Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Пенсиянан һуң тормош бармы?..
Рәсәй пенсионерын хәлле тип әйтеп булмай. Хәҙер ошо өлкәлә көтөлгән үҙгәрештәр тураһында фекер алышыуҙар ҙа күптәрҙе күңел тыныслығынан яҙҙырҙы. Бөгөн тырышып эшләп, үҙ мәлендә иғәнәләрен индереп барған ябай халыҡ бер мәл килеп тейешле пенсияһынан да мәхрүм ҡалмаҫмы?

– Беҙҙең халыҡтың байтаҡ өлөшө пенсия аҡсаһына ғына йәшәргә өмөт итмәй, – тигән күптән түгел Рәсәйҙең элекке финанс министры Алексей Кудрин. Хатта ул үҙенең бөгөнгө матди хәлен миҫал итеп килтергән. Әммә күп рәсәйҙәргә уныҡы кеүек йәшәү кимәле тураһында хыялланырға ғына шул.
Алексей Кудрин пенсия реформаһы буйынса үҙенең башланғыстарын яҡын арала Хөкүмәткә тәҡдим итәсәген белдергән. Шулай уҡ, оло йәшкә еткәс, үҙенең ниндәй аҡсаға көн итәсәге тураһында ла бер аҙ һөйләп үткән. Баҡһаң, элекке министр дәүләт пенсияһына ғына көн итергә йыйынмай (моғайын, көн итә лә алмаҫ). Ул үҙенең табыш килтереүсе финанс активтарына өмөт бағлай икән.
“Беҙҙең халыҡтың байтаҡ өлөшө пенсияға ғына өмөт итмәй, әммә бөгөн оло йәштәгеләргә башҡа сара ла юҡ. Шулай ҙа, минеңсә, алдағы 50 йылда, йыйылып килгән аҡсаһына һатып алынған мөлкәт, күсемһеҙ милек кеүек активтарҙың табышына йәшәүсе ололар һаны мотлаҡ артасаҡ”, – тип белдергән ул “РИА-Новости” агентлығында ошо мәсьәләгә арналған “түңәрәк өҫтәл”дә.
Әммә ҡайһы бер белгестәр элекке министрҙың 50 йылдан һуң рәсәйҙәрҙең яртыһының пенсия йәшендә һаҡлыҡ аҡсаһына һәм финанс активтарынан килгән табышҡа йәшәйәсәге тураһындағы фаразына әллә ни ышанып етмәй. Әлбиттә, күптәр бөгөнгө бәләкәй генә пенсияға өҫтәмәләргә бик теләп ризалашыр ине лә, ләкин бөтәһенең дә “ҡара көн”гә тип һалып ҡуйған аҡсаһы, пенсия йәшендә лә эшләп йөрөү өсөн сәләмәтлеге йә хәлле балалары юҡ бит.
Көнбайыш илдәрендә пенсияны хеҙмәт юлы башланғас та туплай башлайҙар һәм йыш ҡына ҡартлыҡта пенсияға түгел, ә йылдар дауамында йыйып килгән аҡсаһына өмөт тоталар. Берәүҙәр уларҙы акцияларға һала, икенселәр ғаиләһенә ҙур йорт һатып ала һәм, балалары үҫеп таралышҡас, уны бәләкәйерәгенә алмаштырып, шунан ҡалған аҡсаға көн итә. Өсөнсөләре бәләкәй генә бизнесҡа тотона: кафе, бар йә магазин аса һәм шунан килгән табышҡа йәшәй.
Әммә Рәсәйҙә, тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, пенсия оло йәштәгеләр өсөн берҙән-бер “актив” булып ҡала. Бик һирәктәр генә үҙ килеменә, балаларының ярҙамына һәм “ҡара көн”гә тип һаҡлаған аҡсаһына өмөт итә.
Бында эш Көнбайыш халҡының үҙ ҡартлығы тураһында нығыраҡ борсолоуында түгел, ә мөмкинлектә. Акциялар менән эш итер өсөн финанс белеме кәрәк, беҙҙә иһә хатта йәштәр ҙә был йәһәттән бик “һай йөҙә”. Ә күсемһеҙ милек һатып алыр өсөн юғары килемең булыу зарур, бөгөн иһә торлаҡҡа мохтаж йәштәрҙең дә ни бары яртыһы ғына ипотека юллау мөмкинлегенә эйә. Сөнки тейешле кимәлдәге эш хаҡы һәм беренсел түләү талап ителә. Әле үҙеңдең торлаҡ мәсьәләһен хәл итә алмаған көйө нисек хәлле ҡартлыҡ тураһында уйланаһың? Бәләкәй бизнес менән дә шул уҡ хәл – уны ла мул ғына аҡсаһыҙ башлау мөмкин түгел.
Байтаҡ Көнбайыш илдәрендә пенсия стажға ҡарап түгел, ә страховкалау иғәнәләренең ниндәй күләмдә индерелеүенә ҡарап билдәләнә. Мәҫәлән, хеҙмәткәр эшләгән мәлдә күпме аҡса индерелгән, пенсияға сыҡҡас, шул күләмдә аласаҡ.
Рәсәй өсөн дә бөгөн ошо төп миҫал булып тора. Әммә ул тейешле кимәлдә эшләһен өсөн шарттар ҙа тыуҙырырға кәрәк. Тимәк, пенсия системаһының, пенсия фондтарының оҙайлы эшмәкәрлеге гарантияланған булыуы мотлаҡ. Шулай уҡ был фондтарҙың килеме илдәге инфляция күләменән юғарыраҡ булырға тейеш. Бер кем дә Пенсия фондының ҡасанға ҡәҙәр эшләүен белмәйенсә, пенсияға сығыуына иғәнәләренең юғалмауына инанмайынса тороп, үҙ ҡулы менән аҡсаһын унда алып бармаясаҡ.
Эйе, Рәсәйҙә пенсия күләме ҡыуандырмай. Әгәр хеҙмәткәр уртаса эш хаҡы алһа (Рәсәй статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, ул илдә 26 385 һум), уның пенсияһы эш хаҡының 35-40 процентын (йәғни 9 234 һум) тәшкил итәсәк. Әгәр уртаса эш хаҡының яртыһы икән (13 193 һум – бындайҙар күпселек) пенсия уның 60-80 проценты (7 916 һум) буласаҡ, йәғни пенсиянан һуң да кеше фәҡирлектә көн итәсәк. Әгәр эш хаҡы 40 мең тирәһе булғанда, пенсия уның 30 процентын тәшкил итә (12 мең һум) – был да берәүҙе лә ҡыуандырмай.
Ә бына Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһына ингән байтаҡ илдәрҙә уның күләме эш хаҡының 50-70 процентын тәшкил итә. Шуға ла ҡартлыҡта пенсияның һәлмәк кенә финанс ярҙамға әйләнәсәгенә шик тыумай.
2030 йылға тиклем Рәсәйҙең пенсия системаһының үҫеш проекты Президент һәм Хөкүмәт ҡарамағына тәҡдим ителде лә инде. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2013 йылдан пенсияларҙы ваҡытынан алда түләү осраҡтары буйынса үҙгәрештәр индермәксе. Шулай уҡ министрлыҡ яңы йылдан страховкалау взностарын арттырыуҙы күҙ уңында тота, эш хаҡы һиҙелерлек артҡан табиптар һәм уҡытыусыларға ҡағылышлы үҙгәрештәр көтөлә. Корпоратив һәм ирекле пенсия программаларын үҫтереү ҙә күҙ уңында тотола.
Әммә министрлыҡтың төп башланғысы – ул ваҡытлыса (ике-өс йылға тип ышандырған булалар) пенсияның тупланма өлөшөн хәҙерге алты проценттан ике-дүрт процентҡа тиклем кәметеү. 2015 йылдан һәр кемдең үҙенә һайлау хоҡуғы биреләсәк: берәүҙәрҙең пенсияһы әлеге система буйынса тулыланасаҡ, йәғни иғәнәнең алты проценты тупланма өлөшкә ебәреләсәк, икенселәрҙеке тулыһынса (22 процент) пенсияның страховкалау өлөшөнә китәсәк. Был Рәсәйҙең Пенсия фондындағы аҡсаға ҡытлыҡты кәметергә һәм бөгөнгө пенсионерҙар алдындағы яуаплылыҡты тулы кимәлдә үтәргә ярҙам итер тип ышаналар.
Ә бына Рәсәйҙең Финанс министрлығы бындай үҙгәреште әллә ни өнәп етмәй һәм пенсияның тупланма өлөшөн ҡалдырыу яҡлы. Ул мәсьәләне рәсәйҙәрҙең пенсия йәшен арттырып хәл итергә кәңәш итә.
Әммә әлеге пенсия проекты белгестәрҙең тикшереүе аша үтергә тейеш. Владимир Путин был мәсьәлә буйынса йәмәғәтселектең фекерен ишетеү зарурлығы тураһында белдерҙе. Фекер алышыу 15 декабргә ҡәҙәр дауам итәсәк, һөҙөмтәлә уға һиҙелерлек үҙгәрештәр индерелеүе лә ихтимал.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН

РЕДАКЦИЯНАН. Хөрмәтле уҡыусыбыҙ! Һеҙҙе лә ошо мөһим мәсьәлә буйынса фекер алышырға саҡырабыҙ. Ысынлап та, пенсия нисек билдәләнелергә тейеш?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә