағы миллионер пәйҙә булды. Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 27 йәшлек егет лотереяға 32 миллион һум аҡса отто. Баҡһаң, был тиклем аҡса отоу уның уйында ла булмаған, шулай ҙа үҙ бәхетен һынап ҡарарға ҡарар иткән. Хәҙер иһә һәр туғанына ярҙам итергә әҙер, ти.
Бындай отоштар лотерея уйындарына ҡомарҙары көслөләрҙе оторо ярһытып ҡына ебәреүсән. Ә уларҙың маҡсаты тап ошо ла инде. Берәү отҡан хәлдә лә, меңәрләгән кешенең отолоп ҡалыуы күптәрҙең башына инеп сыҡмай шул.
Быға ҡапма-ҡаршы хәлдәр ҙә осраштыра. Мәҫәлән, был хәл Өфөнөң ҡап уртаһында була. Фирма етәксеһе Зорге урамында 20 минутҡа ғына үҙенең ҡыйбатлы "Мерседес"ын ҡалдыра. Эшен тамамлап сыҡҡан эшҡыуар машинаһының ярылған тәҙрәһенә шаһит була. Баҡһаң, хужаның юҡлығынан файҙаланып, билдәһеҙ бурҙар автомобилдең эсендә ятҡан сумканы сәлдергән икән. Ә унда, баҡһаң, аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, ә миллион ярым һум аҡса булған. Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәтселәрҙе эҙләүҙе дауам итә. Ә ябай халыҡҡа был тиклем аҡсаны сумкаһында алып йөрөгән эшҡыуарҙың ҡылығына ғәжәпләнергә генә ҡала.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


P.S. Производство перчаток в Уфе. Доставка от одной упаковки по городу Уфа бесплатно!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә