Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Ашҡаҙар”ҙар һәр мәсьәләне хәл итә
Ҡайһы ғына төбәккә барһаң да, эш урындары юҡлыҡҡа, йәштәрҙең сит төбәктәргә китеүенә, һөҙөмтәлә ауылдарҙың “ҡартайыуына” бәйле борсолоуҙы йыш ишетергә тура килә. Шуға күрә Салауат ҡалаһына ҡул һуҙымындай ғына урынлашҡан ауылдар яҙмышын күҙаллауы ауыр түгел. Әммә нисек һаҡланып килә был ауылдар? Киләсәктәре бармы? Корнеевка, Сухаревка һәм Даниловка ауылдары халҡын туплаған “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы кооперативында булғанда, ошо мәсьәләләр менән дә ҡыҙыҡһындыҡ.

Районда ҙурҙарҙан иҫәпләнгән хужалыҡ, заманға ярашлы, байтаҡ үҙгәреш кисергән. Халыҡ уны “Ашҡаҙар” совхозы, халыҡ предприятиеһы һәм “Ашҡаҙар” колхозы тип белә, ә 1998 йылдан ауыл хужалығы кооперативы булараҡ теркәлгән. Бурыстары ла, маҡсаттары ла шул уҡ ҡала килә: баҫыу-ҡырҙарҙа иген игәләр, ҡура тултырып мал-тыуар аҫрайҙар.
Әле “Ашҡаҙар” хужалығы ҡарамағында 18 мең гектарҙан ашыу ер бар, шуның 13,5 мең гектарҙан ашыуы — сәсеүлек. Элек-электән барлыҡ культураларҙы үҫтерәләр. Быйыл, мәҫәлән, шәкәр сөгөлдөрө майҙаны 120 гектар тәшкил иткән. Былтыр хужалыҡ эшсәндәре унан ярайһы ғына уңыш алып ҡыуанған. Быйыл ҡайтышыраҡ булған, шулай ҙа ашҡаҙарҙарҙың күңеле төшмәй.
Хужалыҡ етәксеһе Илдус Хәлитовтың әйтеүенсә, ямғыр күҙен апрелдә һәм 21 августа ғына күргәндәр. Әммә игенсе тәбиғәт шарттарының көйһөҙлөгөнә күптән күнеккән, шуға һылтау эҙләмәй генә бар көсөн бурыстарын атҡарыуға түгәләр. Мәҫәлән, 1200 баш малға иҫәпләнгән һөтсөлөк комплексында мал-тыуар һанын кәметмәҫкә тырышалар. 800 башҡа иҫәпләнгән ике малсылыҡ бинаһы һәм мең баш сусҡа аҫралған ферма бар. Йыл һайын 2400 тоннанан ашыу һөт, 200 тонна самаһы ит етештерелә. Мал аҙығы әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелә, күп йыллыҡ культуралар сәсеүлеге киңәйтелгән. Сорттарҙы яңыртыуға ла етди ҡарайҙар.
Ғөмүмән, хужалыҡ эшсәндәре булмағанды булдырырға, өлгәшелгәнде юғалтмаҫҡа тырыша. Ә ауыл хеҙмәтсәндәрен уйландырған мәсьәләләр мәңге бөтәһе түгел. Мәҫәлән, Илдус Тимерхан улын тере мал хаҡының түбән булыуы борсой.
— Ғөмүмән, ауыл хужалығы продукцияһына хаҡ уны етештереүселәрҙән тыш һирәктәрҙе генә уйландыра. Теге йәки был тауарыбыҙға хаҡ саҡ ҡына күтәрелһә, халыҡ шунда уҡ күрә һалып, хәүефләнеүен белдерә башлай. Ә бына сит илдәрҙән йәки башҡа төбәктәрҙән килтерелгән аҙыҡ-түлектең ҡиммәтлеге һис кенә лә борсомай кеүек. Күпме һоралһа, шунса аҡса биреп алалар, — ти кооператив етәксеһе.
Игендең хаҡы ла уны үҫтереүселәрҙе күптән ҡәнәғәтләндермәй. Ишле мал аҫраған хужалыҡтың үҙендә лә уға ихтыяж ҙур, шулай ҙа табышлы эшләйем тиһәң, продукцияңдың хаҡы, уны һатыу һәм үҙҡиммәтен кәметеү мәсьәләләре тураһында уйламау мөмкин түгел.
Машина-трактор паркы ҡеүәтле техника менән тулылана. Мәҫәлән, һуңғы өс йылда байтаҡ автомашина һәм комбайн алғандар. Был, бер яҡтан, һөйөндөрә, әлбиттә, ләкин, икенсе яҡтан, ҡул хеҙмәтенән арындырыуҙары сәбәпле, хеҙмәткәрҙәр элеккесә күп талап ителмәй. Һөҙөмтәлә эшһеҙ ҡалыусылар арта. Хужалыҡтағы 200 кешенең барыһы ла ошонда тыуып үҫеп, төбәктәренең ҡотон һаҡлар өсөн үҙ ауылында төпләнеп ҡалған бит.
Етәксе йәштәрҙең дә эшкә килеүен белдерҙе.
— Себер менән ярыша алмаһаҡ та, беҙҙә хеҙмәт хаҡы түбән түгел. Хатта Салауат ҡалаһы предприятиеларына етди дәғүәсебеҙ. Ауыл проблемаларын хәл итеү ҙә хужалыҡ өҫтөндә, ул элек-электән шулай килә. Мәҫәлән, Корнеевка ауылында бер мең самаһы кеше йәшәй, уларҙың 60—80-е генә “Ашҡаҙар”ҙа эшләй, ҡалғандары йә хаҡлы ялда, йә ситкә йөрөп аҡса таба. Шуға ҡарамаҫтан, ауылдарға ҡағылышлы бөтөн мәсьәләләр буйынса беҙгә мөрәжәғәт итәләр. Һуңғы осорҙа һыуға бәйлеһе көнүҙәккә әүерелде. Уны ыңғай хәл иткәнбеҙ, — ти Илдус Тимерхан улы.
Хужалыҡ “500 ферма” программаһына инергә йыйына. “Данилов” комплексында капиталь ремонт яһамаҡсылар. Хәйер, биналарҙы яңыртыу, заманса төҫ биреү ошо программаға инеүгә әҙерлек менән генә бәйле түгел. Был — заман талабы, яңыса эшләргә ынтылыу, тиҙәр.
Ғөмүмән, тотороҡлолоҡто һаҡлау, яңы алымдар ҡулланыу өсөн малсылыҡта ла, игенселектә лә хәстәрлек күреү йәй ҙә, ҡыш та туҡталмай. Һуңғы йылдарҙа ҡоролоҡ йонсота, тип тә ҡул ҡаушырырға түгел ниәттәре. Ер кешеһе барыһына ла әҙер булырға тейеш, тип иҫәпләйҙәр.
“Ашҡаҙар” кооперативы рәйесе Илдус Хәлитов хужалыҡты банкротлыҡ алдында торғанда ҡабул итеп алған. Әйткәндәй, ул бында һис тә яңы кеше түгел. Һөнәре буйынса иҡтисадсы булған кешенең хеҙмәт юлындағы байтаҡ өлөш тап ошо “Ашҡаҙар” менән бәйле. Иҡтисадсы ла була, директор урынбаҫары вазифаһын да атҡара. Бай тәжрибә, тәүәккәллек һәм ошо ерҙе яратыу ҙа, моғайын, етәксенең хужалыҡты тотороҡло итеүгә өлгәшеүенә булышлыҡ иткәндер. Шулай уҡ ауыл эшсәндәренең үҙ бурысына яуаплы ҡарауының һөҙөмтәһе малсылыҡта ла, игенселек буйынса күрһәткестәрҙә лә асыҡ күренә. Ә улар аҙ түгел. Илдус Тимерхан улы механизаторҙарҙан Сергей Головин, Сергей Лактионов, Сергей һәм Василий Фроловтар һәм Андрей Куфановты яҡшы яҡтан ғына телгә алды. Шофер Тимерхан Кайгулов, Владимир Гусятников, һауынсы Ольга Куфанова, Светлана Суханова, Зенфира Ишҡаева һәм Фәриҙә Йәмилеваның да эшкә мөнәсәбәтенән ҡәнәғәт булыуын белдерҙеләр.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Мәләүез районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә