Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Билде биштән быуырға ҡала
Рәсәй иҡтисадына күҙ һалһаң, А. Пугачеваның йырындағыса, һағайып: “Тағы ниҙәр булыр икән, ой-ой”, — тип ҡуяһың. Бер аҙнала ғына әллә күпме үҙгәрештәр, аңлашылмаусанлыҡтар, өмөт бағлауҙар.
Бөгөн халыҡты иң борсоған нәмә — бөтөн донъя, шул иҫәптән Рәсәйҙең иҡтисади көрсөгө. Ә уның тәүге билдәһе булып инфляция тора. Был йәһәттән хәлде күптәребеҙ тауар хаҡтары артыуынан, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр, һалымдар күтәрелеүенән дә белә. Ни тиһәң дә, һиҙелер-һиҙелмәҫтәрен иҫәпләмәгәндә, 2008 йылғыһы тау артында ҡалмаған.
“Илдә хаҡтарҙың төшөүенә стратегик сәбәптәр юҡ. Инфляция бар, акциздарҙың күтәрелеүе 2015 йылға тиклем билдәләнгән, унан һуң да һуҙылырға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл һайын беҙҙе хаҡ күтәрелеүе көтә”, — тине Рәсәй яғыулыҡ союзы президенты Евгений Аркуша “Московский комсомолец” гәзитенә биргән интервьюһында. Уның әйтеүенсә, былтыр яғыулыҡҡа хаҡ 14 процентҡа күтәрелгән. Ошондай уҡ хәл быйыл да күҙәтелеүе мөмкин. Телгә алған проценттарҙың 7-һе инфляция арҡаһында булһа, 7-һенә акциздар “ғәйепле”.
Рәсәй статистика идаралығы (Росстат) мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдә 13 — 19 август арауығында бензин хаҡы 0,2 процентҡа күтәрелгән. Ләкин Мәскәү яғыулыҡ ассоциацияһы билдәләүенсә, заправкалау станцияларында хаҡ үҫеше һиҙелерлек. Мәҫәлән, үткән бер аҙна эсендә генә бөтә яғыулыҡ литрына 14 — 21 тингә (0,5 — 0,7 %) артҡан. Ошо уҡ ваҡыт эсендә банк-ара валюта биржаһында (ЕТС) АҠШ доллары беҙҙең һумға ҡарағанда 14,80 тингә ҡиммәтләнеп, 32,0183 һум тәшкил иткән, ә евро 40 һумға еткән. Шулай итеп, һум 14 тингә кәмене, көсөн юғалтты. Үҙәк банк эштәргә ҡыҫылмай, белгестәр тынысландырыуынса, һум үҙ урынында ҡала һәм донъя нефть баҙарындағы “каприздар”ға тейешенсә яуап бирә ала.
Росстат биргән һандар байтаҡ кешене аптыратты. Чиновниктар халыҡты ышандырырға тырышыуынса, беҙҙә иҡтисади көрсөк юҡ. Ләкин ғинуар — июндә дөйөм инфляция 4,5 процент тәшкил иткән. (“Труд”, 28 август, 2012 й.) Был Европа союзы илдәренә ҡарағанда 5 тапҡырға күберәк!
Беҙ телевизорға бағабыҙ ҙа Европа илдәрендә йәшәгән итальяндарҙы, гректарҙы йәлләп ултырабыҙ: үәт, меҫкендәр, көрсөк быуа бит үҙҙәрен, тибеҙ. Ә бит Европала иҡтисад бөтөнләй икенсе. Уның нигеҙе көрсөктән сығыу юлында граждандарҙың кеҫәләренә инеүҙә түгел. Унда эшһеҙлек арта икән, ҡулланыу тауарҙарына хаҡ та төшә. Мәҫәлән, Норвегияла дефляция йыл башынан 0,4 процент булған. Норвегияны нефтле ил тиһәң, Италияла ҡулланыу тауарҙарына хаҡ — 1,7 процентҡа, Бельгияла — 1,5, банкрот хәленә еткән Грецияла 1,4 процентҡа төшкән. Был илдәрҙең хәлен бер аҙ яҡшыртыу өсөн Европа үҙәк банкы өҫтәмә аҡса баҫты, ни өсөн тигәндә, унда йыл башынан уртаса инфляция 0,9 процентҡа күтәрелгән. Башҡа илдәргә күҙ һалһаҡ, Канадала, АҠШ-та һәм Төркиәлә — 2, Бразилияла — 2,8 процентҡа. “Труд” ошондай һорау ҡуя: ни өсөн һумдың һатып алыу мөмкинлеге евроға ҡарағанда 5 (!) тапҡырға шәберәк кәмей? Баҫма үҙе үк яуап та бирә: “Рәсәй баҙарында хаҡ сәйәсәте һатып алыусының муҡсай ҡалынлығына ҡарап түгел, ә ҙур һәм бәләкәй монополияларҙың аппетитына ҡарап билдәләнә. Энергетикала, торлаҡ-коммуналь хужалығында, аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары менән һатыу итеүҙә — бөтә ерҙә...”
Ошо юҫыҡтан “Рәсәйҙе аҡыл менән аңламаҫлыҡ” хәл күҙәтелә: ғинуар айында, һайлауҙар яҡынлашҡанда, монополиялар планлы рәүештә хаҡтарҙы “ауыҙлыҡланы”, инфляция Европа илдәрендәгесә булды — 2 процент. Ләкин июлдә улар теҙгенде ҡабат бушатты, әлегә тиклем тотҡарланған хаҡтарҙы күтәреп, нисә ай буйы килергә тейешле “килемдәр”ен ҡапларға ашыҡты.
Ил иҡтисады туранан-тура дөйөм эшкә инвестициялар килеүенә бәйле. Бигерәк тә беҙҙең һымаҡ етештереү тармағы саҡ аяҡҡа баҫып килгән ваҡытта. Әлбиттә, инвестор үҙ мәнфәғәтен дә ҡайғырта, шулай ҙа, тейешле тармаҡҡа аҡсаларын һалһалар, ике яҡ та отасаҡ. Был йәһәттән 2012 йылдың ярты йыллығы сифат яғынан әллә ни ҡыуандырманы. “Коммерсант” (24 август, 2012 й.) гәзите яҙыуынса, тик Швейцарияның ғына беҙҙең иҡтисад өлкәһен кредитлауы 2011 йылғы кимәлдә ҡалып, Рәсәйгә һалынған аҡсаның яртыһын тәшкил итә. Дөйөм алғанда, ошо ваҡыт эсендә сит илдәр һалған күләм элеккегә ҡарағанда 14,7 процентҡа кәмегән. Ләкин һалынғандарының да яртыһы “ҡыҫҡа ваҡытҡа кредитлау”, йәғни “финанс эшмәкәрлеге” бүлегенә ҡарай. Ябай тел менән аңлатҡанда, илдә оҙаҡ ваҡытҡа тотҡарланмай. Әйтәйек, ярты йылда ошо юл менән ингән 29 миллиард долларҙың 28,7 миллиарды алты ай эсендә кире ҡайтарылған. Тағы шуны билдәләргә кәрәк: Рәсәй сит илдәргә 6,8 миллиард доллар һалған. Парадокс килеп сыға түгелме? Бындай хәлде — аҡсаның бер кеҫәнән икенсеһенә күсеп йөрөүен — аналитиктар ҙа, хөкүмәт тә аңлата алмай икән. “Моғайын, — тип яҙа “Коммерсант”, — Рәсәй Федерацияһында Альп аша алып барылған финанс операцияһы сер булып ҡалыр — яҡын арала статистика йыйған һәм баҫып сығарған өсөн яуаплылыҡ тулыһынса Үҙәк банкка күсер...”
Бына шулай, әлегә хәлде “аналитиктар ҙа, хөкүмәт тә аңлата алмаған” саҡта, ябай халыҡҡа билде биштән быуып, киләһе көндәргө өмөт менән бағырға ғына ҡала.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә