Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Улар ҡайһы бер бөжәк ашаусы ҡоштар, шулай уҡ умартанан тышта йәшәүсе, бал ҡорттарына һөжүм итеүсе йәки бал ашаусы бөжәктәр. Бал ҡорттарын юҡ итеп, балға һөжүм яһап, ғаиләләрҙе көсһөҙләндерә, йыш ҡына продуктлылығын кәметә. Бөжәк ашаусы ҡоштарҙың күбеһе, умарталыҡтарға барып эләгеп, ҡорттарҙы ла юҡҡа сығара, умартасылыҡҡа ла зыян килтерә. Ҡорттар өсөн тиле торма, ҡорт ашаусы (һағыҙаҡ аулаусы) ҡоштар һәм һайыҫҡан аулаусы ҡоштар; бөжәктәрҙән — филант (бал ҡорто бүреһе) һағыҙағы, башҡа төрлө һағыҙаҡтар, тараштар, сиңерткәләр һәм ҡырмыҫҡалар бигерәк тә ҡурҡыныс булып тора. Беҙ тик ике бөжәккә генә туҡталабыҙ.

Ҡырмыҫҡалар

Улар бал ҡорттары ғаиләһенә үтеп инә һәм үҙ ояларына ташып алып, балды урлай. Күпләп һөжүм иткәндә, тәүлек эсендә килограмға тиклем һәм унан да күберәк балды алып китә алалар, шулай уҡ ҡорттарҙың йомортҡаларын ташый һәм хатта ҡарышлауыҡтарҙы ашайҙар. Ҡайһы саҡта ҡырмыҫҡалар үҙ ояларын умарта стеналары буйындағы бушлыҡҡа ҡора, ә ҡайһы саҡта ямғырҙар ваҡытында үҙ ҡарышлауыҡтарын умарталарҙың йылытҡыс яҫтыҡтарына күсерә.
Беҙ һәр ваҡытта ла ҡырмыҫҡаларҙы файҙалы бөжәктәр, урман “санитарҙары”, ҡоротҡос бөжәктәрҙе юҡ итеүселәр тип иҫәпләйбеҙ. Әммә умартасылыҡҡа уларҙың төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян да килтереүе ихтимал. Шуның өсөн, әгәр ҙә үҙегеҙҙең умарталыҡ эргәһендә ҡырмыҫҡа иләүе күреп ҡалһағыҙ, айырым урынға, умарталарҙан алыҫыраҡҡа күсерегеҙ. Бал ҡорто ғаиләһенә үтеп инмәһен өсөн умарта аҫтындағы ҡаҙыҡтарҙы автол, солидол, башҡа майҙар менән майларға кәрәк.

Һағыҙаҡтар

Һағыҙаҡтар, умартаға инеп, бал, ә ҡайһы саҡта, үҙ ҡарышлауыҡтарын ашатыр өсөн бал ҡорттарын алып китә. Улар күп төрлө. Уртаса ҙурлыҡтағы һары урман һағыҙағы бал ҡорттарына бигерәк тә йыш зыян килтерә. Һағыҙаҡтар ғаиләгә берләшеп йәшәй, улар умартаға август, сентябрь айҙарында һөжүм итә.
Умарталыҡҡа һағыҙаҡтар иртәнсәк иртә менән, түбән температура торғанда, ҡорттар хәрәкәтсән булған саҡта һөжүм итә, шул ваҡытта һағыҙаҡтар умартаға еңел үтеп инә, бал урлай, үҙ ҡарышлауыҡтарын ваҡ бөжәктәр, ә ҡайһы саҡта бал ҡорттары менән туҡландыра. Йыш ҡына ерҙә ултырған ҡорттарҙы аулайҙар.
Көрәшеү өсөн яҙ көнө уларҙың инәләрен тоталар. Һағыҙаҡтарҙы үтә күренеп торған шешәгә тәмле йәки әсегән баллы шыйыҡса һалыу юлы менән аулайҙар. Ояларын кис йәки ямғырлы көндә, бөтә һағыҙаҡтар ҙа бергә йыйылған саҡта, юҡ итәләр.

Һеҙ быны беләһегеҙме?..

...Балауыҙ көйәһен йәшниктәргә йәки умартаға кәрәҙ менән киптереп һалынған цитрус емешенең (әфлисун, лимон, грейпфрут) ҡабығы, шулай уҡ айыу баланы, ҡара тамыр, әрем, кейәү үләне һәм башҡа ҡырҡыу еҫле үҫемлектәр ҡурҡыта;
...Балауыҙ көйәһе һарымһаҡ еҫенән ҡурҡа. Әгәр ҙә кәрәҙҙәр һаҡланған йәшниктең йәки умартаның стеналарына һарымһаҡ һөртһәң, көйә уларға зарар килтерә алмай;
...Ҡырмыҫҡалар һаҙанаҡ үләненән ҡурҡа, уны йоҡа ғына итеп ҡорттар үҙ йомортҡаларын урынлаштыра торған киндер япмаға йәки умартаның төбөнә йәйеп һалырға кәрәк. Бигерәк тә ҡырмыҫҡаларға умарта аҫтына һибелгән көл, эзбиз оно яҡшы тәьҫир итә. Ҡырмыҫҡалар умартаға үтеп инә торған урындарға күмер һөртөп сығыу ҙа етә;
...Көйәнән һәм кимереүселәрҙән ҡурҡытыу ысулы сифатына умартасылар бер йәки бер нисә үҫемлекте: әле генә өҙгән әрем, сәтләүек япрағы, үлмәҫгөл, еҙтөймә, һаҙанаҡ, айыу баланы, эт теле үләндәрен файҙалана, уларҙы умарта эргәһенә йәйеп һала. Кимереүселәр ул үҫемлектәр еҫенә түҙә алмай был ерҙе ташлап китә;
...Сысҡандар, ҡомаҡтарға аҡһырғаҡтың япрағын йәки ҡара зирәнең (дурман) орлоғон онтап, онға бутап, шулай уҡ зәһәрле сүл боросон йомортҡа һарыһына болғатып, тимерҙең бысҡы вағын сүпрәгә ҡатыштырып биреү үлемесле тәьҫир итә. Алдатҡыстарҙы кәрәҙҙәр һаҡланған урынға йәки умарталар ҡышлай торған ергә йәйеп һалалар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 2

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 3

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 3

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 2

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 8

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 5

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә 11.02.2026 // Иҡтисад

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә