Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Көрсөктән дә, үҙгәрештәрҙән дә ҡурҡмайбыҙ
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡта “Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм биләмәләр — үҫеш нөктәләре” II республика форум-кәңәшмәһен асыу тантанаһында сығыш яһаны.
Республика башлығы “бәләкәй ҡалалар” тигән билдәләмә менән килешмәүен белдерҙе. Уның фекеренсә, “теге йәки был ҡалала йәшәгән кешегә үҙ төйәге бер ваҡытта ла бәләкәй булмай”.
— Үҙгәрештәр күҙәтелһә лә, алға китеш барлығын бөтәбеҙ ҙә күрәбеҙ. Беҙ көрсөктән дә, һалҡын елдәрҙән дә, ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙән дә ҡурҡмайбыҙ. Алға барыуҙы туҡтатыу мөмкин түгел, — тине Президент.
(Аҙағы 2-се биттә).
Рөстәм Хәмитов былтыр ошо залда үткәрелгән сарала ентекле һөйләшеү булғанын хәтергә төшөрҙө.
— Был һеҙҙең менән тәүге осрашыуыбыҙ булды. Ул осорҙа билдәле бер пессимизм күҙәтелде. “Бындай сара нимәгә кәрәк, уның маҡсаты ниндәй?” — тип уйлаусылар ҙа булғандыр. Бөгөн форумда ҡатнашыусыларҙың кәйефе бөтөнләй икенсе. Оптимизм, ышаныс артҡан, дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы күптәр аңлай. Шулай ҙа ниндәйҙер кимәлдә йомғаҡ яһарға, киләсәккә бурыстарҙы тикшерергә сәбәп бар, — тине республика башлығы. — Мин, һис шикһеҙ, форумдың атамаһы сағылдырған төп идеяны хуплайым. Үҫеш нөктәләре хаҡында һүҙ алып барғанда беҙ бының сәнәғәт етештереүе объекттары урынлашҡан ғына түгел, ә йәмғиәтебеҙҙе ыңғай күренештәр менән һуғарған, көс-дәрт сығанағы булған биләмәләр икәнлегенә инанабыҙ. Эшҡыуарҙар яңы производстволар аса, кәрәкле хеҙмәттәр, тауарҙар тәҡдим итә, социаль инфраструктураны нығыта, эш урындары булдыра, һалым түләй. Иҡтисади һәм социаль именлек инициативалы кешеләр өсөн шәхси кәсепкә тотонорлоҡ шарттар тыуҙыра алыуыбыҙға бәйле.
Рөстәм Хәмитов эшҡыуарлыҡтың үҫешенә ентекле анализ яһаны, бөгөн республикала 450 меңдән ашыу кеше — халыҡтың 10 проценттан ашыуы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүен билдәләне.
— 1 ноябргә бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡтан һалым кереме бер миллиард һумға артҡан һәм биш миллиард һумға еткән. Ҡаҙна хаҡында һүҙ алып барһаҡ, бөгөн ул 100 миллиард һумға тулыланған. Ошо керемдең биш процентын бәләкәй бизнес тәьмин итә. Бәләкәй бизнеста 450 мең кеше, йәғни эшселәрҙең 30 проценты мәшғүл. Әлегә бәләкәй эшҡыуарлыҡ беҙ теләгән һөҙөмтәне биреп еткермәй, — тигән фекерҙә Президент. — Шулай ҙа күрһәткестәр бигүк насар түгел.
Республика башлығы билдәләүенсә, халҡыбыҙҙың эшҡыуарлыҡҡа һәләте ярайһы уҡ юғары, әммә ул тулыһынса тормошҡа ашырылмай.
— Бөгөнгө “түңәрәк өҫтәл”дә йәмғиәтебеҙҙең “социалистик” формациянан баҙарға күсеүе тураһында тәьҫораттар менән уртаҡлаштыҡ. Күсеү осоро оҙаҡҡа һуҙылды. Уның тиҙ арала тормошҡа ашырылыуы мөмкин түгел, сөнки халҡыбыҙҙың ҙур өлөшө иҫкергән ҡағиҙәләр, идеология буйынса йәшәй, заманса иҡтисадҡа, капитал идара иткән өлкәгә еңел генә инеп китә алмай. Үҙеңде еңергә тура килә. Ысынбарлыҡ мәжбүр итһә генә кеше эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай, — тине Рөстәм Хәмитов. — Әммә бөгөн ошо залда был эшкә мәжбүри тотонмаған, күңел ҡушыуы буйынса килгән, уны үҙенең йәшәү рәүеше, идеологияһы тип ҡабул иткән кешеләр йыйылғанына ышанам.
Эшҡыуарҙарҙың үҙ урыны бар. Бөгөн улар, нигеҙҙә, сауҙа, автосервис, көнкүреш әйберҙәрен йүнәтеү, күсемһеҙ мөлкәткә бәйле операциялар, төҙөлөш өлкәләрендә эшләй. Иҡтисадтың реаль секторында, производствола, нефть, ауыл хужалығы продукцияһы, ағас эшкәртеүҙә ҡатнашыу даирәһен арттырырға кәрәк. Ләкин был баҙарға нисек эләгергә һуң? Унда беҙҙе нимә көтә? Был өлкәләрҙә ҙур капитал өҫтөнлөк итә, унда бәләкәй эшҡыуарлыҡты нисек ҡабул итерҙәр? Бөгөн ҙур предприятиеларҙа хәл ярайһы уҡ яҡшы: эш әүҙем бара, хеҙмәт хаҡы юғары. Шуға күрә бәләкәй предприятиеларға иғтибар бирерҙәрме? Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ошо мәсьәләләргә ҡарамаҫтан, бәләкәй бизнес иҡтисадтың реаль секторына мотлаҡ аяҡ баҫырға тейеш.
Президент үҫеште тотҡарлаған бер нисә етешһеҙлекте билдәләне. Улар иҫәбенә административ ҡаршылыҡтар инә. Был мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән республика етәкселеге быйыл мартта эш башлаған Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса вәкил институтына ҙур өмөт бағлай. Тиҙҙән урындарҙа инвестиция буйынса вәкилдәр шөғөлләнәсәк. Республика етәксеһенең фекеренсә, “ошондай ҡыҙыҡлы звено барлыҡҡа килгәс, муниципалитеттар эшҡыуарлыҡ, бизнес мәсьәләһенә көн дә иғтибар бүләсәк”.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ҡағылған икенсе мәсьәлә — эш хаҡының түбәнлеге. Тәүге ярты йыллыҡта әлеге тармаҡта хеҙмәт өсөн уртаса айлыҡ түләү хаҡы ни бары 14 мең һум самаһы тәшкил иткән.
Республика башлығы әйтеүенсә, эш шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән төбәк ҡануниәтен камиллаштырыу зарур. Был тәңгәлдә алға китеш бар. Атап әйткәндә, һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡулланғандар өсөн ставканы биш процентҡа тиклем түбәнәйтеү мәсьәләһе хәл ителде. Эшҡыуарҙарға ҡуртымға бирелгән күсемһеҙ милек майҙанының сиге арттырыла, шулай уҡ уны һатып алғанда хаҡты бүлеп түләү ваҡыты оҙайтыла. Был эш Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы ике йыл элек башланғайны, әле ул ҡанундар менән раҫланасаҡ.
Сығышын тамамлап, Рөстәм Хәмитов былай тине:
— Һәр булдыҡлы хужаның тупламы булырға тейеш. Ул беҙҙә бар. Алға барыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, әлбиттә, үҫеш кәрәк. Беҙ яңы ғына эштең тәмен тойҙоҡ, бер-беребеҙгә ышанырға өйрәндек, партнерҙар булыуыбыҙҙы аңланыҡ. Ошо залда ултырған кешеләр, эшҡыуарҙар — беҙҙең туйындырыусыларыбыҙ. Улар файҙалы һәм дөрөҫ эш башҡара. Был кешеләргә ярҙам итмәү мөмкин түгел.
Республика башлығының Стәрлетамаҡта үткән иҡтисади форумдағы сығышының тулы тексы Башҡортостан Президентының рәсми сайтында (presidentrb.ru) урынлаштырылған.

Л. ИҪӘНҒОЛОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә