Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Рәсәйҙә берҙән-бер
Рәсәйҙә берҙән-берАкадемик Борис Заводовский етәкселегендәге Рәсәй ғалимдары төркөмө был препаратты ХХ быуат башында уйлап таба. Ул ветеринарияла бығаса күрелмәгән һөҙөмтәләр бирә. Әммә, беҙҙекеләр иҫбатлағансы, өлгөр немец ғалимдары 1929 йылда ошо асыш өсөн Нобель премияһына лайыҡ була. Советтар Союзы ваҡытында барлығы 35 урында етештерелгән препарат бөгөн Рәсәйҙә “Башагроген” биофабрикаһында ғына сығарыла.

Илдә ветеринария дарыуҙары сығарыуға тос өлөш индергән “Башагроген” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Кушнаренко районының Иҫке Ҡамышлы ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан. Тәү ҡарамаҡҡа ябай йылҡы фермаһы булып күренгән был хужалыҡ тотош ғилми ойошма эшмәкәрлеген алып бара. Йәмғиәт директоры Риф Ғәлиев, ветеринарҙар Дмитрий Петров, Азамат Сабитов, биология фәндәре кандидаты Роман Логиновтар менән бергә лабораториялар менән танышабыҙ, йылҡы утлаған көтөүлектәрҙе урап сығабыҙ.
Йәмғиәт 2002 йылда ойошторола. Коллектив элекке “Коммунальник” совхозының ел уйнап торған буш мал ҡураларында эш башлай. Әүәлге хужалыҡтан мираҫҡа бер баш мал да эләкмәй. Уны ойоштороусы булып “Мосагроген” йәмғиәте сығыш яһай.
Тәүге ике-өс йылда 119-сы йылҡысылыҡ заводынан, Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Благовар, Бөрө райондары хужалыҡтарынан төрлө тоҡомло аттар һатып алына, һәм бар көс йылҡы һанын арттырыуға, башҡорт тоҡомонан өйөр туплауға һалына. Шуға ла эш башлағанда тоҡомло мал һатып алырға аҡса әйләнеше булһын өсөн хужалыҡ көҙөн ит комбинатына ла, шәхси хужалыҡтарға ла айғырҙар һата. Әлеге мәлдә фермала ҡолондары менән бергә бөтәһе 315 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Шуларҙың йөҙләбе — тоҡомло бейәләр.
Бөгөн хужалыҡ төп эшен тормошҡа ашыра. Унда малсылыҡта ҙур ихтыяж тыуҙырыусы гонадотроп гормоны препараты етештереү өсөн быуаҙ бейә ҡаны сывороткаһы етештерелә. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Малдар ҡышын ялан кәртәләрҙә тора, сатлама һыуыҡта ғына йылы ҡураға ябалар. Йәйен көтөүлеккә сығаралар. Тик шуныһы бәкәлгә һуға: ерҙәре наҡыҫ. “Башагроген” йылҡылары Иҫке Ҡамышлы ауылындағы шәхси хужаларҙың мал көтөүе менән бергә 130 гектар ерҙә утлай. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы Гуровка ауылы янындағы “Первушино” совхозы ерҙәрен көтөүлеккә алырға тәҡдим итә, әммә федераль ҡарамаҡтағы хужалыҡ уның өсөн бик күп аҡса һорай. Ситтән инвестициялар йәлеп ителмәй, предприятие тик үҙ табышына йәшәй. Хөкүмәт өйөр йылҡысылығы өсөн субсидиялар менән ярҙам итә.
Гонадотроп гормон препараты Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған “Ауыл хужалығы продукттары” исемлегендә 20-се урында тора. “Башагроген”да етештерелеп, консерваланған сыворотка “Мосагроген” предприятиеһында артабан аҡһымдан таҙартыла, киптерелә һәм малсылыҡта иң кәрәкле дарыуҙар (фоллимаг һәм пигулин) етештереүҙә ҡулланыла. “Фоллимаг” һыйыр малын дауалауҙа, сусҡа, һарыҡ, йылҡы, йорт ҡуяндары үрсетеүҙә төп препарат һанала. Рәсәйҙә етештерелгән фоллимагка Голландияла сыҡҡан “фоллигон” препараты ғына тиңләшә ала. Биологик сифаттары буйынса Рәсәй тауары сит илдекенән һис ҡайтыш түгел, хаҡы буйынса осһоҙораҡ. Сит ил препараттарын эреле-ваҡлы фермер, крәҫтиән хужалыҡтары түгел, ҡеүәтлеләре лә һатып ала алмай.
Бөгөн “Башагроген” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — Рәсәйҙә быуаҙ бейә ҡаны сывороткаһы етештереүсе берҙән-бер һәм уңышлы эшләгән хужалыҡ. Ойошторолғандан алып коллектив байтаҡ уңыштарға өлгәшкән. Бейә ҡолонлатыу өсөн ике һарай реконструкцияланған, лаборатория төҙөлгән, ул заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылып килә. Хужалыҡта хәҙер һәр мал тураһындағы мәғлүмәт компьютер базаһына индерелгән. Предприятие башҡорт тоҡомло ат заводы статусы алыу өсөн бизнес-планын, документтарын республиканың Ауыл хужалығы министрлығына тапшырған да инде. Бының өсөн уларҙың матди-техник һәм фәнни нигеҙе бар. “Иң мөһиме — үҙ эшенә мөкиббән белгестәребеҙ бар”, — ти хужалыҡ директоры.
Ҡыҙыу осор февралдән алып йәй аҙағына тиклем тура килә. Малдарҙың тоҡомон билдәләү, сыворотка өсөн ҡан алыу, уны эшкәртеү нәҡ ошо мәлдә башҡарыла. Бынан тыш, көндәлек ветеринар тәрбиә күп ваҡыт, көс талап итә.
“Башагроген” биофабрикаһы республикалағы Ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтының йылҡысылыҡ бүлеге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Был ғилми учреждениеның молекуляр генетика лабораторияһында хужалыҡтағы аттарҙың тоҡом сифаттары тикшерелә. Ғилми эшмәкәрлек нигеҙендә өйөрҙәге иң сифатлы, көслө малдан тоҡомдоң төп өлөшө туплана. Лаборатория етәксеһе Радий Уразбахтиндың әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәр ғилми күрһәтмәләрҙе еренә еткереп үтәй, шуға ла уңышҡа өлгәшә.
Хужалыҡта ҡышын — 22, йәйге ҡыҙыу осорҙа 30-ға яҡын кеше эш менән тәьмин ителә. Ат ҡараусыларға, белгестәргә бар шарттарға эйә ике йорт һалынған. Ситтән килеп эшләгәндәргә ҡунаҡхана төҙөлгән. Эшселәр хужалыҡ ашханаһында туҡлана, унда йәйен һәр саҡ ҡымыҙҙан ауыҙ итергә була. Биофабрика ҡымыҙ әҙерләүгә ҡулайлашмаһа ла, киләсәктә был эште лә яйға һалмаҡсылар. Аҙыҡ базаһы ныҡлы, шуға ла малдар көр. Бәләкәй генә эшкәртеү цехы төҙөп, йылҡы итенән башҡорт милли ризыҡтары — ҡаҙы, ял, ҡаҙылыҡ, башҡа деликатестар әҙерләргә лә ниәт итә етәкселәр.
Риф Ғәлиев — 37 йыл ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған ир-уҙаман. Уның тураһында “ат йәнле кеше” тиҙәр бында. Йылҡысылыҡты, ҡымыҙ етештереүҙе үҫтереү буйынса ҡабул ителгән республика программалары нәҡ ошондай үҙ эшенә яуаплы ҡараған шәхестәр ярҙамында тормошҡа ашырыла ла инде.
Рәшиҙә ИШЕМБӘТОВА.
Кушнаренко районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 2

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 3

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 3

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 2

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 8

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 5

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә 11.02.2026 // Иҡтисад

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә