Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Сираттағы "Газпром"...
Сираттағы "Газпром"...РӘСӘЙҘӘ донъяның иң ҙур нефть компанияһы БАРЛЫҠҠА КИЛӘСӘК

"Роснефть" дәүләт компанияһының "ТНК-ВР"-ҙы һатып алыуы быйылғы йылдың иң әһәмиәтле иҡтисади яңылыҡтарының береһе булды. Килешеүҙең тармаҡҡа йоғонтоһо ниндәй булыр – белгестәр был турала әлегә төрлө фараз ҡыла. Әммә шул асыҡ: амбициялары хаттин ашҡан донъяла тағы бер ҡеүәтле компания барлыҡҡа килде.

Ҙурлығы буйынса өсөнсө урында булған Рәсәй компанияһы "ТНК-ВР" хәҙер дәүләт ҡарамағына күсә – "Роснефть" уның акциялар пакетын ярты йыл эсендә тулыһынса һатып аласаҡ. Бының өсөн ул, белгестәр белдереүенсә, 55 миллиард доллар аҡса сарыф итәсәк. Компанияның 50 процент акциялар пакетын Бөйөк Британияның "ВР" компанияһы һатһа, ҡалған өлөшө уның Рәсәйҙәге хужаларынан – AAR консорциумынан (ALFA Group, Access, Renova) һатып алынасаҡ. Һөҙөмтәлә "Роснефть" донъяның иң ҙур нефть компанияһына әүереләсәк (акциялары иркен әйләнештә булған компаниялар араһында), ә "Renova"ның хужаһы Виктор Вексельбергтың (халыҡ уны Фаберже йомортҡаларын илгә бүләк итеүсе тип белә) илдең иң бай кешеһе булып китеүе ихтимал. Ҡайһы бер иҡтисад белгестәре бөгөн "ТНК-ВР"-ҙы һатып алыуҙы "быуат килешеүе" тип атауҙан да тартынмай.
Бер кемгә лә сер түгел: нефть компанияһының башлығы Игорь Сечин был аҙымды Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "рөхсәте" менән башҡарҙы. Ил башлығы үҙе лә килешеүҙе "Рәсәй баҙары өсөн яҡшы хәбәр" тип баһаланы һәм уның яғыулыҡ тармағы ғына түгел, ә бөтөн ил иҡтисады өсөн әһәмиәтен билдәләне.
"ТНК-ВР"-ҙы һатып алған "Роснефть" хәҙер донъяның иң эре ун яғыулыҡ компанияһы иҫәбенә инәсәк. Уның хаҡы (капитализацияһы) 100 миллиард долларға етәсәк, тип белдерә аналитиктар. Рәсәй баҙарының да ҙур өлөшө хәҙер уның ҡулында буласаҡ.
Шулай уҡ ул нефть сығарыусылар араһында ла (акциялары иркен әйләнештә булған компаниялар араһында) иң ҙур компания булып һаналасаҡ һәм был тармаҡта донъя баҙарының 4,5 процент өлөшөн биләйәсәк. Был, белгестәр фекеренсә, компанияның кредит алыу мөмкинлеген еңеләйтәсәк. Ә "ТНК-ВР" менән хеҙмәттәшлек уға өр-яңы технологияларға юл асасаҡ. Бөгөнгө лидер "ЕxxonMobil" тәүлегенә 4,35 миллион баррель нефть сығарһа, "Роснефть" компанияһыныҡы 4,65 миллион баррелгә етәсәк. Ә "ҡара алтын" һаҡламдары күләме 27,73 миллиард баррель тәшкил итәсәк. Ә бына уны эшкәртеү, газ һаҡламдары һәм сығарыу буйынса был "бәһлеүән" үҙенең тура конкуренттарынан (ЕxxonMobil, PetroChina) барыбер ҡалышасаҡ.
Әммә бөтәһе лә был яңылыҡты "йылы" ҡабул итмәне. Мәҫәлән, Рәсәйҙең элекке финанстар министры Алексей Кудрин бының кире йоғонтоһо күберәк булыр тигән фекерҙә. Уның фекеренсә, "Газпром"дың миҫалы ла ошоно раҫлай – дәүләт компанияһы ҙурыраҡ булған һайын, эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе кәмей. Мәҫәлән, газ монополияһының капитализацияһы бөгөн уҙған йылдарға ҡарағанда (юғары табыш һаҡланған хәлдә лә) бер нисә тапҡырға кәмегән. Дәүләт мәнфәғәтенән сығып фекер йөрөткәндә лә был килешеү, элекке министр фекеренсә, әллә ни ҡыуандырмай. "ТНК-ВР"-ҙы һатып алып, дәүләт илдән эре капиталдың китеүенә үҙе үк булышлыҡ итте. Йәғни, власть илгә инвесторҙарҙы йәлеп итмәй, ә, киреһенсә, уларҙың кеҫәләрен аҡса менән тултырып оҙата. Ә инвестициялар тураһында уйлаһаҡ, яҡшыраҡ булыр ине", – тигән ул.
Ә был мәлдә "Роснефть" компанияһы Рәсәйҙә газ сығарыу буйынса ла алдынғыларҙан булырға ҡарар иткән, буғай. Һәр хәлдә мөмкинлектәре етерлек күренә. Шулай булмаһа, күптән түгел ул "Интер РАО ЕЭС" төркөмөнөң яғыулыҡ электр станцияларын 25 йыл дауамында газ менән тәьмин итеү тураһында килешеү төҙөр инеме? Был яңылыҡты ике яҡ та стратегик партнерлыҡ тип атаны. Шул уҡ ваҡытта, "Интер РАО ЕЭС"-ты быға тиклем газ менән тәьмин итеүсе (54 процентын тәьмин итә) "Новатэк"тың үҙенең иң эре ҡулланыусыһын юғалтыуы ихтимал. Шуға ла был яңылыҡ уның акцияларын 7,7 процентҡа ҡәҙәр төшөрҙө.
Тиҙҙән "Роснефть" компанияһының үҙенең шәхси инвестиция банкы барлыҡҡа килеүе бар. Был яңылыҡ та шәхси инвесторҙарҙы компанияның "яҡты киләсәгенә" өмөтләндерҙе шикелле. Башҡа яғыулыҡ компанияларының акциялары бер урында тапанғанда, "Роснефть" фонд биржаһында һуңғы мәлдә йылдам үҫте: 212 – 214 һумдан 250-гә ҡәҙәр етте.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН

Эксперт фекере

Ғ. МИҘХӘТОВ, иҡтисадсы:
– "Роснефть" компанияһының "ТНК-ВР"-ҙы һатып алыуын төрлө яҡлап баһаларға мөмкин. Ыңғай яғы шунда – донъя баҙарында беҙҙең илдең мәнфәғәтен яҡлаған көслө уйынсы барлыҡҡа килде. Икенсе яҡтан, был эске баҙар өсөн насар күренеш кеүек, бер компанияның монополияһы һис шикһеҙ конкуренцияның кәмеүенә килтерәсәк. Әммә уның донъя кимәлендә ҡеүәтләнеүе бер аҙҙан эске баҙарға ла ыңғай йоғонто яһар тип өмөтләнәйек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды

Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды 17.06.2026 // Иҡтисад

Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды...

Тотош уҡырға 0

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан...

Тотош уҡырға 1

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 8

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә